Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Вадим Мансуров менән Константин Сидоровтың бәләкәйҙән автомобиль тип иҫе китә. Шуға күрә ата-әсәләренән һәр ваҡыт машина таптыралар. Малайҙар улар менән хатта ашауҙарын онотоп уйнай: “Дырын-дырын, выжт-выжт!”

Дүрт тәгәрмәскә булған мө­хәббәт егет ҡорона ингәс тә һү­релмәй. Бер көндө иптәштәре менән арыу ғына уртлап алалар ҙа урамға бер аҙ ял итеп килергә сығалар. Шул саҡ Вадим үҙенең шәплеген күрһәтергә теләп:
— Мин машинаның любойын “һә” тигәнсе ҡыҙҙыра алам, — тип ысҡындыра.
— Булдыра алмайһың! — тип сәменә тейә кемдер.
— Ҡайҙан! Ҡоро тел бит ул! — ти икенсеһе.
— Шулай, шулай!
Иптәштәренән бындай һүҙ көтмәгән Вадимдың күҙҙәре баҙлап, йөҙҙәре нурланып китә.
— Ышанмайһығыҙмы? Бында һеҙҙең кеүек салагалар юҡ инде. Теләйһегеҙме, хәҙер анау машинаны ҡыҙҙырам да Өфө буйлап теттереп йөрөйәсәкбеҙ!
Иптәштәре йәнә егеттең зитына тейә.
— Юҡты һөйләмә инде, бахыр!
— Булдыра алмайһың!
— Теле генә һөйләй бит ул!
Был һүҙҙәрҙән ғәрләнә егет. Һеҙҙең менән тел әрәм итеп торғансы, тип ҡулын һелтәй һәм шунда ултырған машинаның тәҙрәһен селпәрәмә ҡыйрата һуға ла кабинаға инеп тә ултыра. Бер нисә минуттан автомобилде гөжләтеп ҡыҙҙырып та ҡуя.
— Әйҙәгеҙ, асыҡ ауыҙҙар, йәһәтерәк ултырығыҙ!
Кәйефе тағы ла күтәрелгән егеттәр шау-гөр килешеп машинала байтаҡ ҡына елдерә. Вадимды маҡтап бөтә алмайҙар.
– Вәт, егет икәнһең!
– Бир биште!
Әммә, ҡәһәрең, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан уның бензины бөтә лә ҡуя. Шулай ҙа аптырап ҡал­май­ҙар, машинаны шул ерҙә ташлап ҡалдыралар ҙа, икенсеһен ҡыҙ­ҙырып, тағы трай типтерергә сығып китәләр. Тик уйын ҡыҙған ваҡытта ғына полиция инспек­торҙары һиҙеп ҡала шул. Тәртип һаҡсылары егеттәрҙең “шаярыуын” аңларға ла теләмәй. Уйын уларға бик ҡиммәткә төшмәксе.



Автор: Ҡасим МОРАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә