Уйын04.12.2015
Вадим Мансуров менән Константин Сидоровтың бәләкәйҙән автомобиль тип иҫе китә. Шуға күрә ата-әсәләренән һәр ваҡыт машина таптыралар. Малайҙар улар менән хатта ашауҙарын онотоп уйнай: “Дырын-дырын, выжт-выжт!”
Дүрт тәгәрмәскә булған мөхәббәт егет ҡорона ингәс тә һүрелмәй. Бер көндө иптәштәре менән арыу ғына уртлап алалар ҙа урамға бер аҙ ял итеп килергә сығалар. Шул саҡ Вадим үҙенең шәплеген күрһәтергә теләп:
— Мин машинаның любойын “һә” тигәнсе ҡыҙҙыра алам, — тип ысҡындыра.
— Булдыра алмайһың! — тип сәменә тейә кемдер.
— Ҡайҙан! Ҡоро тел бит ул! — ти икенсеһе.
— Шулай, шулай!
Иптәштәренән бындай һүҙ көтмәгән Вадимдың күҙҙәре баҙлап, йөҙҙәре нурланып китә.
— Ышанмайһығыҙмы? Бында һеҙҙең кеүек салагалар юҡ инде. Теләйһегеҙме, хәҙер анау машинаны ҡыҙҙырам да Өфө буйлап теттереп йөрөйәсәкбеҙ!
Иптәштәре йәнә егеттең зитына тейә.
— Юҡты һөйләмә инде, бахыр!
— Булдыра алмайһың!
— Теле генә һөйләй бит ул!
Был һүҙҙәрҙән ғәрләнә егет. Һеҙҙең менән тел әрәм итеп торғансы, тип ҡулын һелтәй һәм шунда ултырған машинаның тәҙрәһен селпәрәмә ҡыйрата һуға ла кабинаға инеп тә ултыра. Бер нисә минуттан автомобилде гөжләтеп ҡыҙҙырып та ҡуя.
— Әйҙәгеҙ, асыҡ ауыҙҙар, йәһәтерәк ултырығыҙ!
Кәйефе тағы ла күтәрелгән егеттәр шау-гөр килешеп машинала байтаҡ ҡына елдерә. Вадимды маҡтап бөтә алмайҙар.
– Вәт, егет икәнһең!
– Бир биште!
Әммә, ҡәһәрең, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан уның бензины бөтә лә ҡуя. Шулай ҙа аптырап ҡалмайҙар, машинаны шул ерҙә ташлап ҡалдыралар ҙа, икенсеһен ҡыҙҙырып, тағы трай типтерергә сығып китәләр. Тик уйын ҡыҙған ваҡытта ғына полиция инспекторҙары һиҙеп ҡала шул. Тәртип һаҡсылары егеттәрҙең “шаярыуын” аңларға ла теләмәй. Уйын уларға бик ҡиммәткә төшмәксе.