Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫкәртеп була, дауалап булмай
Иҫкәртеп була, дауалап булмай СПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә. Хөкүмәт тә был мәсьәләгә етди ҡарай. 2016 йылда СПИД менән көрәшкә 20 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙә ВИЧ инфекцияһын йөрөткән кешеләр һаны йыл һайын 10 процентҡа арта, быйыл был вирус 730 мең кешелә табылған. Ауыҙлыҡлар өсөн хәҙер үк ҡәтғи саралар күрелмәһә, тағы биш йылдан ул аҙасаҡ, һәм ауырыуҙар һаны 205 процентҡа артасаҡ, тип белдерәләр Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ошо мәғлүмәттәргә таянып, төрлө баҫмалар “биш йылдан ВИЧ инфекцияһы эпидемияға әйләнәсәк” тип ҡурҡыта. Был ысынлап та шулаймы? Әлеге һорауға яуап табыр өсөн Башҡортостан Республикаһының СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Рафаэль ЯППАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.


— Бөгөн ҡурҡыныс сир баш­ҡа­лары араһында ниндәй урын алып тора? Республикабыҙҙа күпме кеше ауырыуға дусар?
— СПИД – иң таралған ауырыу­ҙарҙың береһе. Республикала был сирҙе өйрәнеү һәм күҙәтеү 1987 йылда башланған. Шул замандан алып ВИЧ инфекцияһы йөрөткән 20 меңдән ашыу кеше асыҡланған. Төбәктә йә­шәгән 100 мең кешегә 420 ауырыу тура килә. Былтыр өс меңгә яҡын осраҡ асыҡланған. Шуны билдәләп үткем килә: Рәсәйҙә СПИД менән ауы­рыусылар иң күп теркәлгән 22 төбәк исемлегендә Башҡортостан да бар. Республиканың Өфө, Салауат, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡала­ларында, Өфө, Благовещен, Әлшәй райондарында был күрһәткес юғары һанала.
Әлеге мәлдә вирус 30-40 йәш­лектәрҙә йышыраҡ осрай. Бының сәбәбе лә бар: улар — 90-сы йыл­дарҙа үҫкән быуын. Тап ошо ваҡытта илдәге тетрәнеүҙәр арҡаһында иҫкәртеү саралары һүлпән алып барылды.
— Был ауырыуҙы иҫкәртеп була, дауалап булмай, тиҙәр...
— Ысынлап та шулай. Кеше организмына эләккән сир яйлап көсәйеп, иммунитет күҙәнәктәрен емерә. Инфекциялының башта был хаҡта белмәүе лә ихтимал. Шулай уның иммунитеты кәмей. Әгәр ҙә оҙаҡ йылдар дауаланмаһа, СПИД барлыҡҡа килә. Әммә “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса беҙҙең үҙәк ҡиммәтле һәм көслө дарыуҙарҙы бик йыш ала, һәм был препараттар сирҙән яфаланыусыларға ярҙам итеү өсөн тотонола.
— СПИД-тың ниндәй юлдар менән йоғоуы ихтимал?
— Ошо көнгә тиклем табиптар ВИЧ-инфекцияның барлыҡ йоғоу юлдарын тапҡан һәм иҫбатлаған: 56 проценты – ҡан аша (медицина инс­трументтарының бысраҡ булыуы йәки бер үк шприцты ҡулланыу сәбәпле); 42 проценты – һаҡһыҙ енси яҡынлыҡ арҡаһында; 1 проценты — ауырыуҙың әсәнән балаға ген йәки һөт менән күсеүе.
— ВИЧ-инфекциялыларҙы нин­дәй ауырыуҙар йонсота?
— Ваҡыт үтеү менән уларҙың һау­лығы ныҡ ҡаҡшай. Был осраҡта туберкулез, пневмония, өйәнәк тотоу, нервы системаһы ҡаҡшау, яман шеш, тире сирҙәре барлыҡҡа килә.
— СПИД-ҡа ҡаршы саралар, дәрестәр, конференциялар ойоштороламы?
– Әлбиттә, беҙ байтаҡ эш башҡа­рабыҙ. Бында йәштәрҙең ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Медицина, нефть университеттары һәм педагогия училищеһы студенттары сирҙе иҫкәртеү йәһәтенән ҙур эш башҡара.
Башҡортостандың Мәғариф ми­нистрлығы вәкилдәре менән һөнәри белем биреү лицейҙарында, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында сығыш яһайбыҙ, төрлө секциялар үткәрәбеҙ. Өҫтәүенә, СПИД-ҡа ҡаршы фильмдар күрһәтеп, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу программала ҙур урын алып тора. Һуңынан инде халыҡ араһында анкеталар таратып, йәштәрҙең сир хаҡында мәғлүмәтлелек кимәлен тикшерәбеҙ.
Шуны билдәләргә кәрәк: ВИЧ-инфекция кешенең сәләмәтлегенә генә түгел, иҡтисади юғалтыуҙарға ла килтерә. Ни өсөн тигәндә, күпме эшсе көстө, балалар тәрбиәләй алырлыҡ ата-әсәләрҙе юғалтабыҙ.
Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында сирлеләр артыуы күҙәтелә. Дүрт-биш йыл элек кенә ауырыған гүзәл заттар әҙерәк ине.
— Әле һеҙ ниндәй сәбәптәрҙең сирҙе йоҡтороу ихтималлығын арттырыуын һанап үттегеҙ. Тимәк, СПИД — енси бәйһеҙлек һөҙөмтәһе, тип әйтергә була.
— Бынан ун йыл самаһы элек тап шулай ине. Хәҙер хәл башҡасараҡ. Билдәле булыуынса, тәүге ВИЧ-сир­ле­ләр 1983 йылда асыҡланған. Ул йылдарҙа вирус айырым ҡатлам кешеләре араһында таралған: наркомандар, фәхишәләр, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар... Әммә эпидемияның тәүге декадаһы һуңын­да СПИД вирусы, үрҙә һаналған ҡат­лам сиктәренән сығып, бөтә кешелек донъяһын ялмап алды. Бының менән шуны әйтергә теләйем: төп сара – иҫкәртеү. Ғалимдар, аңлатыу эштәре ауырыуҙар һанын 30 процентҡа тиклем кәметә ала, тип иҫбатлай. Шун­лыҡтан был сир алҡымыбыҙҙан ал­маһын тиһәк, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, әхлаҡи тәр­биә­не үҫтереү зарур. Әйтәйек, тик­ше­реүҙәр күрһәтеүенсә, инфекция йөрөтөүселәрҙең 30 процентҡа яҡыны СПИД менән сирләгәнен белмәй ҙә тиерлек, улар осраҡлы асыҡлана. Был иһә сир йоҡтороу ҡурҡынысын арттыра ғына.
Ғөмүмән, СПИД-тан кеше шунда уҡ ауырып китмәй. Антиесемдәр 3 – 6 айҙан, һирәк осраҡта хатта бер йылдан һуң хасил булыуы мөмкин. Шуға күрә медицина хеҙмәткәр­ҙә­ренең ҡан алғанда йәки укол ҡаҙа­ғанда кеше сәләмәтлегенә һаҡһыҙ ҡарарға хаҡы юҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙең медицинала барлыҡ ҡорамалдар ҙа ентекле стерилләнә. Шулай ҙа күпселек, бер тапҡырға иҫәпләнгән ҡорамалдарҙы ҡулланыу талабын яҡлай.
— Ауырыу кешенең ғүмер оҙон­лоғо күпме?
— Зарарланған мәлдән алып – уртаса 5 – 8 йыл, ә Африканың ҡайһы бер илдәрендә 10–12 йылға тиклем етә. Европа эксперттары билдә­лә­үенсә, һуңғы йылдарҙа сирҙең үҫешен тотҡарлауға булышлыҡ иткән медицина препараттары барлыҡҡа килһә лә, әлегә тиклем СПИД-ты дауа­лар­лыҡ бер ниндәй ҙә вакцина йә дарыу уйлап табылмаған. Заман меди­цинаһы вирусты үрсетеүҙән туҡтатып тороусы һәм шуның менән ғүмерҙе һаҡлаусы ҡайһы бер дарыуҙарға эйә. Шулай ҙа яҡын киләсәктә, бәлки, биш-ун йылдан һуң, һау кешеләрҙе һаҡлауға һәләтле профилактик вакциналар етештерелә башлар тигән ышаныстабыҙ.
— ВИЧ-инфекцияның билдәләре ниндәй?
— СПИД-тың тәғәйен генә “йөҙө” юҡ, ул башҡа ауырыуҙарға оҡшаш. Зарарланғандан һуң бер ниндәй билдәләре булмаған инкубация осоро башлана. Лимфа биҙҙәре ҙурая, эс китеү күҙәтелә, сәбәпһеҙ “ябыҡтыра”. Тәнгә теләһә нәмә сығыуы ихтимал, һытҡылар, эрендәр күбәйә. Вирус, ҡанға эләккәс, иммун системаһын һаҡлаусы лимфоциттарҙы зарарлай. Уның һөҙөмтәһендә кеше микробтар һәм шештәр алдында “яҡлауһыҙ” ҡала. Ауырыу яй үҫешә, үрҙә телгә алған лимфа биҙҙәренең ҙурайыуы бер нисә йыл дауамында хатта берҙән-бер билдә булыуы ла ихтимал. Ҡыҫҡаһы, ВИЧ-инфекция бөтә нәмәне ялмап алған янғынға оҡшаш. Шуға ла ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында, яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын икенсе урынға ҡыҫырыҡлап сығарып, беренсе проблемаға әйләнгән сир тип иҫәпләнә. Быға тиклем бер генә сир­ҙең дә ғалимдар алдына сиселмәҫлек мәсьәлә ҡуйғаны юҡ ине әле. Күпме генә көрәшһәк тә, ул аҙыуын дауам итә. Әлегә тиклем сәбәптәре лә, йәшерен формалары ла тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән. Өҫтәүенә ул иммун системаһын ғына түгел, кешенең нервыларын да ҡаҡшата.
Тәүге билдәләргә әйләнеп ҡайт­ҡанда, йәнә шуны өҫтәргә мөмкин: ВИЧ-инфекция менән зарарланған кешене яҡынса ике-дүрт аҙнанан биҙгәк тота башлай. Был ике-ун көнгә һуҙыла. Лимфа биҙҙәренә ҡушылып, бауыр, талаҡ ҙурая. Ҡанда лимфоциттар кимәле түбәнәйә. Бер аҙҙан был билдәләр эҙһеҙ юғала, борсо­лорлоҡ сәбәптәр юҡ кеүек тойола башлай. Әммә бер нисә айҙан (йышырағы, бер йылдан) һуң ауырыу асыҡ беленә.
— Рафаэль Ғәли улы, был өл­кәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған белгес булараҡ, ВИЧ-ты еңеп булмай, тинегеҙ. Улай икән, нисек көрәшергә һуң?
— Әлеге хәлде тотороҡло кимәлдә һаҡларға, ауырыуҙар һанын кәметергә була. Тик бының өсөн халыҡтың аңын үҙгәртергә кәрәк. Ниңәлер беҙҙең халыҡ һаулығына һаҡһыҙ ҡарай бит. Тәүҙә эшләй, шунан уйлай. Йәмғиәттә ғаилә институтын, мөхәббәт һәм тоғролоҡ төшөнсәләрен пропагандалау — көнүҙәк мәсьәлә. Ғөмүмән, кешелә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты көслө булырға тейеш.


Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 319 бала тыуған. 1997 йылдан республикала шундай 2938 сабый донъяға килгән, 2132 бала
иҫәптән алынған (тимәк, сабый сирле түгел). Ҡалғандары иһә күҙәтеү аҫтында.

Хәҙерге ваҡытта ВИЧ-инфекциялы 17 093 ауырыу иҫәптә тора, шуларҙың 62,7 проценты — ирҙәр. Быйыл 2547 кешелә ВИЧ инфекцияһы барлығы асыҡланған: 1699 ир-егет һәм 848 ҡатын-ҡыҙ. Тәүге тапҡыр ВИЧ табылғандарҙың 498-е — Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында.

Быйыл республикала сир күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда 0,98 процентҡа артҡан. Әгәр 2014 йылда был күрһәткес 100 мең кешегә 61,97 тәшкил итһә, быйыл — 62,58.

Башҡортостанда 100 мең кешегә 420 ВИЧ-инфекциялы тура килә, Рәсәйҙә — 482,3, Волга буйы федераль округында — 542,7.


Рафаэль Яппаровҡа Интернет селтәре аша ла йыш һорау бирәләр. Уларға туҡталып китәйек.

– ВИЧ-инфекция йөрөтөү­се­ләр­ҙе эшкә алыу шарттары бармы? Етәксеңә диагноз тураһында әйтеү мотлаҡмы? Әгәр ойошмала хоҡуҡтарҙы боҙалар икән, нимә эшләргә?
– ВИЧ инфекцияһын йоҡторғандарға был йәһәттән бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Лабораторияла йәки ғилми үҙәктә ВИЧ-инфекциялы материал, ҡан һәм уның компоненттарын етештереү менән шөғөллә­неүҙән тыш, әлбиттә. Эш би­реүсегә сир тураһында әйтеү мотлаҡ түгел. Был – һеҙҙең шәхси тормошоғоҙ. Әгәр хоҡу­ғығыҙ боҙола тип һанаһағыҙ, беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ, юрист мотлаҡ ярҙам итер.
– Урамда шприцтың бысраҡ энәһенә баҫҡандан ВИЧ йоҡтороп буламы? Был осраҡта нимә эшләргә кәрәк?
– Был һорауҙы йыш бирә­ләр. Мөмкинлек булһа, мотлаҡ травматология пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Бында һәр яҡлап медицина ярҙамы күрһәтерҙәр. Әгәр мөмкинлек юҡ икән, яраны дезинфек­циялағыҙ. Был осраҡта ВИЧ-инфекция йоҡтороу ҡурҡынысы янамай тиерлек, ә бына В гепатиты менән ауырып китеү ихтималлығы бар.
– ВИЧ-инфекцияны сәс киҫтергәндә, маникюр һәм педикюр салондарында йоҡтороп буламы?
– Был йүнәлештә эшләгән бөтөн салондар ҙа санитария-гигиена талаптарын үтәргә тейеш. Был мотлаҡ! Әгәр хеҙмәт­ләндереү тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолған икән, ВИЧ ҡурҡыныс түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872