СПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә. Хөкүмәт тә был мәсьәләгә етди ҡарай. 2016 йылда СПИД менән көрәшкә 20 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙә ВИЧ инфекцияһын йөрөткән кешеләр һаны йыл һайын 10 процентҡа арта, быйыл был вирус 730 мең кешелә табылған. Ауыҙлыҡлар өсөн хәҙер үк ҡәтғи саралар күрелмәһә, тағы биш йылдан ул аҙасаҡ, һәм ауырыуҙар һаны 205 процентҡа артасаҡ, тип белдерәләр Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ошо мәғлүмәттәргә таянып, төрлө баҫмалар “биш йылдан ВИЧ инфекцияһы эпидемияға әйләнәсәк” тип ҡурҡыта. Был ысынлап та шулаймы? Әлеге һорауға яуап табыр өсөн Башҡортостан Республикаһының СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Рафаэль ЯППАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.— Бөгөн ҡурҡыныс сир башҡалары араһында ниндәй урын алып тора? Республикабыҙҙа күпме кеше ауырыуға дусар?
— СПИД – иң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Республикала был сирҙе өйрәнеү һәм күҙәтеү 1987 йылда башланған. Шул замандан алып ВИЧ инфекцияһы йөрөткән 20 меңдән ашыу кеше асыҡланған. Төбәктә йәшәгән 100 мең кешегә 420 ауырыу тура килә. Былтыр өс меңгә яҡын осраҡ асыҡланған. Шуны билдәләп үткем килә: Рәсәйҙә СПИД менән ауырыусылар иң күп теркәлгән 22 төбәк исемлегендә Башҡортостан да бар. Республиканың Өфө, Салауат, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Өфө, Благовещен, Әлшәй райондарында был күрһәткес юғары һанала.
Әлеге мәлдә вирус 30-40 йәшлектәрҙә йышыраҡ осрай. Бының сәбәбе лә бар: улар — 90-сы йылдарҙа үҫкән быуын. Тап ошо ваҡытта илдәге тетрәнеүҙәр арҡаһында иҫкәртеү саралары һүлпән алып барылды.
— Был ауырыуҙы иҫкәртеп була, дауалап булмай, тиҙәр...
— Ысынлап та шулай. Кеше организмына эләккән сир яйлап көсәйеп, иммунитет күҙәнәктәрен емерә. Инфекциялының башта был хаҡта белмәүе лә ихтимал. Шулай уның иммунитеты кәмей. Әгәр ҙә оҙаҡ йылдар дауаланмаһа, СПИД барлыҡҡа килә. Әммә “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса беҙҙең үҙәк ҡиммәтле һәм көслө дарыуҙарҙы бик йыш ала, һәм был препараттар сирҙән яфаланыусыларға ярҙам итеү өсөн тотонола.
— СПИД-тың ниндәй юлдар менән йоғоуы ихтимал?
— Ошо көнгә тиклем табиптар ВИЧ-инфекцияның барлыҡ йоғоу юлдарын тапҡан һәм иҫбатлаған: 56 проценты – ҡан аша (медицина инструменттарының бысраҡ булыуы йәки бер үк шприцты ҡулланыу сәбәпле); 42 проценты – һаҡһыҙ енси яҡынлыҡ арҡаһында; 1 проценты — ауырыуҙың әсәнән балаға ген йәки һөт менән күсеүе.
— ВИЧ-инфекциялыларҙы ниндәй ауырыуҙар йонсота?
— Ваҡыт үтеү менән уларҙың һаулығы ныҡ ҡаҡшай. Был осраҡта туберкулез, пневмония, өйәнәк тотоу, нервы системаһы ҡаҡшау, яман шеш, тире сирҙәре барлыҡҡа килә.
— СПИД-ҡа ҡаршы саралар, дәрестәр, конференциялар ойоштороламы?
– Әлбиттә, беҙ байтаҡ эш башҡарабыҙ. Бында йәштәрҙең ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Медицина, нефть университеттары һәм педагогия училищеһы студенттары сирҙе иҫкәртеү йәһәтенән ҙур эш башҡара.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән һөнәри белем биреү лицейҙарында, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында сығыш яһайбыҙ, төрлө секциялар үткәрәбеҙ. Өҫтәүенә, СПИД-ҡа ҡаршы фильмдар күрһәтеп, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу программала ҙур урын алып тора. Һуңынан инде халыҡ араһында анкеталар таратып, йәштәрҙең сир хаҡында мәғлүмәтлелек кимәлен тикшерәбеҙ.
Шуны билдәләргә кәрәк: ВИЧ-инфекция кешенең сәләмәтлегенә генә түгел, иҡтисади юғалтыуҙарға ла килтерә. Ни өсөн тигәндә, күпме эшсе көстө, балалар тәрбиәләй алырлыҡ ата-әсәләрҙе юғалтабыҙ.
Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында сирлеләр артыуы күҙәтелә. Дүрт-биш йыл элек кенә ауырыған гүзәл заттар әҙерәк ине.
— Әле һеҙ ниндәй сәбәптәрҙең сирҙе йоҡтороу ихтималлығын арттырыуын һанап үттегеҙ. Тимәк, СПИД — енси бәйһеҙлек һөҙөмтәһе, тип әйтергә була.
— Бынан ун йыл самаһы элек тап шулай ине. Хәҙер хәл башҡасараҡ. Билдәле булыуынса, тәүге ВИЧ-сирлеләр 1983 йылда асыҡланған. Ул йылдарҙа вирус айырым ҡатлам кешеләре араһында таралған: наркомандар, фәхишәләр, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар... Әммә эпидемияның тәүге декадаһы һуңында СПИД вирусы, үрҙә һаналған ҡатлам сиктәренән сығып, бөтә кешелек донъяһын ялмап алды. Бының менән шуны әйтергә теләйем: төп сара – иҫкәртеү. Ғалимдар, аңлатыу эштәре ауырыуҙар һанын 30 процентҡа тиклем кәметә ала, тип иҫбатлай. Шунлыҡтан был сир алҡымыбыҙҙан алмаһын тиһәк, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, әхлаҡи тәрбиәне үҫтереү зарур. Әйтәйек, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, инфекция йөрөтөүселәрҙең 30 процентҡа яҡыны СПИД менән сирләгәнен белмәй ҙә тиерлек, улар осраҡлы асыҡлана. Был иһә сир йоҡтороу ҡурҡынысын арттыра ғына.
Ғөмүмән, СПИД-тан кеше шунда уҡ ауырып китмәй. Антиесемдәр 3 – 6 айҙан, һирәк осраҡта хатта бер йылдан һуң хасил булыуы мөмкин. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡан алғанда йәки укол ҡаҙағанда кеше сәләмәтлегенә һаҡһыҙ ҡарарға хаҡы юҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙең медицинала барлыҡ ҡорамалдар ҙа ентекле стерилләнә. Шулай ҙа күпселек, бер тапҡырға иҫәпләнгән ҡорамалдарҙы ҡулланыу талабын яҡлай.
— Ауырыу кешенең ғүмер оҙонлоғо күпме?
— Зарарланған мәлдән алып – уртаса 5 – 8 йыл, ә Африканың ҡайһы бер илдәрендә 10–12 йылға тиклем етә. Европа эксперттары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа сирҙең үҫешен тотҡарлауға булышлыҡ иткән медицина препараттары барлыҡҡа килһә лә, әлегә тиклем СПИД-ты дауаларлыҡ бер ниндәй ҙә вакцина йә дарыу уйлап табылмаған. Заман медицинаһы вирусты үрсетеүҙән туҡтатып тороусы һәм шуның менән ғүмерҙе һаҡлаусы ҡайһы бер дарыуҙарға эйә. Шулай ҙа яҡын киләсәктә, бәлки, биш-ун йылдан һуң, һау кешеләрҙе һаҡлауға һәләтле профилактик вакциналар етештерелә башлар тигән ышаныстабыҙ.
— ВИЧ-инфекцияның билдәләре ниндәй?
— СПИД-тың тәғәйен генә “йөҙө” юҡ, ул башҡа ауырыуҙарға оҡшаш. Зарарланғандан һуң бер ниндәй билдәләре булмаған инкубация осоро башлана. Лимфа биҙҙәре ҙурая, эс китеү күҙәтелә, сәбәпһеҙ “ябыҡтыра”. Тәнгә теләһә нәмә сығыуы ихтимал, һытҡылар, эрендәр күбәйә. Вирус, ҡанға эләккәс, иммун системаһын һаҡлаусы лимфоциттарҙы зарарлай. Уның һөҙөмтәһендә кеше микробтар һәм шештәр алдында “яҡлауһыҙ” ҡала. Ауырыу яй үҫешә, үрҙә телгә алған лимфа биҙҙәренең ҙурайыуы бер нисә йыл дауамында хатта берҙән-бер билдә булыуы ла ихтимал. Ҡыҫҡаһы, ВИЧ-инфекция бөтә нәмәне ялмап алған янғынға оҡшаш. Шуға ла ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында, яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын икенсе урынға ҡыҫырыҡлап сығарып, беренсе проблемаға әйләнгән сир тип иҫәпләнә. Быға тиклем бер генә сирҙең дә ғалимдар алдына сиселмәҫлек мәсьәлә ҡуйғаны юҡ ине әле. Күпме генә көрәшһәк тә, ул аҙыуын дауам итә. Әлегә тиклем сәбәптәре лә, йәшерен формалары ла тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән. Өҫтәүенә ул иммун системаһын ғына түгел, кешенең нервыларын да ҡаҡшата.
Тәүге билдәләргә әйләнеп ҡайтҡанда, йәнә шуны өҫтәргә мөмкин: ВИЧ-инфекция менән зарарланған кешене яҡынса ике-дүрт аҙнанан биҙгәк тота башлай. Был ике-ун көнгә һуҙыла. Лимфа биҙҙәренә ҡушылып, бауыр, талаҡ ҙурая. Ҡанда лимфоциттар кимәле түбәнәйә. Бер аҙҙан был билдәләр эҙһеҙ юғала, борсолорлоҡ сәбәптәр юҡ кеүек тойола башлай. Әммә бер нисә айҙан (йышырағы, бер йылдан) һуң ауырыу асыҡ беленә.
— Рафаэль Ғәли улы, был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған белгес булараҡ, ВИЧ-ты еңеп булмай, тинегеҙ. Улай икән, нисек көрәшергә һуң?
— Әлеге хәлде тотороҡло кимәлдә һаҡларға, ауырыуҙар һанын кәметергә була. Тик бының өсөн халыҡтың аңын үҙгәртергә кәрәк. Ниңәлер беҙҙең халыҡ һаулығына һаҡһыҙ ҡарай бит. Тәүҙә эшләй, шунан уйлай. Йәмғиәттә ғаилә институтын, мөхәббәт һәм тоғролоҡ төшөнсәләрен пропагандалау — көнүҙәк мәсьәлә. Ғөмүмән, кешелә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты көслө булырға тейеш.
Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 319 бала тыуған. 1997 йылдан республикала шундай 2938 сабый донъяға килгән, 2132 бала
иҫәптән алынған (тимәк, сабый сирле түгел). Ҡалғандары иһә күҙәтеү аҫтында.
Хәҙерге ваҡытта ВИЧ-инфекциялы 17 093 ауырыу иҫәптә тора, шуларҙың 62,7 проценты — ирҙәр. Быйыл 2547 кешелә ВИЧ инфекцияһы барлығы асыҡланған: 1699 ир-егет һәм 848 ҡатын-ҡыҙ. Тәүге тапҡыр ВИЧ табылғандарҙың 498-е — Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында.
Быйыл республикала сир күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда 0,98 процентҡа артҡан. Әгәр 2014 йылда был күрһәткес 100 мең кешегә 61,97 тәшкил итһә, быйыл — 62,58.
Башҡортостанда 100 мең кешегә 420 ВИЧ-инфекциялы тура килә, Рәсәйҙә — 482,3, Волга буйы федераль округында — 542,7.
Рафаэль Яппаровҡа Интернет селтәре аша ла йыш һорау бирәләр. Уларға туҡталып китәйек.– ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәрҙе эшкә алыу шарттары бармы? Етәксеңә диагноз тураһында әйтеү мотлаҡмы? Әгәр ойошмала хоҡуҡтарҙы боҙалар икән, нимә эшләргә?
– ВИЧ инфекцияһын йоҡторғандарға был йәһәттән бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Лабораторияла йәки ғилми үҙәктә ВИЧ-инфекциялы материал, ҡан һәм уның компоненттарын етештереү менән шөғөлләнеүҙән тыш, әлбиттә. Эш биреүсегә сир тураһында әйтеү мотлаҡ түгел. Был – һеҙҙең шәхси тормошоғоҙ. Әгәр хоҡуғығыҙ боҙола тип һанаһағыҙ, беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ, юрист мотлаҡ ярҙам итер.
– Урамда шприцтың бысраҡ энәһенә баҫҡандан ВИЧ йоҡтороп буламы? Был осраҡта нимә эшләргә кәрәк?
– Был һорауҙы йыш бирәләр. Мөмкинлек булһа, мотлаҡ травматология пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Бында һәр яҡлап медицина ярҙамы күрһәтерҙәр. Әгәр мөмкинлек юҡ икән, яраны дезинфекциялағыҙ. Был осраҡта ВИЧ-инфекция йоҡтороу ҡурҡынысы янамай тиерлек, ә бына В гепатиты менән ауырып китеү ихтималлығы бар.
– ВИЧ-инфекцияны сәс киҫтергәндә, маникюр һәм педикюр салондарында йоҡтороп буламы?
– Был йүнәлештә эшләгән бөтөн салондар ҙа санитария-гигиена талаптарын үтәргә тейеш. Был мотлаҡ! Әгәр хеҙмәтләндереү тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолған икән, ВИЧ ҡурҡыныс түгел.