Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала тыуғас – яңы һулыш
Бала тыуғас – яңы һулыш Сабый бүләк иткән саҡта Хоҙай ҡатын-ҡыҙға иҫ киткес көс һәм сыҙамлыҡ та ебәрә, тиҙәр. Төндәрен йоҡламаған йәш әсәнең яңы дәрт менән таңды ҡаршылауын, үтә йыуаш ҡатындың ҡапыл ҡыйыуланып китеүен, ҡайһы берҙәренең быға тиклем беленмәгән һәләттәренең асылыуын тағы нисек аңлатырға?!

“Улар – иң ҙур ҡаҙанышым!”
Бала тыуғас – яңы һулышИлүзәһен йөрәк аҫтында йө­рөткән саҡта Гүзәл Ҡунафина үҙе йәшәгән Красноусол ауылында балалар өсөн тауарҙарҙың наҡыҫлығына иғтибар итә. Бәпес тыуғас, карауат һәм коляска артынан Стәрлетамаҡҡа йә Өфөгә барырғамы ни? “Юҡ, Ғафури районы үҙәгендә балаларға махсус магазин булырға тейеш”, тигән ҡарарға килә буласаҡ әсә. Был ниәт ире Дамирға ла оҡшай. Бу­рысҡа аҡса, ҡуртымға бина алып, йәштәр теләктәрен тор­мош­ҡа ашыра.
Ике йылда эштәре алға киткән: Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалала­рындағы күмәртәләп һатыу базалары менән бәйләнеш яйға һалынған, район халҡының ихтирамын яулауға өлгәшелгән. Иң мөһиме – Ҡунафиндар быйыл ҡыҙҙарына ҡусты алып ҡайтҡан һәм барлыҡ уңайлыҡтары булған яландай йорт һалып ингән!
Уңған әсә, ике балаһын тәрбиәләүҙән тыш, ял көндәре магазинда һа­тыу итергә көс таба. Шул арала Интернеттан ябай шарҙан үҙенсәлекле уйынсыҡтар эшләргә өйрәнеп, заказдар ҡабул итә башлаған.
Бизнес күп ваҡытты алһа ла, ғаиләгә зыян килтерергә тейеш түгел, тигән фекерҙә Ҡунафиндар. Шуға ла улар бөтәһен дә бергә башҡарырға тырыша – тауар артынан дүртәүләп йөрөйҙәр, магазинға эшкә сыҡҡанда йыш ҡына балаларын да алып килеп уйнаталар.
– Һатып алыусыларҙан ҡолаҡ ҡаҡһам-ҡағам, әммә мотлаҡ дүрт-биш тапҡыр ҡайтып, улымды имеҙеп киләм. Ике йәшлек Илүзәбеҙ бәпесте ҡарашырға, әүрәтергә эшкинде. Биш айлыҡ Асҡарыбыҙ ун килограмлыҡ баһадирға әүерелде. Улар – минең иң ҙур ҡаҙанышым, – ти Гүзәл.

Бойоғорға ваҡыты юҡ
Бала тыуғас – яңы һулышҺәр әсә балаларына тәмле торттар бешереп ашатырға яра­та. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Зәлиә Хәсә­нова ошо ғәҙәти эште бизнесҡа әүерелдергән. Күңел һалып әҙер­ләгән тәмлекәстәренән ауыҙ итеп ҡарамаусылар районда һирәк­тер, моғайын.
Ғаилә байрамдарына бешер­гән торттарын дуҫтары һәм туғандары оҡшатып, үҙенә лә эшләп биреүен һорай. Тора-бара заказдар яуа башлай. Һуңғы ике йылда Зәлиә был шөғөлдө шул тиклем үҙ итеп өлгөргән, хатта декретҡа тиклем бухгалтер бу­лып эшләгәнен ҡайһы берҙә онотоп та ебәрә икән.
– Бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрә белмәнем, миңә был һәләт бирел­мәгәндер тип уйланым. Шуныһы ғәжәп: икенсегә әсәй булғас, рәсемдәр үҙенән-үҙе матур килеп сыға, торттарҙы ла еңел биҙәйем, – ти Зәлиә.
Заказды өлгөртөр өсөн уңғанбикә бисквиттарҙы төндә, балалары йоҡлағанда, бешерә. Иртән уларға кәрәкле форма биреп, ҡалалағы фабриканан яҙҙыртып алынған мастика тигән ҡуйы крем менән матурлай.
– Декреттағы ҡатын-ҡыҙға йыш ҡына аралашыу етмәй, ул кеше араһына сығырға ҡыйынһына башлай. Минең бойоғорға ваҡытым юҡ, сөнки көн дә тиерлек яңы таныштар табам, торттар өсөн биҙәктәр уйлап сығарам, кемдеңдер байрамын йәмләй алыуыма ҡыуанам. Тағы ла иремдең эш хаҡын көтөп ултырмайым, үҙемә етерлеге килеп тора, – ти оҫта ҡуллы ҡатын.
Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, туғыҙ йәшлек ҡыҙҙары Сабина мәктәптә яҡшы уҡый, яңыраҡ концертта бейеп тә ҡыуандырған. Кинйәләре Самира ла аралашыу­сан, сос бала булып үҫеп килә.

Ҡыҙҙар мехенди биҙәген ярата

– Улыбыҙ Сармат тыуғас, етдиерәк, ҡыйыуыраҡ булып киткәйнем, ҡыҙыбыҙ Әсилә күңелемде наҙға тултырҙы, – ти Ләйсән Ғарипова. – Ул ҡупшы кейенергә, прическалар эшлә­тергә ярата, ҙурайғас, иң матуры булам, тип хыяллана. Мехендиға тотоноуыма ла ике йәшлек ҡыҙым сәбәпсе.
Һинд, шәреҡ актерҙарының ҡул суҡтарындағы һүрәттәр барыһына ла яҡшы таныштыр. Мехенди тип аталған был семәр хәҙер Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары араһында модаға инде. Кескәй Әсилә ҡулына ошондай биҙәк яһауҙарын һорай башлағас, әсәһе үҙе эшләп ҡарарға була.
– Тәбиғи ҡына буяуы менән биҙәнеү Исламда рөхсәт ителә, сөнки ул микробтарҙы үлтерә, һаулыҡҡа зыян килтермәй. Көн буйы мехенди яһап ултырған саҡтарымда ла арымайым, киреһенсә, күңел ял итә, – ти йәш әсә.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған рәссам ул Ләйсән, шуға ла баш ҡалабыҙҙа шөғөлөн уның кеүек камил башҡарыусылар һирәк. Оҫта ҡуллы ҡатынды бөгөн төрлө күмәк сараларға йыш саҡыралар. Мәҫәлән, уҙған аҙнала мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашып, эшләгән аҡсаһын берәҙәк хайуандарға ярҙам өсөн тапшырған. Был аҙнала Әсәләр көнө уңайынан буласаҡ әсәйҙәрҙе бушлай биҙәндереп һөйөндөргән.
– Декрет ялым аҙағына яҡынлашып килә. Эшкә сыҡһам да, мехенди сәнғәтен ташламаясаҡмын – күңелгә лә ята, табыш та килтерә, – ти нәзәкәтле ҡатын.



Автор: Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә