Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вокзалдан башланған ғүмер юлы
Вокзалдан башланған ғүмер юлы Бер-береһен яратып йәшәгән парҙар йыш ҡына тышҡы ҡиәфәте менән дә оҡшаш була. Күрәһең, үҙ тиңен тапҡандар күңел донъяһы менән генә түгел, төҫ-ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле буйынса ла бер-береһенә тартымдар.

Ауылдашым, замандашым Сәғит Зәкәриә улының йәмәғәте Әнисәне тәү ҡат күргәндә, ошондай фекергә килдем. Шөкөр, инде байтаҡ йылдар тормош йөгөн ҡушарлап тартһалар ҙа, яҙмыш әленән-әле һынауға дусар итеп торһа ла, Әнисә менән Сәғит бер-береһенә ҡарата йылы тойғоларын һаҡлап ҡала алған.
– Магнитогорск вокзалында егеттәрҙе һалдатҡа оҙата инек. Шунда танышып киттек, – тип йәшлек йылдарын йылмайып хәтерләй ғаилә башлығы.
Йөҙө тулған айҙай балҡып торған сибәр ҡыҙыҡай егет күңелен шунда уҡ яулап ала. Салауат ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Әнисәнең индустрия-педагогия колледжында уҡып йөрөгән сағы була. Сәғит иһә – тау-металлургия институты студенты. Перрон тулы халыҡ. Гармунда кемдер моңло көйҙәр һуҙа. Ҡояшлы яҙғы көн күңел­дәрҙе тағы ла елкендерә. Һөйөргә һәм һөйөлөргә әҙер йәш йөрәктәрҙә мөхәббәт хисе шулай бөрөләнә. Көҙгә инде өйләнешеп тә ҡуялар. Дөйөм төҙө­лөш эштәре оҫтаһы һөнәренә уҡыған йәш кәләшкә йыш ҡына команди­ровкаларға ла сығырға тура килә.
– Улыбыҙ Ильясты ҡәйнәм ҡарашты, – тип хәтерләй Сәғит.
Ул үҙе институттан һуң тау-металлургия комбинатындағы цехҡа эшкә урынлаша. Бик ауыр хеҙмәт, күҙҙәргә йо­ғон­тоһо насар. Шулай ҙа бирешмәй егет. Бер көн ауылдан ҡайғылы хәбәр ишетелә: яҡын дуҫы Нәғимйән яҡты донъянан китеп барған. Эштә үҙен алмаштырып торорға берәү юҡ. Нисек инде бергә уйнап үҫкән яҡын кешеңде һуңғы юлға оҙатмай ҡалаһың?! Сәғит рөхсәт­һеҙ-ниһеҙ, күтәреп һуғып ҡайта ла китә.
– Нәғимйәнде оҙаттыҡ… Урап килһәм, мас­тер ҡырын-мырын ҡарап ултыра. Минең башҡа хәтәр уй килде: нимә ҡарап, ситтә ҡаңғырып йөрөйбөҙ әле? Тыуған яҡҡа ҡайтырға кәрәк… – шундай ҡарарға килә Сәғит Зәкәриә улы. – Асҡарға кил­гәйнем, “Заветы Ильича” колхозына инженер кәрәк, тиҙәр. Ҡайттым үҙебеҙҙең колхозға…
Ул осорҙа хужалыҡта бик тәжрибәле, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта белгән рәйес Исаак Пеннер эшләй ине. Милләте немец булыуға ҡарамаҫтан, уны башҡорто ла, урыҫы ла “үҙебеҙҙең Пеннер” тип йөрөттө. Ҡул аҫтындағыларҙан эш талап итә белде Исаак Гергардович, шул уҡ ваҡытта кеше хәлен дә аңлай торғайны. Үҙе бик ябай, кеселекле булды.
Шулай Сәғит Сафин инженер вазифа­һына егелә. Эйе, ысын мәғәнәһендә егелә. Малсылыҡ комплексы сафҡа индерелгән, әммә ҡорамалдар йылы климатҡа ғына яраҡлаштырылған. Сатнама һыуыҡ ҡышта таң атҡансы бөтә нәмә шыҡырайып ҡата.
– Төнөн тиҙәк туңмаһын өсөн будильникты ҡуям да ике сәғәт һайын тиҙәк ташлағысты эшкә ҡушам, – тип хәтергә ала Сәғит Зәкәриә улы.
Инженер – хужалыҡ өсөн ҙур ғына вазифа. Икенсе берәү булһа, түрәлеген иҫкә төшөрөп, һәр ике сәғәт һайын фермаға йүгермәҫ ине, моғайын. Ә был бит – Сәғит: һис ҡасан ихлас эскер­һеҙлеген, ябайлығын һәм кешелеклелеген юғалтмаған ауылдашым, әсәһе Ғә­ли­мә инәй мәрхүмә яғынан Шәғәле Шаһман кенәздең нәҫеле.
Һуңынан ул хужалыҡта партком секретары булды, ә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, партия бөтөрөлгәс, рәйес урынбаҫары, Гусевка ауыл хакимиәте башлығы бурыстарын атҡарҙы.
1992 йылда Сәғит Зәкәриә улы Таштимер һөнәрселек-техник училищеһына директор итеп ебәрелә. Ун ике йыл етәксе­лек итә ул уҡыу йортона. Ғәҙәттәгесә, бында ла эшенә мөкиббән бирелә. Әгәр етәксе вазифаһындағы кешенең ғаиләлә ныҡлы терәге булмаһа, уның үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй алмауы көн кеүек асыҡ. Сәғиттең ҡайҙа ғына булһа ла уңышлы эшләүенең төп нигеҙе – ҡатыны Әнисәнең хәстәрлекле хужабикә, һәйбәт әсәй, тоғро ҡатын була белеүендә. Юҡ, өй мәшәҡәттәре менән генә шөғөлләнмәй ул. Производство мас­теры, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, китапханасы, почта хеҙмәткәре һәм башҡа бурыстарҙы атҡара. Үҙен төрлө урында һынап ҡарай, һәр эштә уңғанлыҡ күрһәтә. Ғаиләлә иһә ике бала – Ильяс менән Роза – үҫә, уларға ла етди иғти­бар кәрәк. Сафиндар һәр ваҡыт күпләп ҡош-ҡорт, мал тота, баҡса үҫтерә. Бөгөн дә шулай. Сәғит ветерандар советына ла етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба, төҙөлөш материалдары һата.
– Сәғит миңә: “Өйҙә генә ултыр”, – тип әйтә килде гел. Ризалашманым. Нисек сыҙамаҡ кәрәк, өйҙә генә ултырып? Әлбиттә, йорт-ҡурала эш етерлек, өлгөр генә. Ләкин ҡайҙа ла булһа эшләп йөрөмәһәм, үҙемде ниҙәндер мәхрүм тоям, – ти Әнисә.
Ә Ильяс менән Розаның үҙ ғаиләләре. Улдары Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус урта музыка мәктәбен тамамлағас, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестрында бер аҙ эшләп алды, төрлө илдәргә гастролдәргә йөрөнө. Бар булмышы менән ҡурайсы, гармунсы атаһының йәш сағын хәтерләткән Ильяс ҡурайҙа ла, баянда ла бик матур уйнай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө баҙар шарттарында яҙмышҡа хужа түгелбеҙ. Тормош үҙе беҙҙе икенсе юлдан әйҙәй. Ильяс та кәләше Гөлсинә менән эшҡыуар булып китте, ике бала тәрбиәләйҙәр. Сәнғәтте онотмай йәш кеше, “Байыҡ” бейеү конкурсында призлы урын яулағаны ла бар.
Педагог һөнәрен һайлаған Роза иһә ире Салауат менән Сибай ҡалаһында йәшәй, өс бала тәрбиәләйҙәр. Бик күркәм, татыу ғаилә ҡорған улар ҙа. Ғөмүмән, Розаға ҡарайһың да, балаларға тәрбиә бирә торған һөнәр эйәһе тап шундай булырға тейеш, тип уйлайһың.
…Бәләкәй генә Юлдаш ауылында тормош гөрләп тора. Бер генә тантана ла, байрам да башланғыс класс уҡыусыла­рының ҡатнаш­лығынан тыш үтмәй. Йөҙө­нән һис ҡасан яғымлы йылмайыу кит­мәгән, күҙҙәре гел осҡонланып янған Сәғит ул кисәләрҙә халыҡты хайран ҡалдырып гармунда, ҡурайҙа уйнай, иҙәндәрҙе дер һелкетеп бейей.
– Әртис булыр был бала, – тип өлкән­дәр үҙ-ара әкрен генә фекер алышыр булған ул бәләкәй саҡта. – Ҡайһылай килештерә!
Кемеһелер бүтәндәргә һиҙҙермәй генә күҙ йәштәрен һөртә, күрәһең, йәп-йәш кенә көйө ике балаһын ҡалдырып, мәрхүмә булған Ғәлимә инәйҙе, әсәһен хатта хәтерләмәгән Сәғитте йәлләй торған булғандарҙыр.
Бөтә күңеле менән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ Сәғит артист булманы. Уның ҡарауы, күптән түгел районда үткәрелгән бейеүселәр конкурсында икенсе урынды яуланы. Уның бейеүен күргән берәү ҙә Сәғит Зәкәриә улының инде алтмышты ашатлаған ир-уҙаман булыуын уйына ла килтермәй.
Сәғит яҡташтары араһында абруй яуланы, ғүмеренең төрлө һынауға дусар мәлендә лә Кеше булып ҡалды.





Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә