Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт Башҡортостаныбыҙҙың пайтәхете Өфө донъя сәйәси тормошоноң үҙәгенә әйләнеп барамы, әйтәгүр, юҡһа унда дәрәжәле йыйындар быйыл ғына шул ҡәҙәре уҙғарылмаҫ ине. Әлбиттә, хәҙергесә атамалар йөрөтөүсе осрашыу-йыйындарҙың һәр ҡайһыһының үҙ ҡоласы, үҙ ниәте тигәндәй… Ләкин, кемдәр һәм ниндәй маҡсаттар менән генә ҡор ойоштормаһын, һөйләшеүҙәр, нигеҙҙә, “халыҡ һүҙен ташлама”, “кәңәшле ил тарҡалмаҫ” тигәнерәк иҫкермәҫ ҡағиҙәгә таяна.

Бөтә донъя башҡорттарының сираттағы ҡоролтайын быйыл Өфө ҡабул итеп оҙатып торған бүтән форумдар менән сағыштырыу — әҙәпкә көс килтерерҙәй ғәмәл, шул уҡ ваҡытта осрашыуҙарҙың июлдә уҙғаны ла, әлеге ҡырпағайҙағыһы ла ауаздаш хәстәрҙәр — ил-дәүләт, халыҡтарҙың бөгөнгө хәле, иртәгәһе көнө һәм яҙмышы тураһында уйланыуҙар ме­нән тулы булды, шикелле. Көнитмеш Еребеҙ — сикһеҙ ғаләм түгел, тимәк, ундағы мәсьә­ләләрҙең көллөһө лә һәр кемдең бөгөнгөһөнә, алдағы көнөнә ҡағылмай булмай.
Нәүбәттәге ҡоролтай яҡты көндөң тоҡос­ланған, ҡыш һыуығының яғаны матҡып алған мәленә тура килде. Йәнә лә ҡар көсәйеп, буран шашып китте. Йыйынды ойоштороусылар: “Көн көнгә оҡшап тыумаҫ, көн һайын ҡояш булмаҫ”, — тигән аҡылға таянғандыр, шәт. Һәр хәлдә, ҡоролтай эшен дәртле генә башлап ебәрҙе һәм ошо эшлекле кәйеф, ойоштороуҙағы бәғзе ҡытыршылыҡтарға бигүк төртөлмәй, йыйын аҙағынаса һаҡланды.
Мәртәбәгә дәғүә итеүсе ғәмәлдәр, ҡағиҙә булараҡ, республиканың юғары етәкселә­ренең ҡатнашлығыһыҙ үтмәй. Был юлы ла ҡоролтай делегаттары Башҡортостандың Башлығы Рөстәм Хәмитовты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевты, Федерация Советы ағзаларын һәм Дәүләт Думаһы депутаттарын, Хөкүмәт вәкилдәрен күрә, улар менән аралаша алды. Күргәҙмәләр, ҡоласлы мәҙәни саралар — беҙҙә, шөкөр, был йәһәттән дә маһирлыҡ бар.
Ләкин, йыйындарға тантаналы төҫ һәм байрам кәйефе бирергә ни ҡәҙәре генә ҡырсынма, ул төп тәғәйенләнешенән — кәңәш ҡороу һәм эште яйға һалыу маҡсатынан — тайпылырға тейеш түгел.
Башҡорт ҡәүеменең һәм, ғөмүмән, Башҡорт­остандың ҡан тамырын ҡапшар, йөрәк ҡағышына ҡолаҡ һалыр йыйындар, мөҙҙәтенә ҡарап, ни өсөн саҡырыла икән? Ошондай ҡоролтайҙарҙың өсәүһендә миңә ҡатнашыу насип булды һәм уларҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең өлгөрөп еткәнлеген, ҡарарҙар, резолюциялар, мөрәжәғәттәрҙең иғтибарға алыныу-алынмауын баһалар мөмкинлегем барҙыр, тием. Ҡоролтайҙар һайын иғтибар үҙәгенә алынып, ҡабат-ҡабат әйтелеп килеүсе төп фекер — тел, мәҙәниәт, ер-һыу, дөйөм­ләштереп алғанда, халыҡ һәм ил яҙмышы. Һөйләшеү, ғәҙәттә, ошо даирәлә урала. Һәр йыйынға, белгес-эксперттар зиһене менән һәм дәүләт органдары ҡатнашлығында, етди генә, урынлы кеүек тойолған документтар әҙерләнә. Уларҙың мөһимлеге шик тыуҙырмай, ләкин бойомға ашырыуҙа эҙмә-эҙлеклелек һәм ныҡыш­малылыҡтың булмауы хафаландыра. Был “Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законға ла, башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, республика мәктәптәрендә уҡытыуға ла, туҙҙырылып ташланған ауыл хужалығы ерҙәренең яҙмышына ла, урман, һыуҙарға ла ҡағыла. Һанап ултырыуымдың сәбәбе шунан: ошо мәсьәләләр тел осонда тиҫтәләрсә йыл йөрөй, “давай-давай!” тигән һөрән күптән теңкәне ҡоротто, әммә улар ҡоролтайҙан ҡоролтайға күсә килә. Халыҡ әйтмешләй, һаман берәүҙең — ҡулы, икенсенең теле эшләй. Иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең дә, хәл ителеү тапмай, йылдан-йылға, хатта быуындан-быуынға йөрөүе лә йәмәғәт ойошмаһы менән хакимлыҡ органдарының арҡаҙашлыҡ күрһәтеүгә һәләтле булмауын дәлилләйме ни?
Республика Башлығының ҡотлау һүҙе һәм ҡоролтайға фатихаһы, традицион рәүештә, дөйөмләштерелгән йөкмәткеле булһа ла, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре Башҡарма комитеты рәйесе, бер үк ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе, тәжрибәле сәйәсмән Румил Аҙнабаевтың хисап биреү доклады, бойомға ашырылғанынан бигерәк, башҡарылмаған эштәргә байҡау яһарға һәм баһа бирергә тейеш ине. Делегаттар иһә һис кемгә лә төбәлмәгән зарланыу, ритуаль саҡырыуҙар, хатта нимәгәлер маһа­йыу һүҙҙәре менән хушһынырға мәжбүр булды. Дөрөҫ, секциялар ултырыштарында һүҙ башлыса факттарға нигеҙләнеп алып барылды. Был ҡоролтай эшенә тормошсанлыҡ биргәндәй булды. Мин, мәҫәлән, бәлки, ысын эшлеклелек мөхитен тойормон тип, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләре буйынса секцияға инеп ултырҙым. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов, бер генә проблеманы ла күтәрмәй, залдағыларҙы уңыштар, финанслау, инвестиция һандары менән күмеп ташлаһа, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Азамат Хәсәнов башлыса тәжрибәле деле­гаттарға ниндәйҙер инструктив документты уҡып ялҡытты. Формаль фекерләшеүгә, ярай ҙа, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Марат Камалов менән Ауыл хужалығы етештереүселәренең республика ассоциацияһы рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиевтең сығыштары йән өргәндәй булды. Ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәсәй, Башҡортостан фермерҙары менән Франция, Финляндия, Яңы Зеландия фермер­ҙары эшмәкәрлегендәге сағыштыр­ғыһыҙ айырма миҫалында үҙе­беҙҙәге бөтөнләй файҙаланылмаған мөмкинлектәрҙе күрһәтергә тырышты. Тел менән һөйләгәнсе, ысындан да, ҡул менән эшләп күрһәтеү отошлораҡ бит. Хәйер, өлгө алырҙай миҫалдар үҙебеҙҙең райондарҙа ла бар.
Әлегә һаман хәбәр һөйләү, теләк теләү өҫтөнлөк ала. Кемделер әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ, ә үҙебеҙ ихласлап эш күрһәтергә ашыҡмайбыҙ. Халыҡтың: “Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр”, — тигән хаҡ һүҙен ысындан да ҡоро һүҙ итеп кенә ҡалдырҙыҡ. Әүәлгерәкке яҙмаларымда әйтә килгәнемсә, йөмһүриәттә формаль саралар, кәйеф-сафа, ғәҙәти тормош менән уртаҡлығы булмаған байрамдар, ғәҙәттәр ишәйә. Тәрбиә, әхлаҡ, хеҙмәткә өйрәтеү, ғаилә һ.б. мәсьәләләр, дәүләттең институциональ бурыстарынан ситләтелеп, юридик вәкәләттәре булмаған ағинәйҙәр, әхирәттәр ҡорҙары ҡарамағына тапшырыла. Әйткәндәй, ауыл ерендәге емереклекте, эшһеҙлекте, инфраструктура һәләкәтен, эскелекте, көсәйә барыусы оғролоҡто олоғайған ҡатын-ҡыҙҙың оялтыуы, мәсеттәрҙәге вәғәздәр, урынлы-урынһыҙ уҡылған мөнәжәттәр менән генә еңеү мөмкин түгел. Ҡоролтайҙа йәштәргә заман талап иткән, башлыса техника, математика, физика, банк-финанс эшмәкәрлеге, халыҡ-ара юриспруденция, дипломатия буйынса белемдәр биреү мәсьәләһе, ғөмүмән, онотолдо. Йәл. Теләк булһа, әмәле лә табылыр ине, әммә беҙ ошо әмәл тураһында онотоп ғүмер үткәрәбеҙ.
…Ҡоролтайҙағы һуңғы һүҙҙәрҙе ишетеп, бер дәүләттәге ике гимн менән әҫәрләнеп, хәҙер инде донъя сәйәсәте сәхифәһенә инеп ҡалған Конгресс-холл бинаһынан урамға сығыуға быйылғы тәүге буран, һыртына эйәр һалдырмаҫҡа ярһыған тай-тулаҡ һымаҡ, уғата ҡоторғайны. Нишләйһең, тәбиғәттең мәрхәмәтен дә, нәфрәтен дә һорап алмайһың. Уның — үҙ ҡанундары, беҙҙең — үҙ яҙмышыбыҙ. Бөгөн елгә бирешһәк, иртәгә дауылдың аяҡтан йығыуы ихтимал. Шуға күрә, тамырҙарыбыҙҙы тыуған ергә нығытып, ҡуйы урман булып, бергә-бергә йәшәүҙән бүтән сара ҡалмай. Һүҙ менән елпәңләмәйек, бәлки тотоноп башҡарған эштәр менән йәшәйек.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә