Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙһеҙ ҙә билдәле
Рәсәй юлдары ғәләмәт теремек хәҙер. Йылғыр ғыналар. Уҫалдар һәм тәкәбберҙәр. Яңы йыл төнөндә лә йоҡламайҙар. Былай, әҙләп шунда, керпек ҡағып ҡына алалар. Әйтерһең дә, тотош ил туҡтауһыҙ урындан-урынға күсенеп тик йөрөй. Фуралар, бер урыҫ телле замандашым әйтмешләй, “куну-туну” килә лә киләләр. Ҡеүәтле йүгерәләр. Күкрәктәр кирелгән, ҡараштар офоҡтарға барып тоташҡан. Баяғы Яңы йыл шыршыһылай, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уттарын сағыу балҡытып, иркен, хужаларса елдерәләр. Табыш алыу ихтыяжы йөрөтә, шул һаман өҫтөн сыға бара. Араларынан еңел машиналар баҙнатһыҙыраҡ үтә, улар хатта был мәлдә бәләкәсәйә төшкәндәй, эскә тартыла бирелгәндәй тойола. Шунһыҙ әмәлдәре юҡ, көстәр, ай, тигеҙ түгел бында.

Йөк ташыусылар, бына әлеге кеүек, бер-береһе менән һөйләшә-һөйләшә бара. Бөтөнләй таныш түгел кешеләр ҙә, йөҙмә-йөҙ мәңге осраш­маған-күрешмәгәндәр ҙә, тип уйларға кәрәк. Һәм был бик ғәҙәти килеп сыға. Рөхсәтһеҙ, һаулыҡ һорашмай килеп инеү түгел был. Бында ҡапҡа, ишек юҡ. Ҡыңғырау ҙа. Беренсенән, бөтөнләй әҙәм яратмаған кеше лә, тыуған туп­һанан йы­раҡта айҙар буйы юл тапап, зарығып китәлер, икенсенән, үҙ-ара теләктәшлек, ярҙам итеү тигән нәмә лә барҙыр. Икенсеһе дөрө­ҫөрәктер әле: кемдә, шул иҫәптән, бына беҙҙеке ише, еңел авто­мобилдәрҙә лә, ошо дөйөм тул­ҡынға көйләнгән рация бар, ул оҙон, күпселектә таҡыр булмаған юлдарҙа, әлеге тулҡындарҙа, ҡайҙа бәүелеп, ҡайҙа һикерәнләп, сәфәрен дауам итә. Берәүҙәр шым ғына тыңлай. Ҡай­һылары һөйләй. Тура эфирҙа, һис ниндәй әҙер­лекһеҙ, сценарийһыҙ, хатта планһыҙ, һөйләй. Һәйбәт был: мәғлүмәт тә алаһың, тәбиғәттән килгән һүҙсәнлегеңә лә ирек бирелә. Һүҙҙәр ҙә яман бит улар, бер урында ар­тыҡ йыйылһалар, араһындағы әсерәктәре бүтән­дәрҙе лә буярға керешә, бер көн килеп, күмәкләп азатлыҡ яулаһалар, ай-бай, күп нәмәне ҡырып һалалар. Быуаны яйлап аса торорға кәрәк ул.
Хәбәрләшә ултырыу ойоп китмәҫкә лә арыу. Ҡайһы саҡ берәйһен, йомшартып әйткәндә, тәнҡитләп тә алалар:
— Ҡайҙа бара был… бәләкәс?!
Беҙҙең ише еңелсәктәрҙе шулай атай улар. Һәм бында мәғәнә тура ғына түгел, күсмә лә шикелле: автопоездар беҙгә өҫтән, эре ҡарай, әйтеүемсә, үҙҙәрен хужа итеп тоя һәм тота. Гүйә, тимер юлдалар, ысын тепловоздар үҙҙәре.
Әрләмәй ҙә булмай шул: нисек тә алға сығырға теләүселәр, үҙен дә, башҡаларҙы ла хәүефле хәлгә ҡуйыусы әрһеҙҙәр, табыла тора.
Тимер атым яйлап туҡтаны.
Эфир уғата йәнләнеп китте.
— Нимә, егеттәр, оҙаҡҡа микән был? — Һорау биреүсенең тауышы былай көр генә. Һорауында әллә ни оҙаҡҡа түгеллеккә өмөт сағылды, бының хәҙер үк юлдаштары тарафынан инҡар ителе­ренә иҫәп тоталыр.
Ләкин ул көтөлгән яуапты ишетмәне:
— Шуға оҡшаған: минең алда халыҡ кү-ү-п. – Ҡайҙандыр, алғы яҡтан, шундай эс бошорғос хәбәр килеп етте.
Күпмелер тын тора бирҙеләр.
Шунан эфирға өсөнсө юлаусы килеп инде.
– Сәй ҡуя башларға мөмкиндер инде? – Тупһанан уҡ һорау ҡатыш һағыш белдерҙе ул.
– Мөмкин-мөмкин. Оҙаҡҡа был. – Тағы бер тауыш өҫтәлде, эйәһе тәжрибәле кешегә оҡша­ған.
Шул ваҡыт берәү, минеңсә, халыҡсан йор һүҙлелектең хайран юғары кимәлен күрһәтте:
– Араҡы сығара башларға ла була, абзый­ҙар, – тине. Йәнәһе, шешәләрҙе бушатып, кире айнырға ла өлгөрөрбөҙ.
Эфир шым ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы.
Бер кем дә эсмәне, әлбиттә. Мин шулай уйлайым. Алыҫ юлдарҙа айыҡ йөрөмәү заманы уҙҙы бит. Ул ваҡытта, йәш сағында эше йөк ташыуға бәйле берәү һөйләгәйне, бүтәнсә мөмкин дә булмай: иҫке газиктарҙа, соҡор-саҡыр юлдарҙа, таң һарыһынан төн ҡараһынаса… Уның менән шәх­сән килешеп етмәнем, әлбиттә, ләкин бәхәсләшеп торманым, унан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты, күп тәгәрмәс туҙҙы, тигәндәй. Ғәйепләү арауығы уҙҙы, ҡыҫҡаһы.
Ә “араҡы” һүҙе, етмәһә, машинала китеп бар­ғанда, ҡолаҡҡа йәмле булып ишетелмәһә лә, бик урынлы, образлы ҡулланылыуы арҡаһында, хайран күркәм ҡабул ителдесе… Төп герой ҙа түгел үҙе, былай, персонаж ғына, әммә унан тотош әҫәр сағыу янып китте.
Сираттағы мәртәбә ошо һығымтамды яһаным.
Күп нәмәне, барыһын да булмаһа әле, һүҙ тота шул ул. Рухыбыҙ ҙа шуға таяна. Туҡтаға­ныбыҙҙа ла, ватылғаныбыҙҙа ла, артҡа тәгәрә­гәнебеҙҙә лә. Алға этәргәне, тартҡаны, өндәгәне һүҙһеҙ ҙә билдәле.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 24.11.2015, 21:09
    Авторға мәктәп уҡыусыһына тәғәйенләнгән "Башҡорт теле" (грамматика) дәреслеген ныҡлап уҡып сығырға кәңәш итәм. Уңыш теләйем.






Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 17

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 24

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 21

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 28

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 23

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 31

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 31

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 29