Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайым биргән һабаҡтар
Атайым биргән һабаҡтар Ҡаһарманлыҡ. Атайым Ғайса Көнәфиә улы Кәримов тураһында уйлағанда, мин йыш ҡына ошо һүҙҙе иҫемә төшөрәм. Уның бар тормошо, йәшәйеше, эше, ғөмүмән, яҙмышы ҡаһарманлыҡҡа тиң тип иҫәпләйем. Бер ваҡытта ла уның маһайыуын, маҡтаныуын ишетмәнем, ғөмүмән, күрмәнем. Бар ғүмере кешеләргә хеҙмәт итеп, ярҙам күрһәтеп үтте.


…Ишембай районының ярһыу Егән йылғаһы буйында, тауҙар ҡуйынында ултырған Ғүмәр ауылында тыуған ул. Ауылында башланғыс белем ала, һуңынан Маҡар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Ә был йылдар – шанлы йылдар, Бөйөк Ватан һуғы­шы осоро... Атайымды 17 йәштә генә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Элем­тә­селәр курсында уҡып, радист һөнәрен үҙ­ләштерә ул. 1943 йылдың мартында совет яугире Ғайса Кәримовтың фронт юлдары башлана. “Күптән түгел генә Александр Матросов, бөйөк батырлығын күрһәтеп, бөтөн совет һалдаттарының ошо ҡаһарманлыҡ менән ҙур ғорурлыҡ кисергән мәлдәре ине”, – тип хәтерләй торғайны. Батыр һалдат Александр Матро­совтың яҡташы Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнен дә белһә, нисек ғорурланыр ине яугир ул ваҡытта!
Минең атай 2-се Украина фронтында яу юлы үтә. Элемтәне уңышлы тәьмин итеү бурысын йөкмәтә­ләр уға. Совет ғәскәрҙәре менән бергә бөтөн Европа илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. 9 Майҙа, Еңеү иғлан ителгән көндә лә, ул хәрби бурысын үтәй, Чехословакияны азат итеү һуғыштарында була. II, III дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Польшаны алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Чехословакияны азат иткән өсөн” миҙалдары һәм башҡа күп наградалар менән бүләкләнә.
Атайым 1947 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һигеҙ баланан бер үҙе генә иҫән ҡала. Яңғыҙ әсәһе, минең өләсәйем, ҡаршылай уны өйҙә. Атаһы, Көнәфиә олатай, Алыҫ Көнсы­ғыштағы Артем ҡала­һында шахтала эшләгәндә һәләк була. Туғандары аслыҡтан, төрлө ауы­рыуҙарҙан вафат була. Һуғыш михнәттәрен үтеп ҡайтҡан батыр һалдат атаһын, туғандарын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ләкин ҡаһарман яугир баш эйеп ултыра буламы! Ауылдағы хужалыҡты нығытырға тотона, иң яҡын, берҙән-бер кешеһе – әсәһен, Вазифа өләсәйемде, бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа үҙенә һүҙ бирә.
Тыуған ауылында мәңгелек мөхәббәтен осрата. Әсәйемә, Ғүмәр ауылы һылыуы Латифа исемле ҡыҙ­ға, өйләнеп донъя көтә башлайҙар. Улар беҙгә, ете балаға – өс ул һәм дүрт ҡыҙға — ғүмер бирҙе.
Атайым ул саҡтағы Маҡар районының “Алға” гәзи­тендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай, радио хәбәрсеһе бурысын да үтәй. Белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инә. Ошо осорҙа Ғүмәрҙә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Атайым ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнә, ғүме­ре буйына мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып эшләй. Күпмелер ваҡыт географиянан да уҡыта, байтаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһын етәкләй. Башҡорт дәүләт уни­вер­ситетын тамамлап, ауылда иң тәүге юғары белемле мөғәллим була. Ул үҙенең эшен бигерәк яратыр ине. Дәрестәрен ғәҙәти итеп кенә үткәрмәне. Һәр бала нимә менәндер шөғөлләнер ине мәктәптә. Уның һәр дәресе ысын мәғәнәһендә ижад лабора­торияһы булды. Ғүмәр мәктәбендә эшләй башлаған көндәренән алып атайым “Йәш әҙәбиәтсе” тигән ҡулъяҙма китап сығарҙы. Уҡыусыларҙың шиғырҙары, хикәйә­ләре, олатай-өләсәйҙәренән яҙып килтергән легенда-риүәйәттәре ошо китапта баҫылды. Рәссам­дары ла уҡыусылар булды. Һуңыраҡ, китаптан тыш, мәктәптә “Егән” исемле әҙәби гәзит сығара башла­ныҡ. Башлап йөрөүсеһе, ойошто­роусыһы, әлбиттә, атайым ине. Мөхәррире лә, яҙыусылары ла, биҙәүсе­ләре лә – уҡыусылар. Быларҙан тыш, атайым “Баш­ҡорт­ос­тан” (ул саҡта — “Совет Башҡортостаны”), “Кызыл таң” гәзиттәренең штаттан тыш хәбәрсеһе булды, мәҡәләләре, очерктары республика, район гәзиттәрендә баҫылып торҙо. Ауылдаштар теге йәки был һорауҙар менән уға йыш килер ине.
Киҫкен мәсьәләләрҙе атайым республика матбу­ғатына яҙып сығара торғайны. Колхоз етәкселәре менән һүҙгә килешкән саҡтары ла булды. Әммә уның мәнфәғәттәре үҙ халҡы, уның яҙмышы, туған теле менән бәйле ине. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән дә даими элемтәлә торҙо. Башҡортос­тандың бөтөн матбуғат баҫмаларын да алдырҙы. Мәскәүҙә нәшер ителгән “Правда”, “Труд” гәзиттәре лә, Татарстанда сыҡҡан “Совет мәктәбе”, “Азат хатын” журналдары ла беҙҙең өйҙә һәр саҡ булды. Барыбыҙ ҙа йыйылған мәлдә ҡысҡырып китап йә гәзит уҡып ултырған ваҡыттар йыш иҫкә төшә. Атайым кистәрен партия мәктәбендә колхозсыларҙы уҡытты. Ә төндәрен сәғәт 2-гә, 3-кә тиклем яңы көнгә, яңы дәрескә әҙерләнеп ултырыр ине. Бына шулай көн һайын!
Ауыл уҡытыусыһының агитатор, пропагандист, сәсеү һәм урыуҙа яуаплы белгес, һайлауҙарҙа төп ойоштороусы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатна­шыу­сы, үҙешмәкәрлектә башлап йөрөүсе һәм башҡа дөйөм йәшәйеш өсөн башҡарған бурыстарын һанап бөтөргөһөҙ. Ошоларҙың барыһына өҫтәп, атайым 20 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының район методик берекмәһенә етәк­селек итте.
Шуны әйтергә кәрәк: ул башҡорт теле һәм әҙәбиә­тенән уҡытып ҡына ҡалманы, уҡыусыларҙы Егән йылғаһы буйына, Мөҡсин, Бүжә тауҙарына, Сауҡаға алып сығып, төрлө ваҡиғаларға бәйле хәлдәрҙе ҡыҙыҡлы итеп һөйләй торғайны. Һәр дәресе туған телде, тыуған яҡты өйрәнеү аша алып барылды. Сәфәрҙән ҡайтҡас, һәр балаға ижади эш – шиғыр, хикәйә, нәҫер һәм башҡа яҙмалар алып килергә ҡуша.
Ауылыбыҙҙың күренекле шәхестәре шағир һәм ғалим Вафа Әхмәҙиевтең, шағир һәм йәмәғәт эшмә­кәре Рауил Ниғмәтуллиндың тәүге ижади эштәре ошо ҡулъяҙма китаптарҙа, гәзиттәрҙә донъя күрҙе. Атайым үҙе лә ижадсы ине. Ул шиғырҙарын балаларға ҡысҡырып уҡый торғайны. Алғараҡ китеп шуны әйтергә кәрәк: әллә күпме шиғыр-поэмалары, очерктары ҡулъяҙма килеш һаҡлана.
Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа ижад менән шөғөлләнмәгән бала булмағандыр тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Ысынлап та, күптәр яҙыша торғайны, һүрәт төшөрөүселәр ҙә байтаҡ булды. Күп уҡыу­сылары атайымдың һөнәрен үҙ итте – артабан уҡытыусы булып киттеләр. Улар ара­һында, әлбиттә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика, физика, биология, география, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусылары бар. Беҙгә, үҙенең ул-ҡыҙҙарына, талап­саныраҡ та булды – уҡытыусы балаһы башҡаларға өлгө күрһәтергә тейеш тип иҫәпләй ине. Өлгө була алғанбыҙмы-юҡмы, әммә атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.
Анауындай ҙа дәһшәтле яуҙан Еңеү менән ҡайт­ҡан атайым, кешеләр ҡыуанып ҡына йәшәргә, үҙ-ара татыу булырға тейеш, һуғыш яңынан бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәне. Айырыуса туған теле­беҙҙе – башҡорт телен – һаҡлауҙы үҙенең төп бурысы тип иҫәпләне. Ауылыбыҙ балалары уҡыһын, белем алһын тип, ата-әсәләре менән һөйләшеп, уҡыусыларҙы Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, Ишем­байға, Салауатҡа алып китер ине. Ысынлап та, күптәр ауылға ҡайтҡан һайын уға рәхмәт әйтеп йөрөнө. Остаз өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Тыныс тормошта ла атайым ҡаһарманлык күрһәтте, тип әйтергә теләйем мин.
Олоғайғас, ҡаты ауырыуына ҡарамай, ейән-ейәнсәрҙәре менән ихлас һөйләшер, теге йәки был һорауҙы бирһәләр, ихлас яуап биреп ҡыуаныр ине. Уның бөтә һүҙҙәрендә ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ булды. Быйыл ноябрь айында атайыбыҙға 90 йәш тулыр ине. “Ине” шул, сөнки ул 15 йыл элек беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
Үҙе китһә лә, изге һүҙе, изге эше ҡалды. Уның эшен дауам итеүсе балалары бар. Әйткәндәй, бала­ларының барыһы ла – уҡытыусы. Икәүһе ауыл хужа­лығы белгестәре булһа ла, улар ҙа уҡытыусылыҡ, тәрбиә эше менән шөғөлләнде. Атайымдың эшен хәҙер туғыҙ ейән-ейәнсәре дауам итә. Минең улдарым Азат менән Урал да йәш быуынға белем бирә, туған телебеҙ аша тарихыбыҙҙы, хоҡуғыбыҙҙы танып белергә өйрәтә. Азат – хоҡуҡ белгесе, юридик фән­дәр кандидаты. Уралым да ғилми эш менән шөғөл­ләнә. Йәмәғәтселек эшендә лә ҡайнап йәшәй ул. Әүҙем йәштәрҙе туплап, Башҡорт асыҡ КВН лигаһын ойоштороп ебәрҙе. Үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары араһында шаяртыу, юмор һәм сатира аша туған телебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе һаҡлау, яҡлау буйынса төрлө саралар үткәрәләр. Ҡаһарман олатайҙарының юлын һайлауҙары – беҙҙең өсөн тағы бер ғорурлыҡ!
2005 йылдан Ғүмәр мәктәбендә уҡыусыларға Ғайса Кәримов исемендәге премия тапшырылып килә. Яҡшы уҡыған, гәзит-журналдар менән дуҫ бул­ған, әүҙем йәмәғәтсе уҡыусылар дәғүә итә уға. Шуныһы үкенесле: туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар булмау сәбәпле, быйыл башланғысҡа ҡалды. Шөкөр, бушап ҡалған бүлмәләрҙең береһендә ауыл тарихына, уҡытыусыларға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына арнап музей асылды.
2010 йылдан Ишембай районы хакимиәте, мәға­риф бүлеге райондың иң алдынғы, ижади эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына күре­некле мөғәллим, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, уҡы­тыу­сы-методист, мәғариф алдынғыһы Ғайса Кө­нә­фиә улы Кәримов исемендәге премияны тапшыра. Яу яландарын имен үтеп, тыныс тормошта күп эштәр башҡарған оло шәхестең исемен мәңгеләш­тереү үҙе ҡаһарманлыҡ өлгөһө ләбаһа!
Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткәндә атайым өсөн бер ғорурланһам, ауылдаштарым өсөн тағы бер һоҡланыу хистәре кисерҙем. Үткән быуаттың 1974 – 1975 йылдарында, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, Ғүмәр ауылы клубында ике ҙур стенд эшлә­гәйнек. Мин, ул саҡта 8-се класс уҡыусыһы, колхоз, бригада етәкселеге ҡушыуы буйынса ветерандары­быҙҙың өйөнә йөрөп, иҫән булғандарҙың һәр береһен фотоға төшөрҙөм. Әйткәндәй, төрлө фотоһүрәттәр эшләү нескәлектәрен миңә атайым өйрәтте. Ауыл­даштарҙың, класташтарҙың һәм туғандарҙың рәсем­дәренән төрлө альбомдар эшләй торғай­ным. Шуныһы ҡыуаныслы: ул фотолар әле лә бар, әле лә һаҡлана.
“Батырҙар тураһында хәтер – мәңгелек”, тип әйтергә теләйем мин был һүҙҙәр менән.




Автор: Салауат КӘРИМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә