Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәгеңдә ил хәстәре булһа...
Йөрәгеңдә ил хәстәре булһа... Быйыл университет тамамлаған ҡыҙ мәктәптә нисек эшләй, ниҙәр генә уйлай икән? Бигерәк тә тыуған ерҙән ситтә, ят ҡалала... Унда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәтелмәй, үҙе лә инглиз телен уҡыта.

Республикабыҙ мәктәптә­рен­дә төбәк компоненты ингән дә­рес­тәрҙең ҡыҫҡартылыуы ту­ра­­һында күп һөйләнелә, уҡытыусыларҙы һанға һуҡмау осраҡтары ла ишетелеп ҡала. М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универ­си­тетының башҡорт фи­ло­ло­­гия­­һы факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған Гөлсибәр Ғилма­нова иһә бөртөк тә зарланмай. Ул әле йәш, тиеүселәр булыр.
Йөрәгеңдә ил хәстәре булһа...Төмәндең 22-се мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәт биреү, кү­ңелдәрендә милләтебеҙгә ҡара­та ихтирам тыуҙырыу өсөн айырым предметты уҡытыу мотлаҡ түгел, ти йәш белгес. Үҙе, инглиз теленән белем би­реүенә ҡарамаҫтан, мәктәптә уҙ­ған “Рәсәй халыҡтарының мә­ҙә­ниәте” фестивалендә ихлас ҡатнаша. Аҙнаның һәр көнө айырым милләткә арналған был байрамда Башҡортостандыҡын билдәләүҙе үҙ иңенә ал­ған Гөлсибәр. Милли кейем­дәрҙе әҙерләүҙә уҡыусыларҙың ата-әсәһе лә әүҙемлек күрһәт­һен өсөн әмәлен дә тапҡан. Тота ла Төмән мәктәбендә һабантуй ойоштора. “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йыр, милли көйгә һалынған бейеүҙәр күҙҙәрҙә нур булып сағыла. “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны бары­һын да берләштереү көсөнә эйә. Ата-әсә алып килгән бауыр­һаҡ, бәлеш, ҡымыҙ, бал һәм башҡа аҙыҡтарҙан һығы­лып тор­ған өҫтәл халҡыбыҙҙың ҡунаҡ­сыллығын таныта. Баш­ҡорт аты, ҡурай, тирмә хаҡын­дағы стена гәзите байрамдың милли йөҙөн билдәләй, халҡы­быҙҙың асылын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
1400 самаһы бала уҡыған мәктәптә бер үҙе ошондай күр­кәм сара ойоштора алған уңған ҡыҙ. Минән булмай, бында баш­ҡорт халҡынан яңғыҙым даһа, тип тормаған. Киләсәктә тыуған еренә ҡайтыу ниәтен дә әйтте Гөлсибәр. Бына бит, ил ҡыҙын­да ил хәстәре булһа, тауҙар аҡтарырға мөмкин!




Автор: Ғ. ДИНИСОВ. Район: Төмән ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә