Быйыл университет тамамлаған ҡыҙ мәктәптә нисек эшләй, ниҙәр генә уйлай икән? Бигерәк тә тыуған ерҙән ситтә, ят ҡалала... Унда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәтелмәй, үҙе лә инглиз телен уҡыта.Республикабыҙ мәктәптәрендә төбәк компоненты ингән дәрестәрҙең ҡыҫҡартылыуы тураһында күп һөйләнелә, уҡытыусыларҙы һанға һуҡмау осраҡтары ла ишетелеп ҡала. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған Гөлсибәр Ғилманова иһә бөртөк тә зарланмай. Ул әле йәш, тиеүселәр булыр.
Төмәндең 22-се мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәт биреү, күңелдәрендә милләтебеҙгә ҡарата ихтирам тыуҙырыу өсөн айырым предметты уҡытыу мотлаҡ түгел, ти йәш белгес. Үҙе, инглиз теленән белем биреүенә ҡарамаҫтан, мәктәптә уҙған “Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте” фестивалендә ихлас ҡатнаша. Аҙнаның һәр көнө айырым милләткә арналған был байрамда Башҡортостандыҡын билдәләүҙе үҙ иңенә алған Гөлсибәр. Милли кейемдәрҙе әҙерләүҙә уҡыусыларҙың ата-әсәһе лә әүҙемлек күрһәтһен өсөн әмәлен дә тапҡан. Тота ла Төмән мәктәбендә һабантуй ойоштора. “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йыр, милли көйгә һалынған бейеүҙәр күҙҙәрҙә нур булып сағыла. “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны барыһын да берләштереү көсөнә эйә. Ата-әсә алып килгән бауырһаҡ, бәлеш, ҡымыҙ, бал һәм башҡа аҙыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын таныта. Башҡорт аты, ҡурай, тирмә хаҡындағы стена гәзите байрамдың милли йөҙөн билдәләй, халҡыбыҙҙың асылын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
1400 самаһы бала уҡыған мәктәптә бер үҙе ошондай күркәм сара ойоштора алған уңған ҡыҙ. Минән булмай, бында башҡорт халҡынан яңғыҙым даһа, тип тормаған. Киләсәктә тыуған еренә ҡайтыу ниәтен дә әйтте Гөлсибәр. Бына бит, ил ҡыҙында ил хәстәре булһа, тауҙар аҡтарырға мөмкин!