Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашҡынып килде ҡан-ҡәрҙәштәр
Башҡортостанда барған Һарытау һәм Һамар башҡорттары мәҙәниәте көндәре уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.


Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова әйтеүенсә, мәҙәни проект күптән тормошҡа ашырыла, әлеге сараның программаһы ла бик бай. Быға тиклем ойошторолған Силәбе, Ырымбур өл­кәһе, Ханты-Манси автономиялы ок­ругы, Ҡурған өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәренән дә һәр кем бай тәьҫораттар менән таралған.
Волга буйы башҡорттарының байрамы Милли музейҙан башланған. Унан ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙың иҫтә­лекле урындарына онотолмаҫ сәфәр ҡылған, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалған, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернатында педагогтар һәм уҡыусы балалар менән осрашҡан. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ шулай уҡ “Башҡорт халҡының үҫеш перспективалары: тарихҡа байҡау яһау, йолаларҙы һаҡлау, милли-дәү­ләт төҙөлөшөнөң моделе” тигән ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты, был сара кисә Хөсәйен Әхмәтов исемен­дәге Башҡорт дәүләт филар­мония­һында башҡортостандарҙың һамар һәм һарытауҙар менән берлектә әҙерләнгән гала-концерты менән тамамланды.
Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләт­шин, Фатима Мостафина, Рәшит Ниғ­мә­ти ише арҙаҡлы шәхестәрҙе үҫ­тергән Һамар өлкәһенән дә IV Ҡо­ролтайға алты тиҫтәнән ашыу делегат ашҡынып килде.
– Арабыҙҙағы халыҡтың яртыһынан күбеһе Башҡортостанға тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Дүрт ансамбль алып килдек, – ти Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Сизякова. – Былтырҙан бирле “Юлдаш” радиоһын кинәнеп тыңлайбыҙ – милләттәш­тәребеҙҙең ниндәй тойғо кисергәнен белһәгеҙ икән! Республиканың Мәҙә­ниәт министрлығы менән бәйләнеш электән көслө, башҡа ойошмалар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡо­рол­тайы рәйесе Зөфәр Хәкимов – тыумышы менән Краснокама районының Иҫке Ҡабан ауылынан. Башҡортос­танға һәр саҡ ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫа ул. Бәрәкәтле төбәктә фекерҙәштәре күп, терәк-таянысы ныҡлы.
– Тормош ҡайнай беҙҙә! – ти мил­ләттәшебеҙ. – Мәҫәлән, “Баш ҡоҙа” таныштырыу клубының эшен юғары ба­һалар инем. Уның маҡсаты – башҡорт егете менән ҡыҙын таныштырып ҡауыштырыу. “Кәмәлек башҡорт­тары – Л.Н. Толстой” тигән туристик маршрут асылыуы ла иғтибарға ла­йыҡ.
Һамар өлкәһенең “Халыҡтар берлеге” ойошмаһы рәйесе Ростислав Хугаев билдәләүенсә, улар үҙ ҡанаты аҫтына башҡорттарҙы ла һыйын­дыр­ған. Тиҙҙән ҡала үҙәгендә төҙөләсәк Дуҫлыҡ паркында милләттәштәре­беҙҙең йортона ла майҙан мотлаҡ бүленәсәк.
Бынан тыш, балаларға туған те­лендә белем биреү, мәҙәни сара­ларҙың уртаһында ҡайнау, меце­нат­тарҙың тос ярҙамдан айырмауы һәм башҡа ҡаҙаныштар тура­һында бәйән итте ҡунаҡтар.



Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә