Ашҡынып килде ҡан-ҡәрҙәштәр21.11.2015
Башҡортостанда барған Һарытау һәм Һамар башҡорттары мәҙәниәте көндәре уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова әйтеүенсә, мәҙәни проект күптән тормошҡа ашырыла, әлеге сараның программаһы ла бик бай. Быға тиклем ойошторолған Силәбе, Ырымбур өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡурған өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәренән дә һәр кем бай тәьҫораттар менән таралған.
Волга буйы башҡорттарының байрамы Милли музейҙан башланған. Унан ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына онотолмаҫ сәфәр ҡылған, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалған, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында педагогтар һәм уҡыусы балалар менән осрашҡан. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ шулай уҡ “Башҡорт халҡының үҫеш перспективалары: тарихҡа байҡау яһау, йолаларҙы һаҡлау, милли-дәүләт төҙөлөшөнөң моделе” тигән ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты, был сара кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡортостандарҙың һамар һәм һарытауҙар менән берлектә әҙерләнгән гала-концерты менән тамамланды.
Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Фатима Мостафина, Рәшит Ниғмәти ише арҙаҡлы шәхестәрҙе үҫтергән Һамар өлкәһенән дә IV Ҡоролтайға алты тиҫтәнән ашыу делегат ашҡынып килде.
– Арабыҙҙағы халыҡтың яртыһынан күбеһе Башҡортостанға тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Дүрт ансамбль алып килдек, – ти Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Сизякова. – Былтырҙан бирле “Юлдаш” радиоһын кинәнеп тыңлайбыҙ – милләттәштәребеҙҙең ниндәй тойғо кисергәнен белһәгеҙ икән! Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән бәйләнеш электән көслө, башҡа ойошмалар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөфәр Хәкимов – тыумышы менән Краснокама районының Иҫке Ҡабан ауылынан. Башҡортостанға һәр саҡ ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫа ул. Бәрәкәтле төбәктә фекерҙәштәре күп, терәк-таянысы ныҡлы.
– Тормош ҡайнай беҙҙә! – ти милләттәшебеҙ. – Мәҫәлән, “Баш ҡоҙа” таныштырыу клубының эшен юғары баһалар инем. Уның маҡсаты – башҡорт егете менән ҡыҙын таныштырып ҡауыштырыу. “Кәмәлек башҡорттары – Л.Н. Толстой” тигән туристик маршрут асылыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Һамар өлкәһенең “Халыҡтар берлеге” ойошмаһы рәйесе Ростислав Хугаев билдәләүенсә, улар үҙ ҡанаты аҫтына башҡорттарҙы ла һыйындырған. Тиҙҙән ҡала үҙәгендә төҙөләсәк Дуҫлыҡ паркында милләттәштәребеҙҙең йортона ла майҙан мотлаҡ бүленәсәк.
Бынан тыш, балаларға туған телендә белем биреү, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнау, меценаттарҙың тос ярҙамдан айырмауы һәм башҡа ҡаҙаныштар тураһында бәйән итте ҡунаҡтар.