Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ...
Беҙ булғанбыҙ,  барбыҙ, буласаҡбыҙ... Ҡоролтайға ҡотлау
Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан
Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым.
Бал ҡорттары һымаҡ йыйылдылар
Баш йортома бөгөн башҡорттарым.

Оҙаҡ йылдар, оҙон юлдар буйлап,
Ашҡынышып килдек, һағынышып.
Ҡоштар ҙа бит табышҡанда шулай
Ҡыуаналар, ҡанат ҡағынышып.

Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы беҙҙе:
Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар,
Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен дәрт,
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар.

Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

Әммә һис ҡасан да бирелмәбеҙ
Күкрәк һуға торған мин-минлеккә,
Табынырбыҙ башҡорт илендәге
Татыулыҡтар менән именлеккә.

1995 йыл, июнь.


Автор: Мостай Кәрим


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз
    Рияз от 21.11.2015, 14:00
    Барыбер егерме ике йәщлек Шәйехзада Бабичҡа етеүсе беҙҙә шағир булманы һәм юҡ! Сөнки Шәйехзада ни яҙһа, шуны үтәне, халҡы өсөн йәнен аяманы, ҡыҙылдар ҡулынан йыптҡыстарса үлтерелде. Ә ҡыҙыл шағирҙың артыҡ пафослы һүҙҙәре, халҡын алдаған, тарихтың сүплегенә быраҡтырылған дәүләттән наградалар, байлыҡ, комфорт алып йәшәгән придворный шағирҙан, талантлы ла булһын ти, бер файҙа ла юҡ, халҡыма!

  2. Рашит
    Рашит от 23.11.2015, 11:40
    Эйе, беҙҙә халҡың һине таныһын өсөн 22 йәшеңдә йыртҡыстарса үлтерелер йә эт типкеһендә йәшәргә кәрәк. Шул мәлдә генә һинең исемең үлемеңдән һуң (!) телдән төшмәйәсәк! Ә тере сағыңда даның һәм эшең менән халҡыңды күтәрәһең икән, күрә алмаусылар һәм хөсөт теләүселәрҙең иҫәбе-һаны булмаясаҡ!

Комментарий өҫтәргә