Ҡоролтайға ҡотлауДалаларҙан, тауҙан, урмандарҙан
Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым.
Бал ҡорттары һымаҡ йыйылдылар
Баш йортома бөгөн башҡорттарым.
Оҙаҡ йылдар, оҙон юлдар буйлап,
Ашҡынышып килдек, һағынышып.
Ҡоштар ҙа бит табышҡанда шулай
Ҡыуаналар, ҡанат ҡағынышып.
Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы беҙҙе:
Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар,
Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен дәрт,
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар.
Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
Әммә һис ҡасан да бирелмәбеҙ
Күкрәк һуға торған мин-минлеккә,
Табынырбыҙ башҡорт илендәге
Татыулыҡтар менән именлеккә.
1995 йыл, июнь.