“Парижды күрергә һәм үлергә!” Илья Эренбургтың был һүҙҙәре бөгөн бөтөнләй башҡаса яңғырай. Ҡасандыр уларға башты әйләндерерлек хис һалынһа, әле – фажиғә. Донъя модаһының баш ҡалаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы көндәрҙә ҡайғы һәм матәм баш ҡалаһына әйләнде. 13 ноябрь. Йома. Ҡара йома. Ҡанлы йома. Париж өсөн генә түгел, бар донъя өсөн. Бөгөнгө көнгә 129 кеше һәләк булған. 300-гә яҡыны – дауаханала. Йәл, тик, табиптар фекеренсә, был һандар алдағы көндә артасаҡ. Һәр хәлдә – тәүгеһе күбәйәсәк, икенсеһе иҫәбенә. Бер ғәйепһеҙҙәр. Йәғни уларҙың бар ғәйебе – тейеш түгел ваҡытта, тейеш түгел урында булып сыҡҡандар. Ә ҡайҙа тейеш һуң? Ҡайҙа хәүефһеҙ? Ҡайҙа?!! Яуап юҡ. Был хәл урта быуаттарҙа түгел. XXI быуат. Гуманлылыҡ, кешелеклелек быуаты тип иғлан ителгән заман. XX быуаттың ҡанлы ваҡиғаларынан һуң фәһем алырға тейеш ине донъя. Тейеш ине... Әҙәми заттың аң кимәле камиллыҡтың сигенә етергә тейеш ине бит. Тейеш ине... Был “тейеш ине”не үтә лә күп тапҡыр ҡабатларға тура килә...Рәсәй Президенты Владимир Путиндың БМО трибунаһынан әйтелгән һүҙҙәре иҫкә төшә:
“Ошо хәлде тыуҙырыусыларҙан һорағы килеп тик тора: “Нимә ҡылғанығыҙҙы һеҙ үҙегеҙ аңлайһығыҙмы исмаһам?” Тик, ҡурҡам, был һорау һауала эленеп ҡалыр тип ҡурҡам, сөнки нигеҙендә мин-минлек, үҙ-үҙеңә артыҡ ышанғанлыҡ ятҡан сәйәсәттән һаман баш тартмайҙар...”
“Һуғыш”. Террор төнөндә Франсуа Олландтың ауыҙынан ошо һүҙ сыҡты. Хатта был һүҙ ике тапҡыр ҡабатланды. Ниһайәт, Европа аңланы. Европаға барып етте булһа кәрәк. Донъя күптән инде һуғыш хәлендә йәшәй. Һәр хәлдә – Яҡын Көнсығыш. Тик был һуғыштың үҙенсәлеге – бында фронт һыҙығы юҡ. Ҡағиҙәләр ҙә юҡ. Ҡанундар ҙа. Сиктәр ҙә юҡ хатта. Асылда был ҡанлы төндөң тамыры алыҫта — 90-сы йылдар башында, Джордж Буш-өлкәне башлаған “Сүллектәге дауыл” операцияһында. Иблис бикләнгән көршәк сатнап ҡына ҡуйғайны ул саҡта. 2003 йылдың 19 мартында Джордж Буш-кесеһе тарафынан Ираҡҡа ҡаршы һуғыш иғлан итеү тураһындағы фарман биргәндән һуң көршәк тамам ярылды, һәм иблис иреккә сыҡты. Артабан был шайтани затты бер кем дә тыя алмай ине инде. Һәм донъя жандармы ролен үҙ өҫтөнә алған, мин-минлеге, тәкәбберлеге хаттин ашҡан АҠШ-ты ла. АҠШ өсөн бер генә ниәт, бер генә теләк – “Карфаген емерелергә тейеш!” Башта — Ираҡ. Артабан – Ливия. Аҙаҡ – Сүриә. Илдә лә, халыҡ яҙмышында ла, дәүләт ҡоролошонда ла, иң бөйөк ҡиммәт тип иғлан ителгән кеше ғүмерендә лә бер кемдең дә эше юҡ. Бары тик мәнфәғәт. Бары тик Сәддәм Хөсәйен баш һалырға тейеш. Бары тик Муаммар Каддафи еңелергә һәм Бәшәр Әсәд тәхетенән баш тартырға тейеш. Шунан? Был илдәрҙә хөрлөк тантана итәме? Дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм туғанлыҡ хөкөм һөрәме? Көнбайыштың аҡыллы баштары бер нәмәне аңлай алманы һәм һаман да аңламай. Уларҙың араһында бомба аҫтында ҡалған дәүләттәрҙәге халыҡтың фекерен белеүсе булдымы? Бәлки, уларға әсәләрҙең ҡайғыһы, аталарҙың фажиғәһе, балаларҙың күҙ ҡаны һәм күҙ йәштәре менән һуғарылған “йәнәһе демократия”ға ҡарағанда иртәгәһе көнгә ышанысы булған “диктатура” яҡшыраҡтыр. Теймәҫкә кәрәк ине. Сәддәм Хөсәйендең илендә камиллыҡ булмағандыр. Каддафиҙың да. Бәшәр Әсәд тә шулай уҡ фәрештәләр затынан түгелдер. Тик ул илдәрҙә халыҡтың иле бар ине. Иртәгәһе көнгә өмөтө бар ине. Ул илдәрҙә меңәрләп балалар үлмәй ине. Ине... Ине... Барыһы ла үткән заманда. Килешәм, мосолман илдәренең күп кенә тәртибе Көнбайыш өсөн ят күренештер. Тик был – мосолман илдәренең үҙҙәренең йәшәү рәүеше. Йөҙәр, меңәр йылдар формалашҡан йәшәү рәүеше.
Ғөмүмән, Яҡын Көнсығышта йә Африка илдәрендәге ҡайһы бер тәртиптәр Европала кемгәлер оҡшамай икән, был европалыларҙың ҡайһы бер холоҡтары һәм хатта конституцион тәртиптәре донъялағы башҡа халыҡтарға һәм милләттәргә өлгө булырға тейеш тигәнде аңлатмай ҙа инде. Әйтәйек, бар диндәрҙең дә тәү нигеҙенә хилафлыҡ килтереп, кешелек асылына зыян яһап, Көнбайыш илдәрендә ғаилә институтын емерәләр, бер енесле никахтар законлы рәүештә рөхсәт итәләр тип, бер кем дә ул илдәргә авиаудар яһамай бит. Яһарға ла уйламай. Төрлө ҡитғалар, төрлө халыҡ, төрлө йолалар һәм тәртиптәр. АҠШ ғәскәрҙәре Ираҡҡа инмәҫ борон америка журналисы Томас Фридман былай тип әйткән ине: “Джордж Буштың Сәддәм Хөсәйенде алып ташлап, был илдә демократия урынлаштырырға йыйыныуын уйлаған саҡта миңә бер һорау тынғылыҡ бирмәй: әллә Сәддәм шулай булғанға бөгөнгө Ираҡ ошондай, әллә Ираҡ ошондай булғанға Сәддәм шулай”... Бөгөн бар ваҡиғаларҙы күргәндән һуң күптәр әйтер ине: Ираҡ ошондай булғанға Сәддәм шулай. Һәм ул ғына тәртип тота ала ине. Дөрөҫөрәге, Хөсәйендең “тәртипһеҙлеге” үҙе үк тәртип булған, баҡһаң. Бына, шаһиттарҙың ҡайһы бер фекерҙәре. Мәктәп уҡытыусыһы: “Ябай халыҡ менән идара итеүсе синыф араһында айырма ҙур булһа ла, ил бар ине, ил именлектә йәшәй ине, һәм кешеләр Ираҡ халҡы булыуы менән ғорурланды”. Йәки Сәддәм режимынан ыҙа күреүселәрҙең береһе Сәәд Мөхлиф: “Әгәр Сәддәм йә уның кеүек берәү килеп сыҡһа, мин уны хуплау ғына түгел, ә өйөмә сәйгә саҡырыр инем. Ағайым 1982 йылда үлтерелһә лә, ул саҡтағы тормош миллион тапҡыр яҡшыраҡ ине”.
АҠШ демократик ожмах вәғәҙә иткән төбәктәрҙә бөгөн – ҡанлы тамуҡ. Бының инде аҙағы ла юҡ. Донъяның бөтә әтрәгәләме шул тамуҡҡа Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” хәрәкәтенең ҡара әләме аҫтына юллана. Ҡасандыр бурҙар, ҡараҡтар, кеше үлтереүселәр Америкаға ҡасҡан кеүек.
Тағы ла Путиндың сығышына мөрәжәғәт итәбеҙ: “Әлбиттә, был төбәктә сәйәси, социаль проблемалар күптән бар ине, һәм халыҡ та үҙгәреш теләй ине. Әммә ғәмәлдә нимә килеп сыҡты? Ситтән агрессив ҡыҫылыу арҡаһында реформалар урынына дәүләт институттары һәм йәшәү рәүеше емерелде. Демократия һәм прогресс тантана итәһе урынға – көсләү, фәҡирлек, социаль һәләкәт, ә кеше хоҡуҡтары, шул иҫәптән йәшәүгә хоҡуҡ та бер нәмә урынына ла һанланмай”.
Йәшәүгә лә хоҡуҡ баһаланмай. Ҡот осҡос! Бына һандар. Ҡоро һандар...
*Opinion Research Business фирмаһы билдәләүенсә, 2008 йылдың ғинуарына Ираҡта 946 000 – 1120 000 кеше һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде аныҡ мәғлүмәттәрҙе бер кем дә әйтә алмаясаҡ. Был илдән ҡасыусыларҙың һаны – 4,7 миллион.
*Ливия – 50 000 – 60 000 тирәһе ҡорбан. 700 меңдән ашыу ҡасаҡ.
*Сүриәләге ҡан ҡойош осоронда 230 меңдән ашыу кеше һәләк булған. Шуларҙың 11493-ө – балалар. 4 миллиондан ашыу сүриәле үҙ илен ташлап ҡасҡан. 7 миллиондан күберәк кеше – Сүриәнең үҙендәге ҡасаҡтар, улар һуғыш ваҡытында өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған...
Йәнә бер тапҡыр Владимир Путиндың һорауы иҫкә төшә: “Нимә ҡылғанығыҙҙы һеҙ үҙегеҙ аңлайһығыҙмы исмаһам?”
Был төбәктә ике быуат араһында, яңы быуат башында тотош бер быуын һуғыш шарттарында тыуып үҫкән. Улар бер генә һөнәр үҙләштергән – автомат тоторға. Һуғыш улар өсөн кәсеп тә, һөнәр ҙә түгел, ә – йәшәү рәүеше. Тотош бер быуын өсөн үлем үҙенең хаҡын юйған. Үлем үҙенең хаҡын юйған ерҙә йәшәүҙең дә баһаһы булмай.
Һәм, тыуған ерҙәрен ташлап, ҡасаҡтар Европаға йүнәлә. Тик Европаға улар инәлеп, ялбарып бармай. Талап менән бара. “Һеҙ башланығыҙ, хәҙер хәлебеҙгә инегеҙ!” Европаға улар рәхмәт менән бармай, ҡайғы-хәсрәт, рәнйеү һәм нәфрәт менән юллана. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 2015 йылдың аҙағына Европала ҡасаҡтарҙың һаны 1,5 миллионға етәсәк.
Эйе, тәүҙә улар үҙҙәренең тере ҡалыуҙарына шөкөр итәләрҙер, башта Европа илдәренең ҡасаҡтар өсөн тәғәйенләнгән пособиеһына ҡыуаналарҙыр. Тик барыһы ла ваҡытлыса. Хөр, етеш йәшәгән Көнбайыш өсөн улар барыбер — икенсе сорт кешеләре. Һуғыш барған илдәренән улар көл алып сыға күңелдәрендә. Тик көл аҫтында йыш ҡына һүнмәгән осҡон ҡала. Быҫҡыған осҡон ҡала һәм уңайлы шарттар көтә. Тейешле ойоштороусылар, спонсорҙар пәйҙә булып, “мейеләрен йыуғанса”. Мәҫәлән, Сәләх Әбдеислам кеүек. Һәм бер көн килеп... Париж. Йома. Кис. 129 кеше үлгән. Йә иһә – Бейрут. 12 ноябрь. Кис. 40-тан ашыу ҡорбан... Синай ярымутрауы өҫтөндәге самолет. 31 октябрь. 224 кеше һәләк булған... Был исемлек ҡасан һәм ҡайһы тарафта дауам итер?
Ғөмүмән, донъя үҙгәрҙе. Был теләк тә, ихтыяж да, өмөт тә түгел. Был – ысынбарлыҡ. Донъяла – һуғыш. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр беребеҙ был һуғыштың алғы һыҙығында булыуыбыҙ ихтимал. Үҙ иркебеҙҙән тыш. Ял итергә барғанда, концерт ҡарағанда, сауҙа селтәренә нимәлер алырға инеп сыҡҡан арала... Һәм был ҡанлы тамашаны бер кем дә туҡтатырға йыйынмай. Һәр хәлдә, Көнбайыш илдәрендә. Франциялағы фажиғәнән һуң күбеһенең күңелендә – нәфрәт һәм үс алыу теләге. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тойғолар илдәрҙе, ҡитғаларҙы, дәүләттәрҙе һәм халыҡтарҙы дуҫлаштырыуға, берләштереүгә алып килмәйәсәк. Киреһенсә, һәр бомба, танк көбәгенән сыҡҡан һәр снаряд көс ҡулланыуҙың, ҡан ҡойоштоң яңы кимәленә табан күтәрәсәк. Лев Толстойҙың фекерен онота донъя: “Көскә ҡаршы көс ҡулланма”. Ҡайғы сәсеп, һөйөү урмайҙар. Бомбалар яуҙырып, ихтирам яуламайҙар.
Владимир Владимирович был хаҡта донъяны иҫкәрткәйне бит! Ишетмәнеләр... Ул саҡта ишетмәнеләр. Хатта ки уның һүҙҙәрендә күрәҙәлек тә булған кеүек хәҙер. Ҡанлы йоманан һуң Европа үҙенең сәйәсәтенә ревизия эшләргә мәжбүр. Рәсәй менән үҙ-ара мөнәсәбәткә лә. Төркиәләге G20 ултырышы – бының асыҡ миҫалы. Теләйме-теләмәйме – Көнбайыш Рәсәй менән иҫәпләшергә мәжбүр. Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән, тиҙәр. Геосәйәсәт өсөн яңы заман әйтеме барлыҡҡа килде: тыныслыҡ теләһәң, Рәсәйҙе ихтирам ит.
Һәм һүҙ аҙағында – йәнә ике яҡлы стандарттар тураһында. Социаль селтәрҙәрҙең береһендә Париждағы ҡанлы ваҡиғаларҙа ҡаза күргәндәргә теләктәшлек йөҙөнән фотопрофилдәрҙе Францияның дәүләт флагы төҫтәренә буяу мөмкинлеге булдырылды. Бик мәслихәт! Тик кемдән, ҡасан һәм нисек ҡайғы уртаҡлашыуҙы ниндәй шарттарҙан, талаптарҙан сығып һайлайҙар икән? Кемдеңдер ҡарашынса, Бейруттағы ҡорбандар иғтибарға лайыҡ түгелме ни? Египетта Рәсәй самолеты шартлағанда һәләк булғандарҙың ҡайғыһы башҡасараҡ тип уйланылармы икән? Һәм ҡасан Ираҡ, Ливия һәм Сүриә ҡорбандарына матәм иғлан итеп АҠШ-тың дәүләт биналарында флаг төшөрөрҙәр? Тиҙ булмаҫ, ахыры...
Ер шары берәү. Һәммәбеҙ ҙә – бер кәмәлә. Һәм кемдең ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй телдә һөйләшеүенә, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, барыһына ла – бер үк кешелек ҡиммәттәре. Улар берҙәй үк ғашиҡ була, ғаилә ҡора, балаларын һөйә, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бер үк кисерә. Әҙәми заттың беренсе йә икенсе сортлылары юҡ – Африкала йәшәһәләр ҙә, Европала көн күрһәләр ҙә...
Быйыл йәйге ялда ауылдабыҙ. Хозурланып китеп баҡсала сәй эсәбеҙ. Бала-саға ҡартәсәйгә каникулға ҡайтҡан. Илаһилыҡты бер нәмә генә боҙҙо шул... Нәжип, бәләкәй ҡустым әллә ни эшләп ҡаршы яҡ баҡсалағы умартаны асып ҡарарға булды... Нисек бер юлы күтәрелеп өйгә йүгергәнебеҙҙе һис аңғарып өлгөрмәнек. Кискә тиклем урамды тәҙрәнән генә күҙәттек. Ҡорттар тынысланып, умарталарына ҡайтҡансы, бер кем дә бер ниндәй ғиллә менән дә ишек алдына сыға алманы. Хатта иртәгәһенә лә онота алмай аҙапланды тегеләр. Бөгөнгө Европаны күҙ алдына килтерәм дә ошо ваҡиғаны иҫләйем.
P.S. Гәзит баҫмаға әҙерләнгән арала А321 аэробусын авиаһәләкәткә илткән сәбәптең теракт булыуы асыҡланды. Ил Президенты Владимир Путин енәйәтселәрҙе тотоуға булышлыҡ иткән мәғлүмәттәр өсөн 50 миллион доллар күләмендә бүләк вәғәҙә итә. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.