Европаның йөҙө үҙгәрә18.11.2015
Европаның йөҙө үҙгәрә “Парижды күрергә һәм үлергә!” Илья Эренбургтың был һүҙҙәре бөгөн бөтөнләй башҡаса яңғырай. Ҡасандыр уларға башты әйләндерерлек хис һалынһа, әле – фажиғә. Донъя модаһының баш ҡалаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы көндәрҙә ҡайғы һәм матәм баш ҡалаһына әйләнде. 13 ноябрь. Йома. Ҡара йома. Ҡанлы йома. Париж өсөн генә түгел, бар донъя өсөн. Бөгөнгө көнгә 129 кеше һәләк булған. 300-гә яҡыны – дауаханала. Йәл, тик, табиптар фекеренсә, был һандар алдағы көндә артасаҡ. Һәр хәлдә – тәүгеһе күбәйәсәк, икенсеһе иҫәбенә. Бер ғәйепһеҙҙәр. Йәғни уларҙың бар ғәйебе – тейеш түгел ваҡытта, тейеш түгел урында булып сыҡҡандар. Ә ҡайҙа тейеш һуң? Ҡайҙа хәүефһеҙ? Ҡайҙа?!! Яуап юҡ. Был хәл урта быуаттарҙа түгел. XXI быуат. Гуманлылыҡ, кешелеклелек быуаты тип иғлан ителгән заман. XX быуаттың ҡанлы ваҡиғаларынан һуң фәһем алырға тейеш ине донъя. Тейеш ине... Әҙәми заттың аң кимәле камиллыҡтың сигенә етергә тейеш ине бит. Тейеш ине... Был “тейеш ине”не үтә лә күп тапҡыр ҡабатларға тура килә...
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың БМО трибунаһынан әйтелгән һүҙҙәре иҫкә төшә:
“Ошо хәлде тыуҙырыусы­лар­ҙан һорағы килеп тик тора: “Нимә ҡылғанығыҙҙы һеҙ үҙегеҙ аңлай­һы­ғыҙмы исмаһам?” Тик, ҡурҡам, был һорау һауала эленеп ҡалыр тип ҡурҡам, сөнки нигеҙендә мин-минлек, үҙ-үҙеңә артыҡ ышан­ғанлыҡ ятҡан сәйәсәттән һаман баш тартмайҙар...”
“Һуғыш”. Террор төнөндә Франсуа Олландтың ауыҙынан ошо һүҙ сыҡты. Хатта был һүҙ ике тапҡыр ҡабатланды. Ниһайәт, Европа аңланы. Европаға барып етте булһа кәрәк. Донъя күптән инде һуғыш хәлендә йәшәй. Һәр хәлдә – Яҡын Көнсығыш. Тик был һуғыштың үҙенсәлеге – бында фронт һыҙығы юҡ. Ҡағиҙәләр ҙә юҡ. Ҡанундар ҙа. Сиктәр ҙә юҡ хатта. Асылда был ҡанлы төндөң тамыры алыҫта — 90-сы йылдар башында, Джордж Буш-өлкәне башлаған “Сүллектәге дауыл” операцияһында. Иблис бикләнгән көршәк сатнап ҡына ҡуйғайны ул саҡта. 2003 йылдың 19 мартында Джордж Буш-кесеһе тарафынан Ираҡҡа ҡаршы һуғыш иғлан итеү тураһындағы фарман биргәндән һуң көршәк тамам ярылды, һәм иблис иреккә сыҡты. Артабан был шайтани затты бер кем дә тыя алмай ине инде. Һәм донъя жандармы ролен үҙ өҫтөнә алған, мин-минлеге, тәкәбберлеге хаттин ашҡан АҠШ-ты ла. АҠШ өсөн бер генә ниәт, бер генә теләк – “Карфаген емерелергә тейеш!” Башта — Ираҡ. Артабан – Ливия. Аҙаҡ – Сүриә. Илдә лә, халыҡ яҙмышында ла, дәүләт ҡороло­шонда ла, иң бөйөк ҡиммәт тип иғлан ителгән кеше ғүмерендә лә бер кемдең дә эше юҡ. Бары тик мәнфәғәт. Бары тик Сәддәм Хө­сәйен баш һалырға тейеш. Бары тик Муаммар Каддафи еңелергә һәм Бәшәр Әсәд тәхетенән баш тартырға тейеш. Шунан? Был ил­дәрҙә хөрлөк тантана итәме? Дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм туғанлыҡ хөкөм һөрәме? Көнбайыштың аҡыл­лы баштары бер нәмәне аң­лай алманы һәм һаман да аңла­май. Уларҙың араһында бомба аҫтында ҡалған дәүләттәрҙәге халыҡтың фекерен белеүсе булдымы? Бәлки, уларға әсәләрҙең ҡайғыһы, аталарҙың фажиғәһе, балаларҙың күҙ ҡаны һәм күҙ йәштәре менән һуғарылған “йәнә­һе демократия”ға ҡарағанда ир­тәгәһе көнгә ышанысы булған “дик­татура” яҡшыраҡтыр. Тей­мәҫ­кә кәрәк ине. Сәддәм Хөсә­йен­дең илендә камиллыҡ бул­ма­ғандыр. Каддафиҙың да. Бәшәр Әсәд тә шулай уҡ фәреш­тәләр затынан түгелдер. Тик ул илдәрҙә халыҡтың иле бар ине. Иртәгәһе көнгә өмөтө бар ине. Ул илдәрҙә меңәрләп балалар үлмәй ине. Ине... Ине... Барыһы ла үткән заманда. Килешәм, мосолман ил­дәренең күп кенә тәртибе Көн­байыш өсөн ят күренештер. Тик был – мосолман илдәренең үҙ­ҙәре­нең йәшәү рәүеше. Йөҙәр, меңәр йылдар формалашҡан йәшәү рәүеше.
Ғөмүмән, Яҡын Көнсығышта йә Африка илдәрендәге ҡайһы бер тәртиптәр Европала кемгәлер оҡшамай икән, был европалы­ларҙың ҡайһы бер холоҡтары һәм хатта конституцион тәртип­тәре донъялағы башҡа халыҡ­тарға һәм милләттәргә өлгө бу­лыр­ға тейеш тигәнде аңлатмай ҙа инде. Әйтәйек, бар диндәрҙең дә тәү нигеҙенә хилафлыҡ килтереп, кешелек асылына зыян яһап, Көнбайыш илдәрендә ғаилә инс­титутын емерәләр, бер енесле никахтар законлы рәүештә рөхсәт итәләр тип, бер кем дә ул илдәргә авиаудар яһамай бит. Яһарға ла уйламай. Төрлө ҡитғалар, төрлө ха­лыҡ, төрлө йолалар һәм тәр­типтәр. АҠШ ғәскәрҙәре Ираҡҡа инмәҫ борон америка журналисы Томас Фридман былай тип әйткән ине: “Джордж Буштың Сәддәм Хөсәйенде алып ташлап, был илдә демократия урынлаш­ты­рыр­ға йыйыныуын уйлаған саҡта миңә бер һорау тынғылыҡ бир­мәй: әллә Сәддәм шулай булған­ға бөгөнгө Ираҡ ошондай, әллә Ираҡ ошондай булғанға Сәддәм шулай”... Бөгөн бар ваҡиғаларҙы күргәндән һуң күптәр әйтер ине: Ираҡ ошондай булғанға Сәддәм шулай. Һәм ул ғына тәртип тота ала ине. Дөрөҫөрәге, Хөсәйендең “тәртипһеҙлеге” үҙе үк тәртип булған, баҡһаң. Бына, шаһиттар­ҙың ҡайһы бер фекерҙәре. Мәк­тәп уҡытыусыһы: “Ябай халыҡ менән идара итеүсе синыф араһында айырма ҙур булһа ла, ил бар ине, ил именлектә йәшәй ине, һәм кешеләр Ираҡ халҡы булыуы менән ғорурланды”. Йәки Сәддәм режимынан ыҙа күреүсе­ләрҙең береһе Сәәд Мөхлиф: “Әгәр Сәддәм йә уның кеүек берәү килеп сыҡһа, мин уны хуп­лау ғына түгел, ә өйөмә сәйгә саҡырыр инем. Ағайым 1982 йыл­да үлтерелһә лә, ул саҡтағы тормош миллион тапҡыр яҡшыраҡ ине”.
АҠШ демократик ожмах вәғәҙә иткән төбәктәрҙә бөгөн – ҡанлы тамуҡ. Бының инде аҙағы ла юҡ. Донъяның бөтә әтрәгәләме шул тамуҡҡа Рәсәйҙә тыйылған “Ис­лам дәүләте” хәрәкәтенең ҡара әләме аҫтына юллана. Ҡасандыр бурҙар, ҡараҡтар, кеше үлте­реү­селәр Америкаға ҡасҡан кеүек.
Тағы ла Путиндың сығышына мөрәжәғәт итәбеҙ: “Әлбиттә, был төбәктә сәйәси, социаль проблемалар күптән бар ине, һәм халыҡ та үҙгәреш теләй ине. Әммә ғә­мәлдә нимә килеп сыҡты? Ситтән агрессив ҡыҫылыу арҡаһында реформалар урынына дәүләт инс­титуттары һәм йәшәү рәүеше емерелде. Демократия һәм прог­ресс тантана итәһе урынға – көсләү, фәҡирлек, социаль һәлә­кәт, ә кеше хоҡуҡтары, шул иҫәп­тән йәшәүгә хоҡуҡ та бер нәмә урынына ла һанланмай”.
Йәшәүгә лә хоҡуҡ баһаланмай. Ҡот осҡос! Бына һандар. Ҡоро һандар...
*Opinion Research Business фирмаһы билдәләүенсә, 2008 йылдың ғинуарына Ираҡта 946 000 – 1120 000 кеше һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде аныҡ мәғлүмәттәрҙе бер кем дә әйтә алмаясаҡ. Был илдән ҡасыусыларҙың һаны – 4,7 миллион.
*Ливия – 50 000 – 60 000 тирә­һе ҡорбан. 700 меңдән ашыу ҡасаҡ.
*Сүриәләге ҡан ҡойош осоронда 230 меңдән ашыу кеше һәләк булған. Шуларҙың 11493-ө – балалар. 4 миллиондан ашыу сүриәле үҙ илен ташлап ҡасҡан. 7 миллиондан күберәк кеше – Сү­риәнең үҙендәге ҡасаҡтар, улар һуғыш ваҡытында өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған...
Йәнә бер тапҡыр Владимир Путиндың һорауы иҫкә төшә: “Нимә ҡылғанығыҙҙы һеҙ үҙегеҙ аңлайһығыҙмы исмаһам?”
Был төбәктә ике быуат ара­һын­да, яңы быуат башында тотош бер быуын һуғыш шарттарында тыуып үҫкән. Улар бер генә һөнәр үҙләштергән – автомат тоторға. Һуғыш улар өсөн кәсеп тә, һөнәр ҙә түгел, ә – йәшәү рәүеше. Тотош бер быуын өсөн үлем үҙенең хаҡын юйған. Үлем үҙенең хаҡын юйған ерҙә йәшәүҙең дә баһаһы булмай.
Һәм, тыуған ерҙәрен ташлап, ҡасаҡтар Европаға йүнәлә. Тик Европаға улар инәлеп, ялбарып бармай. Талап менән бара. “Һеҙ башланығыҙ, хәҙер хәлебеҙгә инегеҙ!” Европаға улар рәхмәт менән бармай, ҡайғы-хәсрәт, рән­йеү һәм нәфрәт менән юллана. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 2015 йылдың аҙа­ғына Европала ҡасаҡтарҙың һаны 1,5 миллионға етәсәк.
Эйе, тәүҙә улар үҙҙәренең те­ре ҡалыуҙарына шөкөр итәләр­ҙер, башта Европа илдәренең ҡасаҡтар өсөн тәғәйенләнгән пособиеһына ҡыуаналарҙыр. Тик барыһы ла ваҡытлыса. Хөр, етеш йәшәгән Көнбайыш өсөн улар барыбер — икенсе сорт кешеләре. Һуғыш барған илдәренән улар көл алып сыға күңелдәрендә. Тик көл аҫтында йыш ҡына һүнмәгән осҡон ҡала. Быҫҡыған осҡон ҡала һәм уңайлы шарттар көтә. Тейешле ойоштороусылар, спон­сорҙар пәйҙә булып, “мейеләрен йыуғанса”. Мәҫәлән, Сәләх Әбде­ислам кеүек. Һәм бер көн килеп... Париж. Йома. Кис. 129 кеше үлгән. Йә иһә – Бейрут. 12 ноябрь. Кис. 40-тан ашыу ҡорбан... Синай ярымутрауы өҫтөндәге самолет. 31 октябрь. 224 кеше һә­ләк булған... Был исемлек ҡасан һәм ҡайһы тарафта дауам итер?
Ғөмүмән, донъя үҙгәрҙе. Был теләк тә, ихтыяж да, өмөт тә түгел. Был – ысынбарлыҡ. Донъя­ла – һуғыш. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр беребеҙ был һуғыш­тың алғы һыҙығында булыуыбыҙ ихтимал. Үҙ иркебеҙҙән тыш. Ял итергә барғанда, концерт ҡара­ғанда, сауҙа селтәренә нимәлер алырға инеп сыҡҡан арала... Һәм был ҡанлы тамашаны бер кем дә туҡтатырға йыйынмай. Һәр хәлдә, Көнбайыш илдә­рендә. Франциялағы фажиғәнән һуң күбеһенең күңелендә – нәфрәт һәм үс алыу теләге. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тойғо­лар илдәрҙе, ҡитғаларҙы, дәү­ләттәрҙе һәм ха­лыҡтарҙы дуҫлаштырыуға, бер­ләштереүгә алып килмәйәсәк. Киреһенсә, һәр бомба, танк көбәгенән сыҡҡан һәр снаряд көс ҡулла­ныуҙың, ҡан ҡойоштоң яңы кимәленә табан күтәрәсәк. Лев Толстойҙың фекерен онота донъя: “Көскә ҡаршы көс ҡул­ланма”. Ҡайғы сәсеп, һөйөү ур­майҙар. Бомбалар яуҙырып, ихтирам яуламайҙар.
Владимир Владимирович был хаҡта донъяны иҫкәрткәйне бит! Ишетмәнеләр... Ул саҡта ишетмәнеләр. Хатта ки уның һүҙҙәрендә күрәҙәлек тә булған кеүек хәҙер. Ҡанлы йоманан һуң Европа үҙенең сәйәсәтенә ревизия эшләргә мәжбүр. Рәсәй ме­нән үҙ-ара мөнәсәбәткә лә. Төр­киәләге G20 ултырышы – бы­ның асыҡ миҫалы. Теләйме-теләмәйме – Көнбайыш Рәсәй менән иҫәпләшергә мәжбүр. Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән, тиҙәр. Геосәйәсәт өсөн яңы заман әйтеме барлыҡҡа килде: тыныслыҡ теләһәң, Рәсәй­ҙе ихтирам ит.
Һәм һүҙ аҙағында – йәнә ике яҡлы стандарттар тураһында. Социаль селтәрҙәрҙең береһен­дә Париждағы ҡанлы ваҡиға­лар­ҙа ҡаза күргәндәргә теләктәшлек йөҙөнән фотопрофилдәрҙе Фран­цияның дәүләт флагы төҫтәренә буяу мөмкинлеге булдырылды. Бик мәслихәт! Тик кемдән, ҡасан һәм нисек ҡайғы уртаҡлашыуҙы ниндәй шарттар­ҙан, талаптарҙан сығып һайлай­ҙар икән? Кемдең­дер ҡарашынса, Бейруттағы ҡор­бандар иғтибарға лайыҡ түгелме ни? Египетта Рә­сәй самолеты шартлағанда һәләк булғандарҙың ҡайғыһы башҡа­сараҡ тип уйланылармы икән? Һәм ҡасан Ираҡ, Ливия һәм Сүриә ҡорбандарына матәм иғ­лан итеп АҠШ-тың дәү­ләт биналарында флаг төшө­рөрҙәр? Тиҙ булмаҫ, ахыры...
Ер шары берәү. Һәммәбеҙ ҙә – бер кәмәлә. Һәм кемдең ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй телдә һөйлә­шеүенә, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, барыһына ла – бер үк кешелек ҡиммәттәре. Улар берҙәй үк ғашиҡ була, ғаилә ҡора, балаларын һөйә, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бер үк кисерә. Әҙәми заттың беренсе йә икенсе сортлылары юҡ – Африкала йәшә­һәләр ҙә, Европала көн күрһәләр ҙә...
Быйыл йәйге ялда ауылдабыҙ. Хозурланып китеп баҡсала сәй эсәбеҙ. Бала-саға ҡартәсәйгә каникулға ҡайтҡан. Илаһилыҡты бер нәмә генә боҙҙо шул... Нәжип, бәләкәй ҡустым әллә ни эшләп ҡаршы яҡ баҡсалағы умартаны асып ҡарарға булды... Нисек бер юлы күтәрелеп өйгә йүгергәне­беҙҙе һис аңғарып өлгөрмәнек. Кискә тиклем урамды тәҙрәнән генә күҙәттек. Ҡорттар тынысланып, умарталарына ҡайтҡансы, бер кем дә бер ниндәй ғиллә менән дә ишек алдына сыға алманы. Хатта иртәгәһенә лә онота алмай аҙапланды тегеләр. Бө­гөнгө Европаны күҙ алдына килтерәм дә ошо ваҡиғаны иҫләйем.


P.S. Гәзит баҫмаға әҙер­лән­гән арала А321 аэробусын авиа­һәләкәткә илткән сәбәптең те­ракт булыуы асыҡланды. Ил Президенты Владимир Путин енә­йәтселәрҙе тотоуға булыш­лыҡ иткән мәғлүмәттәр өсөн 50 миллион доллар күләмендә бүләк вәғәҙә итә. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең килә­һе һанында уҡырһығыҙ.


Вернуться назад