Беҙҙең ҡорһаҡҡа бата... Һуңғы арала дөрөҫ туҡланыу, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү тураһында йыш һөйләйҙәр, әленән-әле яҙалар. Һәр кем үҙ кимәленән ҡарап фекер йөрөтә тигәндәй, ғаиләбеҙ менән был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә тырышабыҙ, сөнки, саҡ ҡына тайпылдыңмы, балаларҙың тәне “сәскә ата” башлай.Үҙебеҙҙекенә
өҫтөнлөк бирәйекЙәш саҡта дөрөҫ туҡланыу, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тураһында уйланмайһың. Был мәсьәләгә иғтибарҙы балалар тыуғас ҡына йүнәлтәһеңдер ул. Ҡыҙыбыҙҙа аҙыҡ-түлеккә аллергия булғас, уға сит аҙыҡ бирмәнек тиергә лә була. Үҙебеҙҙекен ашаттыҡ. Бер мәл күстәнәскә балалар өсөн етештерелгән эремсек алып килделәр. Ашатмай булмай. Гел шуны һорап йонсота бит. Ашаттыңмы – ҡысына башлай. Аптырап торманым, үҙебеҙҙең аҡ эремсекте еләк менән төйөп, матур ҡапҡа һалып бирҙем. Ышанып ашаған булды. Нимә генә тимә, хатта балалар өсөн сығарылған аҙыҡ-түлектә лә төрлө ҡушылмалар бихисап. Уларҙың аллергияға килтереүен үҙ башыбыҙҙан үткәрҙек. Хәйер, хәҙер дөрөҫ туҡланыуҙың һөҙөмтәһен күрәбеҙ: балалар чипсы, шәрбәтле һут, поп-корн, соус һәм башҡа тәмләткестәр ҡушылған аҙыҡҡа битараф. Был — беҙҙең бәләкәй генә булһа ла еңеүебеҙ.
Магазинда күптәр “ГМО-һыҙ” тигән билдә ҡуйылып сығарылған аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Тик етештереүсе һатып алыусыға ғәҙел ҡараштамы? Алдап маташмаймы? Быныһы инде — икенсе мәсьәлә. Шуға ла таныштар араһында үҙенекен етештереп ашағандар күбәйҙе. Ут күршеләребеҙ араһында ла байтаҡ улар. Өлгө алырлыҡтары ла бихисап. Мәҫәлән, Света менән Нәзим — уңған ғаилә. Ике бала үҫтерәләр. Ҡура тултырып мал тоталар. Тауыҡтары ғына илленән ашыу – йомортҡа һәм ит үҙҙәренеке. Өс кәзәләре бар, уларҙы иртәле-кисле һауырға кәрәк. Шулай ун-ун биш литр һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй уңған хужабикә! Ҡыҙыл эремсеге лә, майы ла, ҡымыҙы ла, хатта ҡуйыртылған һөтө лә өҫтәлдәренән өҙөлмәй. Артҡан һөттө һатыуға сығаралар. Бынан тыш, яҙ һайын күпләп күркә һатып ала күршеләрем. Уларҙы ҙурайтып, яртыһын һаталар, яртыһын ҡышҡылыҡҡа үҙҙәре тотона.
Икенсе яҡтан күршеләребеҙ — хаҡлы ялдағы ирле-ҡатынлы Тамара Петровна менән Зәбир Ислам улы. Улар иртә яҙҙан аҫрауға быҙау ала. Күпләп йорт ҡуяны тоталар, ҡош-ҡорттан өҙөлмәйҙәр. Баҡсаларынан мул уңыш алып, артҡанын һаталар. Ихаталары гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡара көҙгә тиклем күршеләр бал ҡорттары кеүек тырышып эшләй. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ: картуф, кәбеҫтә, кишер етәрлек булды; ҡыяр, помидор тоҙланды, йөҙгә яҡын банка компот эшләнде; ҡайнатмалар әҙерләнде. Һарайҙа ҡош-ҡорт, ҡуяндар йүгереп йөрөй. Табындан һөт-ҡаймаҡ өҙөлмәй торор ине, ирем кәзә алыуға риза түгел.
Ауылда йәшәгәндәргә ҡайһы саҡ көнләшеп тә ҡуям: мал, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн уңайлы шарттар бар. Күптәр, бөгөн мал көтөүе ауыр, ҡыйбатҡа төшә, тип зарлана. Шул уҡ һөттө магазиндан алаһың да эсәһең, кәштәләр тулып ята – йәнең теләгәне бар, тиҙәр. Әлеге фекер менән килешмәйем – үҙеңдекенә етмәй. Кемдер был ҡарашты инҡар итер, иҫкелектән арына алмайбыҙ, тиеүселәр ҙә булыр.
Бынан ике йыл элек Рәсәй Хөкүмәте ГМО-лы орлоҡтарҙы сәсеүгә рөхсәт бирҙе. Тимәк, баҡсала мул уңыш алып кинәнәсәкбеҙме?
ГМО-ны баҡсабыҙҙа үҫтерә аласаҡбыҙ?!Әлеге рөхсәт йәмәғәтселектә бәхәс тыуҙырҙы. Берәүҙәр ҡарарҙы яҡлап сыҡты, икенселәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Илебеҙҙә тәбиғәт шарттары ҡатмарлы, йәй йә ямғырлы килә, йә саманан тыш эҫе була. Күптәр ултыртҡанын йыя алмай, уңышһыҙ тороп ҡала. ГМО орлоҡтарын сәсеп иһә мул уңыш алырға ла, һатып байырға ла була, имеш, тип фаразлай был мәсьәләне яҡлаусылар. Икенселәр иһә баҫыу-яландарыбыҙҙы сүп үләне баҫҡанда, уларҙы эшкәртеү һәм халыҡты экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән тәьмин итеү форсаты киңәйә, тип бара. Бәлки, ике яҡта ла хаҡлыҡ барҙыр. Ғөмүмән, ГМО тураһында ниндәй генә ҡурҡыныстар һөйләмәйҙәр. Гены үҙгәртелгән орлоҡ нисек була тигән һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Бындай үҫемлек һыуыҡҡа ла, ҡоролоҡҡа ла, ҡоротҡостарға ла бирешмәй, мул уңыш бирә. Ауыл хужалығы белгестәренең ҡайһы берәүҙәре ГМО-лы орлоҡтар ҡулланған хужалыҡтарҙы һаҡ булырға саҡыра. Йәнәһе, улар ваҡыт үтеү менән тулыһынса ошо орлоҡҡа “ултырасаҡ”, сөнки гены модификацияланғандар сифаты менән үҙенән ҡайтыш булған “ҡәрҙәштәрен” ҡыҫырыҡлап сығара икән. Мутанттар сүп үләндәренең көслөрәк булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Улар менән көрәшеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә, сөнки ошо уҡ орлоҡто етештереүселәр ҡоротҡостарға, сүп үләндәренә ҡаршы ағыуҙарҙы ла үҙҙәре етештерә һәм шуларҙы ҡулланыуҙы талап итә. ГМО орлоғоноң тағы ла бер өҫтөнлөгө бар, бәлки, етешһеҙлегелер, – уларҙы “ҡыҫыр” итеп сығаралар. Был — етештереүсе өсөн өҫтәмә килем сығанағы.
Фән бер урында тормай. Үҫешә, камиллаша. Әммә бер нисә йылдан ГМО ризыҡтарының кеше организмына нисек тәьҫир итерен бер кем дә күҙаллай алмай. ГМО менән тәжрибә үткәреүселәр араһында биология фәндәре докторы Ирина Ермакованың һығымталары бынан бер нисә йыл элек ҙур бәхәс тыуҙырғайны. Белгес ГМО-лы һөттөң, кондитер ризыҡтарының, колбасаға ҡушылған трансгенлы сояның йоғонтоһон ҡомаҡтарҙа күҙәткән. Уларҙың күбеһенең эске ағзаларында патология барлыҡҡа килгән, байтағы үлгән, ҡалғандары етлекмәй тыуған йә иһә тоҡомһоҙ ҡалған.
Сит ил белгестәре лә был мәсьәләне өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Әлеге мәлдә АҠШ биологтары ГМО продукттары Африка халҡын аслыҡтан ҡотҡарасаҡ тип яр һала, тик, астан интекһә лә, тегеләре гены үҙгәртелгән продукцияны илдәренә индереүгә рөхсәт бирмәй.
Бөгөн донъяла генетик яҡтан модификацияланған 100-ҙән ашыу үҫемлек рөхсәт ителгән. Улар араһында картуф, кукуруз, соя, шәкәр сөгөлдөрө бар. Был үҫемлектәрҙең барыһы ла ауыл хужалығында киң ҡулланыла. Уңышы мул булған, оҙаҡ боҙолмаған, матур килеш һаҡланған ГМО продукттарына әлеге ваҡытта АҠШ, Канада, Бразилия, Германия, Ҡытай баҙарҙарында өҫтөнлөк бирәләр. Айырыуса АҠШ-та ГМО-нан ҡурҡмайҙар. Бында сәселгән кукуруздың – 85, ҡуҙаҡлыларҙың 90 проценты генетик яҡтан модификацияланған. Бындай орлоҡтан 20 процентҡа күберәк уңыш алалар. Бәлки, ГМО продукттарын етештереү әлеге лә баяғы килем алыуға ғына ҡоролғандыр? Уны етештереүселәрҙе халыҡтың һаулығы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмайҙыр?
Кәзә аҫрар мәл еттеме?Бер инә кәзә көнөнә 5 литр һөт бирә ала. Тимәк, ғаилә һөт ризыҡтарына мохтаж булмаясаҡ. Әле иһә беҙ дүрт кешегә көн һайын бер литр һөт, аҙнаһына бер-ике тапҡыр эремсек һәм ҡаймаҡ, кефир алабыҙ. Май өҫтәлдән өҙөлмәй – балалар икмәккә бал менән май һылап ашай. Быларҙың барыһына ла кәм тигәндә мең һум аҡса кәрәк. Ә беҙ алған һөттөң сифаты нисек? Миңә ҡалһа, әллә ни шәптән түгел. Ауыл һөтөн эсеп ҡара ла магазиндан һатып алынғанын тәмлә. Айырма һыу менән һөт араһындағы кеүек түгелме?
Белгестәр фаразлауынса, баҙарҙағы һөт продукцияһының 90 проценты ялған! Ә был аҙыҡ-түлекте күпселек осраҡта балаларға ашатабыҙ. Ысын һөт ризыҡтарын етештереүселәр осһоҙ фальсификат сығарыусылар менән хаҡ мәсьәләһендә ярыша алмай. Һөҙөмтәлә был намыҫлыларҙың бәкәленә һуға. Һөт ризыҡтарына һуңғы осорҙа пальма майын ҡушалар. Ә уның организм өсөн ни тиклем зарарлы булыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ.
Магазинда һатылған һөттөң составын уҡып ҡарағанығыҙ бармы? Күптәрендә тәү сиратта киптерелгән һөт порошогы телгә алына. Тимәк, кәзә аҫрар мәл етте инде...
Үҙебеҙҙә етештерелгәнгә етмәйМагазинда аҙыҡ-түлек алғанда уның ҡайҙа етештерелгәненә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, исемдәре билдәле супермаркеттарҙа кәбән өйгән кеүек итеп банан һалып ҡуялар. Хәҙер улар арзан. Һап-һары, бер ере лә йәнселмәгән емеш ҡарамаҡҡа матур һымаҡ, әммә уның ГМО-лы үҫемлектәр исемлегендә булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Тауар Көньяҡ Американан килтерелгән икән, унан баш тартыу хәйерлерәк булыр, сөнки был төбәк гены үҙгәртелгән үҫемлектәрҙе әүҙем ҡулланыуы менән дан тота. Шәкәр алғанда үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк биреү хәйерлерәк, сөнки ГМО-лы орлоҡтар араһында иң әүҙем ҡулланылғандары – шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡамышы. Тимәк, ситтән килтерелгәнендә ГМО-лы шәкәргә юлығыу ихтималлығы арта. Ә бына Ҡытай менән Һиндостан илдәренең ҙур байлығы булып һаналған сәйҙең абруйын һаҡлар өсөн уның тәбиғи геномына ҡыҫылырға рөхсәт итмәй. Шуға ла һинд һәм ҡытай сәйен ҡурҡмайынса эсергә була.
Был мәғлүмәттәр менән танышҡандан һуң, ата-бабаларыбыҙҙың сәләмәт аҙыҡ-түлекте һайлай белеүенә аптырап ҡуйҙым. Мәҫәлән, шул уҡ йылҡы итен генә алайыҡ. Был ит дөрөҫ нисбәтле аминокислоталарҙан торған аҡһымға, минераль матдәләргә һәм витаминдарға бай. Диетик ризыҡ һанала. Унда холестерин аҙ булыуы күптән иҫбатланған. Үт ҡыуыу һәләтенә лә эйә. Һыйыр итенә ҡарағанда, һигеҙ тапҡыр яҡшыраҡ үҙләштерелә. Ҡымыҙ, эремсек, ҡорот, буҙаның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тик был аҙыҡтарҙы магазиндан эҙләп табыуы, улар араһында сифатлыһын һайлауы еңел түгел.
Әйткәндәй, донъя баҙарындағы хәлде күреп, ҡыҙыҡлы һығымта яһарға була: АҠШ һәм Европа союзы илдәре тарафынан иғлан ителгән санкциялар милләтте һауығыуға, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән хушланыуға этәргән мәлдә ауылдарҙағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына йәлсеп китеү мөмкинлеге арта түгелме?