Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ГМО килә ята... Эт ашамаҫ аҙыҡтар ҙа17.11.2015
Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ГМО килә ята... Эт ашамаҫ аҙыҡтар ҙа Беҙҙең ҡорһаҡҡа бата... Һуңғы арала дөрөҫ туҡланыу, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү тураһында йыш һөйләйҙәр, әленән-әле яҙалар. Һәр кем үҙ кимәленән ҡарап фекер йөрөтә тигәндәй, ғаиләбеҙ менән был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә тырышабыҙ, сөнки, саҡ ҡына тайпылдыңмы, балаларҙың тәне “сәскә ата” башлай.

Үҙебеҙҙекенә
өҫтөнлөк бирәйек


Йәш саҡта дөрөҫ туҡланыу, экологик яҡ­тан таҙа аҙыҡ-түлек тураһында уй­лан­майһың. Был мәсьәләгә иғтибарҙы балалар тыуғас ҡына йүнәлтәһеңдер ул. Ҡыҙыбыҙҙа аҙыҡ-түлеккә аллергия бул­ғас, уға сит аҙыҡ бирмәнек тиергә лә бу­ла. Үҙебеҙҙекен ашаттыҡ. Бер мәл күс­тәнәскә балалар өсөн етештерелгән эремсек алып килделәр. Ашатмай булмай. Гел шуны һорап йонсота бит. Ашат­тыңмы – ҡысына башлай. Аптырап торманым, үҙебеҙҙең аҡ эремсекте еләк менән төйөп, матур ҡапҡа һалып бир­ҙем. Ышанып ашаған булды. Нимә генә тимә, хатта балалар өсөн сығарылған аҙыҡ-түлектә лә төрлө ҡушылмалар бихисап. Уларҙың аллергияға килтереүен үҙ башыбыҙҙан үткәрҙек. Хәйер, хәҙер дөрөҫ туҡланыуҙың һөҙөмтәһен күрә­беҙ: балалар чипсы, шәрбәтле һут, поп-корн, соус һәм башҡа тәмләткестәр ҡушыл­ған аҙыҡҡа битараф. Был — беҙҙең бәләкәй генә булһа ла еңеүебеҙ.
Магазинда күптәр “ГМО-һыҙ” тигән билдә ҡуйылып сығарылған аҙыҡҡа өҫ­төнлөк бирә. Тик етештереүсе һатып алыусыға ғәҙел ҡараштамы? Алдап маташмаймы? Быныһы инде — икенсе мәсьәлә. Шуға ла таныштар араһында үҙенекен етештереп ашағандар күбәй­ҙе. Ут күршеләребеҙ араһында ла бай­таҡ улар. Өлгө алырлыҡтары ла бихисап. Мәҫәлән, Света менән Нәзим — уңған ғаилә. Ике бала үҫтерәләр. Ҡура тултырып мал тоталар. Тауыҡ­тары ғына илленән ашыу – йомортҡа һәм ит үҙҙәренеке. Өс кәзәләре бар, уларҙы иртәле-кисле һауырға кәрәк. Шулай ун-ун биш литр һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй уңған хужабикә! Ҡыҙыл эремсеге лә, майы ла, ҡымыҙы ла, хатта ҡуйыртылған һөтө лә өҫтәл­дәренән өҙөлмәй. Артҡан һөттө һатыуға сығаралар. Бынан тыш, яҙ һайын күпләп күркә һатып ала күршеләрем. Уларҙы ҙурайтып, яртыһын һаталар, яртыһын ҡышҡылыҡҡа үҙҙәре тотона.
Икенсе яҡтан күршеләребеҙ — хаҡлы ялдағы ирле-ҡатынлы Тамара Петровна менән Зәбир Ислам улы. Улар иртә яҙҙан аҫрауға быҙау ала. Күпләп йорт ҡуяны тоталар, ҡош-ҡорттан өҙөлмәйҙәр. Баҡсаларынан мул уңыш алып, артҡанын һаталар. Ихаталары гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡара көҙгә тиклем күршеләр бал ҡорттары кеүек тырышып эшләй. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ: картуф, кәбеҫтә, кишер етәрлек булды; ҡыяр, помидор тоҙ­лан­ды, йөҙгә яҡын банка компот эшләнде; ҡайнатмалар әҙерләнде. Һарайҙа ҡош-ҡорт, ҡуяндар йүгереп йөрөй. Табындан һөт-ҡаймаҡ өҙөлмәй торор ине, ирем кәзә алыуға риза түгел.
Ауылда йәшәгәндәргә ҡайһы саҡ көн­ләшеп тә ҡуям: мал, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн уңайлы шарттар бар. Күптәр, бөгөн мал көтөүе ауыр, ҡыйбатҡа төшә, тип зар­лана. Шул уҡ һөттө магазиндан ала­һың да эсәһең, кәштәләр тулып ята – йә­нең теләгәне бар, тиҙәр. Әлеге фекер ме­нән килешмәйем – үҙеңдекенә етмәй. Кем­дер был ҡарашты инҡар итер, иҫ­келектән арына алмайбыҙ, тиеүселәр ҙә булыр.
Бынан ике йыл элек Рәсәй Хөкүмәте ГМО-лы орлоҡтарҙы сәсеүгә рөхсәт бир­ҙе. Тимәк, баҡсала мул уңыш алып кинәнәсәкбеҙме?

ГМО-ны баҡсабыҙҙа үҫтерә аласаҡбыҙ?!

Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ГМО килә ята... Эт ашамаҫ аҙыҡтар ҙаӘлеге рөхсәт йәмәғәтселектә бәхәс тыуҙырҙы. Берәүҙәр ҡарарҙы яҡлап сыҡты, икенселәр ризаһыҙлыҡ бел­дер­ҙе. Илебеҙҙә тәбиғәт шарттары ҡат­мар­лы, йәй йә ямғырлы килә, йә са­манан тыш эҫе була. Күптәр ул­тырт­ҡанын йыя ал­май, уңышһыҙ тороп ҡала. ГМО орлоҡтарын сәсеп иһә мул уңыш алыр­ға ла, һатып байырға ла була, имеш, тип фаразлай был мәсьәләне яҡлау­сылар. Икенселәр иһә баҫыу-ялан­да­ры­быҙҙы сүп үләне баҫҡанда, уларҙы эш­кәртеү һәм халыҡты экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән тәьмин итеү форсаты киңәйә, тип бара. Бәлки, ике яҡта ла хаҡ­лыҡ барҙыр. Ғөмүмән, ГМО тура­һында ниндәй генә ҡурҡыныстар һөйлә­мәйҙәр. Гены үҙгәртелгән орлоҡ нисек була тигән һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Бындай үҫемлек һыуыҡҡа ла, ҡоро­лоҡҡа ла, ҡоротҡостарға ла бирешмәй, мул уңыш бирә. Ауыл хужалығы бел­гестәренең ҡайһы берәүҙәре ГМО-лы орлоҡтар ҡулланған хужалыҡтарҙы һаҡ булырға саҡыра. Йәнәһе, улар ваҡыт үтеү менән тулы­һынса ошо орлоҡҡа “ултырасаҡ”, сөнки гены моди­фи­кацияланғандар сифаты менән үҙенән ҡайтыш булған “ҡәр­ҙәштәрен” ҡыҫы­рыҡлап сығара икән. Мутанттар сүп үләндәренең көслөрәк булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Улар менән көрәшеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә, сөнки ошо уҡ орлоҡто етештереүселәр ҡоротҡос­тарға, сүп үләндәренә ҡаршы ағыуҙарҙы ла үҙҙәре етештерә һәм шу­ларҙы ҡулланыуҙы талап итә. ГМО орлоғоноң тағы ла бер өҫтөнлөгө бар, бәлки, етешһеҙлегелер, – уларҙы “ҡы­ҫыр” итеп сығаралар. Был — етеш­тереүсе өсөн өҫтәмә килем сығанағы.
Фән бер урында тормай. Үҫешә, камиллаша. Әммә бер нисә йылдан ГМО ризыҡтарының кеше организмына нисек тәьҫир итерен бер кем дә күҙаллай ал­май. ГМО менән тәжрибә үткәреү­се­ләр араһында биология фәндәре докторы Ирина Ермакованың һы­ғымта­лары бынан бер нисә йыл элек ҙур бәхәс тыуҙырғайны. Белгес ГМО-лы һөттөң, кондитер ризыҡтарының, колбасаға ҡушылған трансгенлы сояның йоғонтоһон ҡомаҡтарҙа күҙәткән. Уларҙың күбеһенең эске ағзаларында патология барлыҡҡа килгән, байтағы үлгән, ҡалғандары етлекмәй тыуған йә иһә тоҡомһоҙ ҡалған.
Сит ил белгестәре лә был мәсьәләне өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Әлеге мәл­дә АҠШ биологтары ГМО продукттары Африка халҡын аслыҡтан ҡотҡарасаҡ тип яр һала, тик, астан интекһә лә, тегеләре гены үҙгәртелгән продукцияны илдәренә индереүгә рөхсәт бирмәй.
Бөгөн донъяла генетик яҡтан модификацияланған 100-ҙән ашыу үҫемлек рөхсәт ителгән. Улар араһында картуф, кукуруз, соя, шәкәр сөгөлдөрө бар. Был үҫемлектәрҙең барыһы ла ауыл хужалығында киң ҡулланыла. Уңышы мул булған, оҙаҡ боҙолмаған, матур килеш һаҡланған ГМО продукттарына әлеге ваҡытта АҠШ, Канада, Бразилия, Германия, Ҡытай баҙарҙарында өҫтөнлөк бирәләр. Айырыуса АҠШ-та ГМО-нан ҡурҡмайҙар. Бында сәселгән кукуруздың – 85, ҡуҙаҡлыларҙың 90 проценты генетик яҡтан модифи­кация­ланған. Бындай орлоҡтан 20 процентҡа күберәк уңыш алалар. Бәлки, ГМО продукттарын етештереү әлеге лә баяғы килем алыуға ғына ҡоролғандыр? Уны етештереүселәрҙе халыҡтың һаулығы бөтөнләй ҡыҙыҡһындыр­майҙ­ыр?

Кәзә аҫрар мәл еттеме?

Бер инә кәзә көнөнә 5 литр һөт бирә ала. Тимәк, ғаилә һөт ризыҡтарына мохтаж булмаясаҡ. Әле иһә беҙ дүрт кешегә көн һайын бер литр һөт, аҙнаһына бер-ике тапҡыр эремсек һәм ҡаймаҡ, кефир алабыҙ. Май өҫтәлдән өҙөлмәй – балалар икмәккә бал менән май һылап ашай. Быларҙың барыһына ла кәм тигәндә мең һум аҡса кәрәк. Ә беҙ алған һөттөң сифаты нисек? Миңә ҡалһа, әллә ни шәптән түгел. Ауыл һөтөн эсеп ҡара ла магазиндан һатып алынғанын тәмлә. Айырма һыу менән һөт араһындағы кеүек түгелме?
Белгестәр фаразлауынса, баҙарҙағы һөт продукцияһының 90 проценты ялған! Ә был аҙыҡ-түлекте күпселек осраҡта балаларға ашатабыҙ. Ысын һөт ризыҡтарын етештереүселәр осһоҙ фальсификат сығарыусылар менән хаҡ мәсьәләһендә ярыша алмай. Һөҙөмтәлә был намыҫлыларҙың бәкәленә һуға. Һөт ризыҡтарына һуңғы осорҙа пальма майын ҡушалар. Ә уның организм өсөн ни тиклем зарарлы булыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ.
Магазинда һатылған һөттөң составын уҡып ҡарағанығыҙ бармы? Күптәрендә тәү сиратта киптерелгән һөт порошогы телгә алына. Тимәк, кәзә аҫрар мәл етте инде...


Үҙебеҙҙә етештерелгәнгә етмәй

Магазинда аҙыҡ-түлек алғанда уның ҡайҙа етештерелгәненә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, исемдәре билдәле супермар­кеттарҙа кәбән өйгән кеүек итеп банан һалып ҡуялар. Хәҙер улар арзан. Һап-һары, бер ере лә йәнселмәгән емеш ҡарамаҡҡа матур һымаҡ, әммә уның ГМО-лы үҫемлектәр исемлегендә булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Тауар Көньяҡ Американан килтерелгән икән, унан баш тартыу хәйерлерәк булыр, сөнки был төбәк гены үҙгәртелгән үҫемлектәрҙе әүҙем ҡулланыуы менән дан тота. Шәкәр алғанда үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк биреү хәйерлерәк, сөнки ГМО-лы орлоҡтар араһында иң әүҙем ҡулланылғандары – шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡамышы. Тимәк, ситтән килтерелгәнендә ГМО-лы шәкәргә юлығыу ихтималлығы арта. Ә бына Ҡытай менән Һиндостан илдәре­нең ҙур байлығы булып һаналған сәйҙең абруйын һаҡлар өсөн уның тәбиғи геномына ҡыҫылырға рөхсәт итмәй. Шуға ла һинд һәм ҡытай сәйен ҡурҡмайынса эсергә була.
Был мәғлүмәттәр менән танышҡан­дан һуң, ата-бабаларыбыҙҙың сәләмәт аҙыҡ-түлекте һайлай белеүенә аптырап ҡуйҙым. Мәҫәлән, шул уҡ йылҡы итен генә алайыҡ. Был ит дөрөҫ нисбәтле аминокислоталарҙан торған аҡһымға, минераль матдәләргә һәм витамин­дарға бай. Диетик ризыҡ һанала. Унда холестерин аҙ булыуы күптән иҫбат­ланған. Үт ҡыуыу һәләтенә лә эйә. Һыйыр итенә ҡарағанда, һигеҙ тапҡыр яҡшыраҡ үҙләштерелә. Ҡымыҙ, эремсек, ҡорот, буҙаның файҙаһы тураһын­да әйтеп тораһы ла түгел. Тик был аҙыҡтарҙы магазиндан эҙләп табыуы, улар араһында сифатлыһын һайлауы еңел түгел.
Әйткәндәй, донъя баҙарындағы хәлде күреп, ҡыҙыҡлы һығымта яһарға була: АҠШ һәм Европа союзы илдәре тарафынан иғлан ителгән санкциялар милләтте һауығыуға, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән хушланыуға этәргән мәлдә ауылдарҙағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына йәлсеп китеү мөмкинлеге арта түгелме?


Вернуться назад