Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайғы килһә, һорап килмәй
Йәнә террор... Был юлы — Францияның баш ҡалаһында. Нәзәкәтле, елбәҙәк һәм эскерһеҙ Париж бындай афәттән йыраҡ кеүек тойола ине. Лувр. Орсе музейы. Эйфель башняһы. Тойолған ғына...


132 кешенең ғүмере өҙөлгән. 352 кеше яраланған. Күптәре ауыр хәлдә, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә....
Йоманан шәмбегә ҡаршы төн­дәге ваҡиғалар Францияны ғына түгел, бар донъяны шаңҡытты. Бындай ҙа вәхшилек ҡайҙан килә тиң?
Теракттар (улар өсөн яуап­лылыҡты “Ислам дәүләте” төркөмө үҙ өҫтөнә алған) өс төркөм тарафынан башҡарыла. Тәүге үлемдар төркөм Франция — Германия футбол матчы барған Stade de France стадионы янында “эш итә”. Икенселәре иһә яҡынса ошо уҡ ваҡытта бер нисә ресторанды һәм пиццерияны ут эсенә ялмай — енәйәтселәр халыҡҡа машиналарында көйө автомат тоҫҡай. Тиҫтәләрсә кеше вафат була... Иң ҡанлы ваҡиғалар Америка төр­көмө сығыш яһаған “Батаклан” концерт залында теркәлә. Террорсылар 1500 тамашасы йыйылған залға бәреп инә... Бер ғәйепһеҙ 89 кешенең ғүмере өҙөлә... “Батаклан”ды француз спецназы штурм менән ала.
Әле Францияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, ҡайҙа ла — көслө контроль. Бер нисә террорсыны эҙләү бара. Париж халҡы һаман шаңҡыуҙан айный алмай. Ҡурҡыу... Шом... Билдәһеҙлек...
Париждағы ваҡиғалар француз­дарҙы ғына түгел, бар донъя йәмәғәтселеген ИГИЛ-ға ҡаршы берләшеүҙең һәм бер төптән эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында яңы көс менән уйланырға мәжбүр итте. Әлеге тема ошо көндәрҙә Төр­киәнең Анталия ҡалаһында үткән G20 кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Ғәҙәттә, ҙур “егерме” саммитында тәү сиратта иҡтисад мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Был юлы иһә Париждағы хәл-ваҡиғалар үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Ҡайғы килһә, һорап килмәй...



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә