Ҡайғы килһә, һорап килмәй17.11.2015
Йәнә террор... Был юлы — Францияның баш ҡалаһында. Нәзәкәтле, елбәҙәк һәм эскерһеҙ Париж бындай афәттән йыраҡ кеүек тойола ине. Лувр. Орсе музейы. Эйфель башняһы. Тойолған ғына...
132 кешенең ғүмере өҙөлгән. 352 кеше яраланған. Күптәре ауыр хәлдә, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә....
Йоманан шәмбегә ҡаршы төндәге ваҡиғалар Францияны ғына түгел, бар донъяны шаңҡытты. Бындай ҙа вәхшилек ҡайҙан килә тиң?
Теракттар (улар өсөн яуаплылыҡты “Ислам дәүләте” төркөмө үҙ өҫтөнә алған) өс төркөм тарафынан башҡарыла. Тәүге үлемдар төркөм Франция — Германия футбол матчы барған Stade de France стадионы янында “эш итә”. Икенселәре иһә яҡынса ошо уҡ ваҡытта бер нисә ресторанды һәм пиццерияны ут эсенә ялмай — енәйәтселәр халыҡҡа машиналарында көйө автомат тоҫҡай. Тиҫтәләрсә кеше вафат була... Иң ҡанлы ваҡиғалар Америка төркөмө сығыш яһаған “Батаклан” концерт залында теркәлә. Террорсылар 1500 тамашасы йыйылған залға бәреп инә... Бер ғәйепһеҙ 89 кешенең ғүмере өҙөлә... “Батаклан”ды француз спецназы штурм менән ала.
Әле Францияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, ҡайҙа ла — көслө контроль. Бер нисә террорсыны эҙләү бара. Париж халҡы һаман шаңҡыуҙан айный алмай. Ҡурҡыу... Шом... Билдәһеҙлек...
Париждағы ваҡиғалар француздарҙы ғына түгел, бар донъя йәмәғәтселеген ИГИЛ-ға ҡаршы берләшеүҙең һәм бер төптән эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында яңы көс менән уйланырға мәжбүр итте. Әлеге тема ошо көндәрҙә Төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән G20 кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Ғәҙәттә, ҙур “егерме” саммитында тәү сиратта иҡтисад мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Был юлы иһә Париждағы хәл-ваҡиғалар үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Ҡайғы килһә, һорап килмәй...