Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояштан нур, ерҙән һут алып
Ҡояштан нур, ерҙән һут алып Туймазы районын юҡҡа ғына теплицалар үҙәге, тимәйҙәр. Әйткәндәй, ошо яҡтарға килеп сыҡҡандар алыҫҡа һуҙылып киткән “полиэтилен өйҙәр”гә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Ә бына “Тимербулатов” крәҫтиән (фермер) хужалығының идарасыһы Венера Минһажева асыҡ һауала ла йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алып булыуҙы иҫбат иткән.
Ханымдың автомобиленә ултырып, Төмәнәк ауылы янында урын­лашҡан биләмәһенә йүнәләбеҙ. Ул тормош юлы, йәшелсә-емеш үҫте­реү сере менән ихлас уртаҡлашты.
– Оҙаҡ йылдар фарфор заводында эшләнем, әле иһә бөтөнләй бүтән тармаҡҡа күстем.
Башҡаларҙан айырмалы, беҙ йәшелсәне 30 гектар майҙанда асыҡ һауала үҫтерәбеҙ. “Электр ҡуллан­майһығыҙ, газ яҡмайһығыҙ, сығым юҡ, ҡайһылай рәхәт”, – ти теплица хужалары. Уның ҡарауы, ергә ашламаны күп индерергә кәрәк, мал тапауынан да ҡурсалау мөһим. Иң отошлоһо – кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, тәбиғәттең бөтә витаминдарын ваҡытында алғас, улар тәмле лә, уңыш та мул була.
Бер тонна һыйҙырышлы йәшел­сә-емеш һаҡлау урыныбыҙ бар. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә: йыл әйләнәһенә 0 градус температураны тотабыҙ, елләтәбеҙ. Кәбеҫтә уңышы көткәнгә ҡарағанда ла күп булды – бында 500 тонна ята, шулай уҡ 200 тонна кишерҙе, шул сама сөгөлдөрҙө һаҡлауға һалдыҡ. Хәҙер арзан, ә бына Яңы йылдан һуң уларҙың хаҡы алтынға торошло буласаҡ.
Шулай уҡ 30 сутый майҙанға еләк ултыртҡайныҡ, күңел биргәндә ошо йүнәлештә лә ярайһы табыш алып булыр тип уйлайым.
Хужалыҡта күбеһенсә төмәнәктәр тир түгә, әммә эргә-тирә ауылдарҙан да килеп аҡса һуғыусылар юҡ түгел. Ғаиләлеләргә бигерәк тә шатбыҙ, уларҙы ҡуш ҡуллап алабыҙ – Альберт Хәсәнов менән Светлана Сазонова, Мөнир Хәйруллин менән Лена Торгашеваны бүтән хеҙмәткәрҙәргә һәр саҡ өлгө итеп ҡуям. 12 урынлыҡ йорт төҙөп ултырттыҡ, ғаиләлеләр айырым йәшәй. Көнөнә 500 һумдан эш хаҡы түләнә, йәшәү һәм ашау бушлай. Һәр йәкшәмбе мунса яғыла.
Импортҡа алмаш тип бөгөн күп һөйләйбеҙ. Беҙ, фермерҙар, халыҡ­ты йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш менән тәьмин итә алабыҙмы? Әлбиттә!
Сит илдең тиҙ үҫешкә булышлыҡ иткән теләһә ниндәй ҡушылмалар өҫтәп үҫтерелгән йәшелсәһенә ҡа­ра­ғанда, үҙебеҙҙекен һайлаһаң, күпкә файҙалы. Шул уҡ ваҡытта, форсаттан файҙаланып, бер нисә үтенесемде лә белдергем килә. Фермерҙарға ерҙе ҡуртымға өс йәки биш йылға ғына бирәләр. Киләсәк менән йәшәгәндәр ниҙер төҙөргә ниәтләнә, ләкин туҡтап ҡала: ошо биш йылдан һуң килешеү оҙайты­лырмы-юҡмы? Ни өсөн ерҙе үҙҙә­ренең ҡарамағына тапшырмаҫҡа? Икенсенән, асыҡ тупраҡҡа субси­дия­ның күберәк булыуын теләр инек. Быйыл бирҙеләр ул, әммә күпме икәнен телгә алғы ла килмәй: ул диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә күренде.
Кейәүем Руслан Тимербула­тов­ҡа, ҡыҙым Гөлнараға эштең нескә­лектәрен мөмкин тиклем тәрәнерәк өйрәтеп ҡалырға тырышам. Ошо ергә ерекһендәр, тим. Ер – кешене туйындырыусы ла, кейендереүсе лә. Ейән-ейәнсәрҙәрем Аделина, Рузалина, Рамаҙан миңә күңел көрлөгө бирә, эшкә дәрт өҫтәй. Ә инде буш ваҡыттарымда умарта­лығыма ашығам...

Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.




Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә