Туймазы районын юҡҡа ғына теплицалар үҙәге, тимәйҙәр. Әйткәндәй, ошо яҡтарға килеп сыҡҡандар алыҫҡа һуҙылып киткән “полиэтилен өйҙәр”гә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Ә бына “Тимербулатов” крәҫтиән (фермер) хужалығының идарасыһы Венера Минһажева асыҡ һауала ла йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алып булыуҙы иҫбат иткән.Ханымдың автомобиленә ултырып, Төмәнәк ауылы янында урынлашҡан биләмәһенә йүнәләбеҙ. Ул тормош юлы, йәшелсә-емеш үҫтереү сере менән ихлас уртаҡлашты.
– Оҙаҡ йылдар фарфор заводында эшләнем, әле иһә бөтөнләй бүтән тармаҡҡа күстем.
Башҡаларҙан айырмалы, беҙ йәшелсәне 30 гектар майҙанда асыҡ һауала үҫтерәбеҙ. “Электр ҡулланмайһығыҙ, газ яҡмайһығыҙ, сығым юҡ, ҡайһылай рәхәт”, – ти теплица хужалары. Уның ҡарауы, ергә ашламаны күп индерергә кәрәк, мал тапауынан да ҡурсалау мөһим. Иң отошлоһо – кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, тәбиғәттең бөтә витаминдарын ваҡытында алғас, улар тәмле лә, уңыш та мул була.
Бер тонна һыйҙырышлы йәшелсә-емеш һаҡлау урыныбыҙ бар. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә: йыл әйләнәһенә 0 градус температураны тотабыҙ, елләтәбеҙ. Кәбеҫтә уңышы көткәнгә ҡарағанда ла күп булды – бында 500 тонна ята, шулай уҡ 200 тонна кишерҙе, шул сама сөгөлдөрҙө һаҡлауға һалдыҡ. Хәҙер арзан, ә бына Яңы йылдан һуң уларҙың хаҡы алтынға торошло буласаҡ.
Шулай уҡ 30 сутый майҙанға еләк ултыртҡайныҡ, күңел биргәндә ошо йүнәлештә лә ярайһы табыш алып булыр тип уйлайым.
Хужалыҡта күбеһенсә төмәнәктәр тир түгә, әммә эргә-тирә ауылдарҙан да килеп аҡса һуғыусылар юҡ түгел. Ғаиләлеләргә бигерәк тә шатбыҙ, уларҙы ҡуш ҡуллап алабыҙ – Альберт Хәсәнов менән Светлана Сазонова, Мөнир Хәйруллин менән Лена Торгашеваны бүтән хеҙмәткәрҙәргә һәр саҡ өлгө итеп ҡуям. 12 урынлыҡ йорт төҙөп ултырттыҡ, ғаиләлеләр айырым йәшәй. Көнөнә 500 һумдан эш хаҡы түләнә, йәшәү һәм ашау бушлай. Һәр йәкшәмбе мунса яғыла.
Импортҡа алмаш тип бөгөн күп һөйләйбеҙ. Беҙ, фермерҙар, халыҡты йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш менән тәьмин итә алабыҙмы? Әлбиттә!
Сит илдең тиҙ үҫешкә булышлыҡ иткән теләһә ниндәй ҡушылмалар өҫтәп үҫтерелгән йәшелсәһенә ҡарағанда, үҙебеҙҙекен һайлаһаң, күпкә файҙалы. Шул уҡ ваҡытта, форсаттан файҙаланып, бер нисә үтенесемде лә белдергем килә. Фермерҙарға ерҙе ҡуртымға өс йәки биш йылға ғына бирәләр. Киләсәк менән йәшәгәндәр ниҙер төҙөргә ниәтләнә, ләкин туҡтап ҡала: ошо биш йылдан һуң килешеү оҙайтылырмы-юҡмы? Ни өсөн ерҙе үҙҙәренең ҡарамағына тапшырмаҫҡа? Икенсенән, асыҡ тупраҡҡа субсидияның күберәк булыуын теләр инек. Быйыл бирҙеләр ул, әммә күпме икәнен телгә алғы ла килмәй: ул диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә күренде.
Кейәүем Руслан Тимербулатовҡа, ҡыҙым Гөлнараға эштең нескәлектәрен мөмкин тиклем тәрәнерәк өйрәтеп ҡалырға тырышам. Ошо ергә ерекһендәр, тим. Ер – кешене туйындырыусы ла, кейендереүсе лә. Ейән-ейәнсәрҙәрем Аделина, Рузалина, Рамаҙан миңә күңел көрлөгө бирә, эшкә дәрт өҫтәй. Ә инде буш ваҡыттарымда умарталығыма ашығам...
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.