Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Салауат Юлаев”та ҡасан Салауат уйнар?
Хоккей, “Салауат Юлаев” тураһында һүҙ сыҡһа, “Эй-й, шунда бер башҡорт уйнаймы һуң, исмаһам?” тиҙәр йыш ҡына. Йәнәһе, милләттәшең булмағас, ниңә ул командаға иғтибар бүлергә? Ысынлап та, ни өсөн унда Салауат, Ильяс, Батырҙар уйнамай?

Элеккеләрҙән Рәмил Юлдашев, Руслан Нуретдиновтың ҡатнаш ғаиләнән икәнлеге хаҡындағы имеш-мимеште иҫәпкә алмағанда, юлаевсылар сафында башҡорттарҙың булмауында кем ғәйепле һуң? Күптәр уйлауынса, етәкселекме? Әгәр талантлы кандидаттарҙан һыу буйы сират торһа, берәүһен булһа ла ҡабул итмәҫтәр инеме ни? Күрәһең, сәбәп башҡала.
Ә нимәлә? Берҙән, менталитетыбыҙ бүтәнерәк. Ер эштәре, мал үрсетеү, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнһәң – һай, афарин! Ә инде башҡа йүнәлеште һайлаһаң, теге киң билдәле мәрәкәләгесә килеп сыға – “Эшкә урынлаштыңмы, әллә һаман йырлап ҡына йөрөйһөңмө?” Беҙ үҫкәндә атай-әсәй өсөн өйҙәге, хужалыҡтағы эш менән булышыу маҡтаулы, ә уҡыуҙағы, спорттағы уңыштарың бигүк баһаланмай ине.
Икенсенән, конкурентлыҡ ҡына сифатҡа йоғонто яһай. Әгәр беҙҙең балалар “Сулпылар”, “Байыҡ” кеүек конкурстарға эркелеп килгән һымаҡ хоккей секцияларына барһа, көнәркәшлек шарттарында үҫһә, ҡасан да үҙебеҙҙең “йондоҙ” балҡыясаҡ. Донъяла иң шәп футболсылар Бразилияныҡылар һанала, сөнки унда һәр бер малай бала саҡтан туп тибеп буй еткерә.
Өсөнсөнән, башҡорт малайҙары физик күрһәткестәр буйынса һайлауҙы үтмәй. Йәғни йыл да миҙгел башында кәүҙә ауырлығы, буйы үлсәнгәс, беҙҙекеләрҙең бәләкәйерәк, тәпәшерәк, көс-ҡеүәте ҡайтышыраҡ икәне күренә. Ә бит хоккей – юғары физик күрһәткестәр талап иткән спорт төрө. Континенталь хоккей лигаһында, мәҫәлән, уйынсыларҙың уртаса буйы 183 сантиметр, ауырлығы 90 килограмм! Башҡорт егеттәренең күптәре бының менән маҡтана алмай. Буйы 165 сантиметр ғына булған Михаил Анисин һуң, тиерһегеҙ. Был – ҡағиҙәнән иҫкәрмә, сөнки Михаилдың атаһы – үҙе данлыҡлы хоккейсы һәм тренер...
Дүртенсенән, профессиональ спорт менән шөғөлләнеү байтаҡ сығым талап итә. Ә беҙҙең халыҡ бер ҡасан да серегән бай булманы, милли буржуазия ҡатламы ла саҡ-саҡ аяғына баҫып килә.
Шулай ҙа балаңды хоккей мәктәбенә бирергә йыйындың, ти. Нимәгә әҙер булырға? Дөрөҫөн әйткәндә, ете-һигеҙ йыл буйына тик ошоноң менән йәшәргә! Мәҫәлән, 4-5 йәштән 12 йәшкәсә малайҙы көн дә боҙ һарайына алып барыр-ҡайтыр өсөн ғаиләлә эшләмәй өйҙә ултырған бер кеше булырға тейеш. Етмәһә, уның машина йөрөтөүе лә талап ителә. Күнекмәләрҙе иртәнге сәғәт 7-гә лә, төшкө 1-гә лә, төштән һуң 4-кә лә тәғәйенләргә мөмкиндәр. Ә хоккей амуницияһы менән тулған сумаҙан туғыҙ-ун килограмм тарта. Икенсенән, улығыҙҙы 13 әйберҙән торған кейем тупланмаһы менән тәьмин итергә байтаҡ аҡса кәрәгәсәк. Көйәрмән Азамат Баһауетдинов бына нимә һөйләй: “Туғанымдың улына 12 йәш. Тәүге йылда хоккей амуницияһына 50 мең һум тирәһе аҡса китте. Икенсе йылына – 20 меңдәй, сөнки былтырҙан ҡалған күбеһе ярай ине. Өсөнсө йылға 60 мең һум тотондолар – бала үҫә төшкәйне инде. 16-17 йәшендә иһә 70-75 меңгә иҫәп тоталар”. Эйе, конькиҙы, мәҫәлән, йыл да алырға тура килә, ә ул берәй үлсәмгә ҙурыраҡ икән, аяҡты ҡаймыҡтырып йәрәхәт алыу ихтималы ҙур, шыуырға ла уңайһыҙ. Бынан тыш, ай һайын аҡса йыйырға сәбәп табылып ҡына тора: коньки үткерләтеү, сит ҡалаға турнирға барып ҡайтыу, матчты хеҙмәтләндергән судьяларға түләү, тренерҙарҙы байрамдар, тыуған көндәре менән ҡотлау өсөн... Ҡыҫҡаһы, хәлле түгелһең икән, бик ҡыйынға төшәсәк.
Әле был ауырлыҡтарҙы сыҙам күтәрһәң дә, балаң “Салауат Юлаев” сафына үтте тигән һүҙ түгел. Мәҫәлән, минең таныштың улы, хоккейҙы ташламаҫ өсөн, Сыуаш республикаһының Чебоксар ҡалаһындағы “Сокол” командаһына китергә мәжбүр булды. Тыуған ерҙән алыҫта үҫмер ҡуртымға алынған фатирҙа нисек яңғыҙы йәшәһен? Ғүмер буйы ауылында көн иткән өләсәһен, өйөн һаттыртып, ейәне янына күсергә ризалаттылар. Ярай әле ундай өләсәй бар! Барыһы ла яйланған тормошон ошолай ҡорбан итергә ризамы һуң?! Юҡ, әлбиттә.
Быйыл клубтың спорт мәктәбен тамамлаған 17 йәшлек хоккейсыларҙың берәүһен дә “Толпар” йәштәр командаһына алманылар. Улар бәхетен сит өлкә клубтарында һынарға мәжбүр. Башҡорто ла, татары ла, урыҫы ла...
Бар ул, бар башҡорт хоккейсылары. Әммә бармаҡ менән генә һанарлыҡ һәм... башҡа сит-ят командаларҙа. Берәй мәл берәйһе “Салауат Юлаев”тың төп составына эләгеренә иманым камил. Әлегә командабыҙҙың бөтөн лигала берҙән-бер милли герой, ысын шәхес исемен йөрөткән коллектив булыуы менән ғорурланырға ҡала. “Бер башҡорт та уйнамай бит унда”, тип бәлә һалғандарҙан иһә былай тип һорағым килә: “Ә һинең үҙеңдең улың йә ейәнең хоккей менән шөғөлләнәме һуң?..”


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә