Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бай мираҫы ҡалды
Башҡорт тел ғилеменең нигеҙ ташын башлыса Нуриәғзәм Таһиров, Ғәбделәхәт Вилданов, Ғабдулла Амантай, Вәли Хангилдин, Закир Шакиров, Таһир Байышев, Ғәббәс Дәүләтшин, Әхтәм Мансуров, Ҡасим Әхмәров кеүек арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре тәшкил итә. Был шәхестәрҙең барыһы ла рухи хазинабыҙҙы өйрәнеүгә, үҫтереүгә, камиллаштырыуға, донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индергән.


Араларынан филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров 1900 йылда Борай районында тыуа. Ауылында ике класты тамамлағас, Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен­дә белем ала. Төрлө урында баш­ланғыс мәктәп мөдире, улустың баш­ҡарма комитеты секретары, тәрбиәсе, бер нисә белем усағында туған тел уҡытыу­сыһы, Башсовнарком ҡарамағындағы башҡорт телен үҫтереү буйынса үҙәк комиссияның инструкторы, Башҡорт­останды өй­рәнеү йәмғиәтенең ғилми хеҙмәт­кәре һәм секретары, юғары уҡыу йортонда кафедра мөдире һәм башҡа вазифаларҙы башҡара. 1941 йылдан ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (1969 йылдың 11 феврале) Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Та­рих, тел һәм әҙә­биәт институтында өл­кән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. Күреүебеҙсә, ғалимдың эшмәкәр­лек юлы бик бай. Ғөмүмән, ул за­ман­дағы әҙиптәребеҙгә бер үк ваҡытта ға­лим да, уҡытыусы ла, яҙыусы ла бу­лырға тура килә.
Ҡасим Әхмәров ғилми эшмәкәр­леген 1928 йылда башлай. Ул ғилми ойошмала милләтебеҙ тормошон, тарихын, мәҙәниәтен ныҡлап өйрә­неүгә тотона. Был осорҙа башҡорт әҙәби теле формалаша, уны йәмғиәттең төрлө өлкәһенә индереү буйынса әүҙем эш бара. Әлбиттә, ғилемдең үҫеше туранан-тура ғәмә­ли мәсьә­ләләргә бәйле була. Был йәһәттән ғалим урта мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн баш­ҡорт теленән программалар төҙөй. Төрлө ғилми-методик мәҡәләләр сығарыу менән бер рәттән, “Типик орфографик хаталар һәм орфографияны уҡытыу юлдары”, “Башҡорт телендә тыныш билдәләре” кеүек брошюралар әҙерләй. “Башҡорт теленең ҡайһы бер мәсьәләләре”, “Баш­ҡорт телендәге һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе”, “Башҡорт телендә ҡы­лым төрҙәре”, “Башҡорт телендә яр­ҙам­сы исемдәр”, “Ҡуш­ма һөй­ләм төрҙәре”, “Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге орфографияһы һәм уны камиллаштырыу юлдары” кеүек мәҡәләләре уҡытыу эшмәкәр­ле­гендә ҙур әһәмиәткә эйә.
1932 йылда Ҡасим Закир улының башланғыс кластар өсөн әҙерләнгән беренсе дәреслеге донъя күрә. Унан мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн тиҫтәнән ашыу дәрес­леге, уҡыу ҡулланмалары баҫылып сыға. Урта мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән “Башҡорт теле. Синтаксис” тигән китабы мәғариф тармағына 40 йылға яҡын хеҙмәт итә. Педагогия училищелары өсөн 1941 йылда сығарылған “Башҡорт теле” китабы – урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына иҫәпләнгән тәүге хеҙмәт. Унда фонетика, графика, грамматика, орфография һәм пунктуация буйынса норматив төшөнсәләр, айырым кү­не­геүҙәр менән бер рәттән, уҡыусы­лар­ҙың йәш үҙенсәлектәренән сы­ғып, тел ғилеме буйынса бе­леш­мәләр ҙә бире­лә. Ғөмүмән, Әхмә­ровтың дәреслек­тәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар нигеҙендә бихисап уҡытыусы, күренекле ғалимдар үҫеп сыға.
Ҡасим Закир улы башҡорт әҙәби теленең тарихы, грамматикаһы, лек­сикаһы, лексикографияһы, фразео­логияһы, стилистикаһы, пунктуа­цияһы өлкәһендә берҙәй әүҙем эш алып бара. Синтаксис буйынса ғилми мәҡәләләре, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙең тө­ҙөлөшөн тикшереүгә бағышланған монографиялары менән башҡорт тел ғиле­менең үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индерә. Ғалим был хеҙмәттәрендә һөйләмдәрҙең структураһын, уның киҫәктәренең специфик үҙенсә­лек­тәрен һәр яҡлап тулы өйрәнә. Был өлкәләге тикшеренеү эштәре өсөн филология фәндәре докторы дәрә­жәһенә эйә була. Ҡасим Әхмәров шулай уҡ алфавитҡа, орфографияға ҙур иғтибар бүлә. “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге”нең бер нисә мәртәбә нәшер ителеүе, әлбиттә, был хеҙмәттең төплө һәм нигеҙле булыуы хаҡында һөйләй.
Ғалим ҙур тырышлыҡ, бөтмөрлөк, түҙемлек, телгә һаҡсыл ҡараш талап иткән һүҙлекте төҙөүҙә лә ҙур уңышҡа өлгәшә. Халҡының тарихын яратҡан, уның бөгөнгөһөнә, килә­сәгенә битараф булмаған кеше генә шундай фиҙакәр хеҙмәт күрһәтә алалыр. Ҡасим Закир улының етәксе­ле­гендә төҙөлгән “Урыҫ­са-баш­ҡортса һүҙлек” (1948, 1964 йылдар), “Баш­ҡортса-урыҫса һүҙлек” (1958 йыл) исемле баҫмаларҙың әҙәби телде, милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Өҫтәүенә ғалим­дың “Башҡорт шәжәрәләре”н, Н.К. Дмитриевтың “Башҡорт теленең грам­матикаһы” тигән хеҙмәтен сығарыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Ҡасим Закир улының мәғариф һәм фән өлкәһендәге уңышлы эшмәкәрлеге “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, маҡтау грамоталары менән баһалана. Тел ғилеменә нигеҙ ташы һалған шәхестең китаптары халыҡҡа әле лә тоғро хеҙмәт итә. Ошо ғилми мираҫты йәш быуынға заманға яраҡлаштырып өйрәтеү — беҙҙең бурыс.

Резеда СӨЛӘЙМӘНОВА,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә