“Мин үткән йәш сағым һәм үткән юлдарым” тип атаған хәтирәләр йыйынтығын уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Ғибәт улы Сәлихҡолов. Был юлдарҙы ул вафат булыр алдынан ғына яҙған, унда тормошон, фронттағы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы булған, сөнки даталары теүәл, хатта революция йылдары осоро ла асыҡ һүрәтләнгән. Әғзәм Ғибәт улы бай тормош юлы үтеп, 86 йәшендә донъя ҡуйҙы. Биш балаһынан әлеге көндә өлкән ҡыҙы Софья, улы Марсель иҫән, ғаиләләре менән Темәс ауылында йәшәйҙәр. Яҙмалар ҡыҙында һаҡлана.“1909 йылда Темәстә урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Атайымдың исеме – Ғибәт Сәлихҡол улы (элек Лоҡманов булған, ҡарттар алыштырған). Атайҙың ағаһы ауырып үлә. Әсәһе лә баҡыйлыҡҡа киткәс, ул үгәй әсә ҡулында үҫә. Олатайым да вафат була, күп тә тормай, үгәй әсә үҙ ауылына ҡайтып китә. Атай бер үҙе тороп ҡала. Донъяһы, малдары булғас, бер үҙенә йәшәүе ауырлаша. Армияға китергә ваҡыт етәрәк, кәләш алырға була. Үҙе кеүек ата-әсәһеҙ ҡалған бер ҡыҙға өйләнә. Был ваҡытта ҡыҙға 11 йәш кенә була. Атай армияға киткәс, әсәй үҙенең ҡустылары менән уның донъяһында ҡала. Армияла Гусар кавалерия полкында 6 йыл хеҙмәт итә. Ҡайтыуына әсәйгә 17 йәш тулған була. Уларҙың улдары Әхтәм, Әҙеһәм, Әғзәм, ҡыҙҙары Хәбиямал, Өмөкамал, Хәсбиямал тыуа. Әхтәм ағай 1914 – 1915 йылдарҙағы Герман һуғышында һәләк була. Мин бәләкәй инем, ағайҙан хат килһә, илашып уҡый торғайнылар. Әсәй: “Батшаның башы ҡороһон”, — тип ҡарғай ине. Атай ағайҙың үкһеҙ етем ике балаһын – Усман менән Ғилманды үҙ тәрбиәһенә ала. Уларҙы уҡытып, өйләндереп, 1920 йылда башҡа сығара.
1917–1919 йылдар — революция осоро. Был ваҡытта аҡтар, ҡыҙылдар, бандиттар килеп-китеп торҙо. Ауыл халҡына йәшәүе бик ҡыйын булды. Ҡайһы һалдат килмәһен, бөтә ауырлыҡ халыҡҡа төштө. Заманына күрә бик ҡаты һуғыштар ҙа булды. 1919 йылда Темәс, Билал араһында ҡыҙылдар менән аҡтар һуғышты. Үлгән ҡыҙылармеецтарҙы Темәскә килтереп ҡуйҙылар, рус зыяраты янына. Улар Смоленск полкы һалдаттары ине. Был һуғышта Муса Мортазин, аҡтар яғына сығып китеп, ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыш башланы һәм уларҙы Темәстән ҡыуып сығарҙы. Халыҡ араһында, һалдаттар ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрә итеп китә икән, тигән хәбәр таралды. Ауыл халҡы Темәстән ваҡытлыса ҡырға ҡасып китергә мәжбүр булды. Ирәндек аръяғындағы ауылдарға барып торҙолар ҙа, һуғыш баҫылғас, ҡайтып килделәр. Беҙ ҙә Һаҡмар буйындағы Мозафар утарына өс-дүрт көнгә ҡастыҡ.
1920 йылда Темәстә ҡыҙылдар тора ине. Билал яғынан Юламанов бандиттары килеп баҫты. Ҡыҙылдар Темәсте ташлап китергә мәжбүр булды. Бандиттар Темәсте алғас, Күн заводына килеп, байҙарҙы талап, күн һәм хромдарын алып китәләр. Унан һуң Баймаҡты барып баҫалар һәм магазинды онтарға керешәләр. Ошо ваҡытта ҡыҙылдар, быларҙы күреп ҡалып, ҡырып һала. Бандиттар власты ҡулға алыу өсөн түгел, фәҡәт талар өсөн йөрөнө.
1920 йылдың ҡышында тирә-яҡта ҡыҙылдар урынлашып бөттө, Юламанов, Хажиәхмәтов отрядтары Темәскә килеп ҡыҙылдарға бирелде. Ошо ваҡытта ауыл халҡына бик ҡыйын булды. Аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар, бандиттар килһә лә, аттарын ектереп ылауға алып китәләр. Машина юҡ, халыҡ айырым хужалыҡта йәшәне, бөтә көс ауыл халҡына төштө. Әгәр ҙә аттарын екмәй ҡаршылыҡ күрһәтһәләр, йә атып, йә туҡмап китәләр ине. Ылауға алып китһәләр, ҡайтармай үҙҙәре менән айҙар буйы алып йөрөнөләр. Һалдаттарҙы ашатыу өсөн ауыл халҡының малдарын һуялар, аттарына халыҡтан бесәнен тартып алалар. Бандиттар ауылға килеп, ағай, беҙгә йә атыңды, йә улыңды бирәһең, тип ҡурҡыталар. Уландары ҡыҙылдарҙа булһа, һинең улың ҡыҙылдарҙа, тип аҡтар йәки бандиттар килеп ҡурҡытыр ине. Әгәр ҙә аҡтарҙа булһа, ҡыҙылдар ҡурҡытып, йорт-ҡураларын талап китә торғайны.
1921 йылда ҡоролоҡ булды. Был йотта иген дә, бесән дә үҫмәне. Малһыҙ кешеләр үлеп бөттө, маллы кешеләр генә иҫән ҡалды. Үкһеҙ етем балалар йәй һыу буйында эт, бесәй тотоп бешереп ашай. Шундай хәлгә барып еттеләр, кеше ашаған ваҡыт-тар ҙа булған. Ҡышын ауылдарҙа балаларҙы ашатыу өсөн ашхана астылар, ололарҙы ла ашаттылар. Туҡланыу яғы бик насар булғас, күп кеше аслыҡтан үлеп бөттө. Ауылда кеше һәм мал бик аҙ ҡалды.
1922 йыл шул тиклем яҡшы булды, хөкүмәт халыҡҡа сәсергә иген бирҙе. Ул бик яҡшы уңыш биреп, халыҡ иркен тын алып ҡалды. Был ваҡытта Америка ла бик күп ярҙам итте. Бөтә кеше байрам итеп Ҡарағайморонға барҙы. Унда бер ҡалҡыу урынға таш, ағас, кирбес ташылған һәм өс бағанаға телефон сыбығы һуҙылғайны. Бер бағана – төньяҡҡа, икенсеһе – көньяҡҡа, өсөнсөһө Темәскә ҡарай һуҙылған. Халыҡ йыйылып бөткәс, митинг булды. Унан һуң Зәки Вәлидов менән Ҡарамышев иң тәү башлап нигеҙ ташы һалды. Шунан һуң халыҡ байрам итеп, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән сәй табыны ҡорҙо. Шул нигеҙ һалынғандан һуң унда ҡабат эш барманы.
1923–1924 йылдары Темәстә башҡорт балаларын уҡытыу өсөн II баҫҡыс тигән мәктәп асылды. Мин унда 1925–1927 йылдарҙа уҡыным. Беҙҙе кейендереп, бөтә яҡтан ярҙам иттеләр. Ошо ваҡытта Ғәзиз Әҙеһәмов тигән физика-математика уҡытыусыһы беренсе тапҡыр Темәс ауылына радио ултыртты. Беҙ кис радио тыңларға бара торғайныҡ, Өфөнө тыңлайбыҙ. Сабирйән тигән бер ағай ышанмай ине. “Өфөнән һөйләмәй ул, мейес артынан тороп һөйләйҙәр”, – ти торғайны. Шунан һуң Фуат Бикмәтов тигән комсорг Өфөгә барғанда радиоузелға инеп: “Темәс, бына мин – Бикмәтов. Сабирйән ағай ышанмай торғайны, ышанһын, мин Өфөнән һөйләйем”, – тиһә лә, барыбер ышанманы. Тәүҙә ауылда радиоселтәр аша һөйләтә торғайнылар.
Мин II баҫҡыс мәктәбен бөтөрә алманым, сөнки атай миңә күрмәгән-белмәгән ҡыҙҙы әйттереп, 1927 йылдың ғинуар каникулында көсләп өйләндереп, туй яһаны. Шунан һуң уҡыуҙы ташларға мәжбүр булдым.
1925–1926 йылдарҙа элекке улус йортонда клуб була торғайны. Шул клубта тәү башлап Хәҙисә тигән ҡыҙ менән Абдулла тигән егеткә ҡыҙыл туй үткәрҙеләр. Уларҙы сәхнәгә президиумға ултыртып, бына был яғына туй ошолай үткәрелә, ҡоҙа булып ашап-эсеп йөрөү – байҙарҙан ҡалған ғәҙәт, тип һөйләп үткәндән һуң, залда уйын ойошторҙолар. Уйын бөткәс, егет менән ҡыҙ өйҙәренә ҡайтып китте. Шуның менән туй бөтә. Икенсе тапҡыр Әшрәф Маликов менән Мөкәрәмә тигән ҡыҙ үҙ өйҙәрендә үткәрҙе. Өсөнсө ҡыҙыл туй 1930 йылда Ғилман Лоҡманов ағай менән Бибинур еңгәйҙеке ине. Уны Темәс мәктәбендә туғандары һәм яҡын дуҫтары һый-хөрмәт, уйын-көлкө менән үткәрҙе.
1928 йылда “Рапат” тигән коллектив хужалыҡҡа индек, унда 10-15 өй бергә ҡушылып, иген сәстек. Беҙҙең рәйес Кәлимулла Исҡужин ине. Иген үҫкәс, игенде бүлешеп ала торғайныҡ. 1930 йылда ауылда күмәк хужалыҡ төҙөлөп, беҙ колхозға инеп, малдарҙы дөйөмләштерҙек. Аттарҙы, бейә, һыйырҙы бушлай биреп, колхозға мал йыйҙылар, ферма төҙөнөләр. Унда тәүге колхоз рәйесе Мөхәмәтша Мәмбәтҡолов булды. Был саҡта айырым хужалыҡта йәшәүселәр күп ине, һуңынан бөтәһе лә колхозға инде.
1931 йылда байҙарҙы кулак тип юҡҡа сығара башланылар. Мин ул ваҡытта совет ағзаһы инем, ауыл Советы рәйесе Аҫылбикә апай Әүәлбаева булды. Мине ауыл Советына саҡырып алып, Шәриф Хәмиҙуллин тигән сауҙагәргә ебәрҙеләр, ярҙамсы итеп Шәрәф ағай Шәрипов менән Ниғәмәт Ирназаров ағайҙы бирҙеләр. Һуңынан Хәмиҙуллин ағай партизан булыу арҡаһында әйберҙәрен кире ҡайтарҙылар.
1931 йылда Темәстә уҡытыусылар курсы асылды. Мин шул курсҡа инеп, уҡытыусы булып киттем. Был курс башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәгән өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — 7 йыллыҡты 7 айҙа — бөтөрөп сығыу ине. 1931 йылда Темәстә совхоз төҙөлдө. Беҙ курста саҡта шул совхозға практикаға йөрөй торғайныҡ. Мин уҡыуҙы бөткәс, Икенсе Этҡолда 1931–1932 йылдарҙа – Темәстә, ҡалған 23 йылын Әминдә эшләнем.
1941 йылда һуғыш башланып китте. Мин 1941 йылда Башҡорт кавалерия дивизияһына эләктем. Унда I полк артиллерияһында хеҙмәт иттем. Немецтар менән беренсе тапҡыр Алим йылғаһы буйында осраштыҡ. Унда бик ҡаты алыш барҙы, беҙҙең расчет бик күп дошманды ҡырҙы һәм һөжүмен кире ҡаҡты. Бында бик күп командир һәм һалдат орден менән наградланды.
1942 йылда Брянск өлкәһендә оборонала яттыҡ. Дошман бик ныҡ ҡаршы тора, уларҙа көс күп ине. Үткәрмәҫкә бар тырышлыҡты һалдыҡ. Хатта улар самолет менән бик ныҡ күҙәтте, ә беҙҙә маскировка яҡшы эшләне. Брянскиҙа йәй буйы дошманды үткәрмәйенсә, һөжүмдәрен кире ҡағып яттыҡ. Ошо ҡурҡыныс ваҡытта ла беҙҙең башҡорт үҙешмәкәр артистары, ҡурайсы, бейеүселәре концерт, уйын ҡуя торғайны. Шунда снайпер Байҙулла Сибаевҡа бағышлап “Сибай” көйөн йырланым.
1942 йылдың октябрендә беҙҙе Сталинград фронтына алып киттеләр. Унда походта айҙан ашыу барҙыҡ, кистән таңға хәтлем, төнө буйы. Ә көндөҙ бер ҙә ял итергә, йоҡларға ваҡыт булмай: ҡоралдарҙы таҙартыу, атты тәрбиәләү эшенән бушап булмай, йәнә походҡа китергә ваҡыт етә. Айҙар буйы йоҡламай бик йонсоп, арып барҙыҡ. Ашау яғы ла насар булды.
1942 йылдың 19 ноябрендә Сталинград һуғышына барып инеп киттек. Унда бик ҡаты һуғыш барҙы, дошман беҙгә ҡаршы танкыларын ебәрҙе, шул ваҡытта яраландым. Мине госпиталгә оҙаттылар. Борисоглебск госпиталендә айҙан ашыу ятҡас, Тамбовҡа дауаланырға ебәрҙеләр. Төҙәлеп сыҡҡас, 1943 йылда II Украина фронтындағы 10-сы танкыға ҡаршы истребитель бригадаһына эләктем. Унда артиллерияла хеҙмәт иттем. Беҙ Украинала һуғыштыҡ, Дон, Днепр йылғаларын кистек. Курск дуғаһында ҡатнаштыҡ, Харьковты алдыҡ. Днестр йылғаһы аша сығып, Молдавияға сыҡтыҡ. Молдавиянан һуң Румынияға барып, Ясле-Кишиневта ла ҡатнаштыҡ. Румынияны алғас, мин Арат ҡалаһында контузияланып, госпиталдә яттым. Унан сыҡҡас, беҙҙе запас полкка ебәрҙеләр. Миномет артиллерияһына эләктем. Беҙҙе 30 километр тылға Карпаттағы дошмандарҙы ҡыуып төшөрөү өсөн ебәрҙеләр. Беҙ унда йәйәүләп, тәрән ҡарҙы кисеп һуғышып, Чехословакияға сығып, Прагала һуғышты бөттөк. Еңеү байрамын үткәргәс, Венгрияға барып, Балатон күлендә демобилизацияланылар”.
Ошонда уның яҙмалары тамамлана. Уҡытыусының хәтирәләре бик әҙ булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышының бер битен аса, Еңеүҙең ҡатмарлы һәм урау юлдар, оҙайлы йылдар аша яуланыуын тасуирлай. Әгәр һуғыш ваҡытында уҡ көндәлек алып барырға мөмкинлеге булһа, хәҙерге ваҡытта беҙ ҡиммәтле мәғлүмәттәргә эйә булыр инек…