Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бесәй-сысҡан уйнамайыҡ
Бесәй-сысҡан уйнамайыҡ Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында Интернет-дарыуханалар популяр була бара. Тәү ҡарамаҡҡа бик уңайлы, әлбиттә. Ауырып-маҙар китһәң, урамға сығып йөрөйһө түгел, шылтыратып ҡына әйтһәң, һиңә кәрәген үҙҙәре үк... килтереп бирерҙәр ине лә, әгәр закон ҡушһа. Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, бөгөн бындай дарыуханаларға препараттарҙы һатып алыусының өйөнә алып барып тапшырыу хеҙмәтен үтәү тыйыла. Хатта заявка ҡабул иткән осраҡта ла граждан дарыуҙарҙы мотлаҡ үҙе барып алырға тейеш. Әлеге лә баяғы бесәй-сысҡан уйыны кеүек килеп сыға инде.

Виртуаль дарыуханалар тәү сиратта персоналға хеҙмәт хаҡы түләмәүҙе, аренда өсөн өҫтәмә сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тотоп ойошторола. Сығымдар әллә ни юғары булмағас, эшҡыуар дарыуға ла хаҡты самаһыҙ арттырмай. Ҡәҙимге дарыу­ханалар менән сағыштырғанда, Интернет аша яҙҙырып алған ҡайһы бер дарыуҙар хатта 30 процентҡа осһоҙораҡ килеп сыға. Ә бына сифатҡа килгәндә, бында инде уй­ланырға урын бар. Сөнки виртуаль дарыу­ханаларҙың эшмәкәрлеген бер орган да контролдә тотмай. Улар нин­дәй дарыуҙар менән һатыу итә, препа­раттарҙың сер­ти­фи­каттары бармы-юҡмы, эшҡыуар лицензия алғанмы, препараттар ҡайҙа һаҡ­лана?.. Статистика мәғлүмәт­тә­ренән күренеүенсә, бөгөн ялған дарыу­ҙарҙың 70 проценттан ашыуы нәҡ ошондай бер көнлөк дарыу­ханаларҙан “оса” ла инде.
Һорау: ҡәҙимге дарыуханаларҙа тауар­ҙың сифатын нимә гарантиялай? Пре­параттарҙың мотлаҡ сертификатланыуы һәм теркәлеүе, тәьмин ителештең асыҡ­лығы, төрлө күҙәтеү органдары тарафынан үткәрелгән даими тикшереүҙәр, лицензиялау процедураһы. Ошондай уҡ эшмәкәр­лекте виртуаль аптекала ҡулланыуға нимә ҡамасаулай һуң? Үрҙә телгә алған барлыҡ шарттарҙы ла үтәргә була, әммә Интернет-дарыуханаларҙың эшен көйләүсе закон юҡ. Бәлки, бөгөн тормошобоҙ көндән-көн виртуаль донъяға бәйләнә барғанда депутаттарға был мәсьәләне лә төптән өйрәнергә ваҡыттыр? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар? Закон менән гарантия­ланған осраҡта Интернет-дарыу­ханаларҙың хеҙмә­тенән файҙа­ланыр инегеҙме?


Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә