Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында Интернет-дарыуханалар популяр була бара. Тәү ҡарамаҡҡа бик уңайлы, әлбиттә. Ауырып-маҙар китһәң, урамға сығып йөрөйһө түгел, шылтыратып ҡына әйтһәң, һиңә кәрәген үҙҙәре үк... килтереп бирерҙәр ине лә, әгәр закон ҡушһа. Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, бөгөн бындай дарыуханаларға препараттарҙы һатып алыусының өйөнә алып барып тапшырыу хеҙмәтен үтәү тыйыла. Хатта заявка ҡабул иткән осраҡта ла граждан дарыуҙарҙы мотлаҡ үҙе барып алырға тейеш. Әлеге лә баяғы бесәй-сысҡан уйыны кеүек килеп сыға инде.
Виртуаль дарыуханалар тәү сиратта персоналға хеҙмәт хаҡы түләмәүҙе, аренда өсөн өҫтәмә сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тотоп ойошторола. Сығымдар әллә ни юғары булмағас, эшҡыуар дарыуға ла хаҡты самаһыҙ арттырмай. Ҡәҙимге дарыуханалар менән сағыштырғанда, Интернет аша яҙҙырып алған ҡайһы бер дарыуҙар хатта 30 процентҡа осһоҙораҡ килеп сыға. Ә бына сифатҡа килгәндә, бында инде уйланырға урын бар. Сөнки виртуаль дарыуханаларҙың эшмәкәрлеген бер орган да контролдә тотмай. Улар ниндәй дарыуҙар менән һатыу итә, препараттарҙың сертификаттары бармы-юҡмы, эшҡыуар лицензия алғанмы, препараттар ҡайҙа һаҡлана?.. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн ялған дарыуҙарҙың 70 проценттан ашыуы нәҡ ошондай бер көнлөк дарыуханаларҙан “оса” ла инде.
Һорау: ҡәҙимге дарыуханаларҙа тауарҙың сифатын нимә гарантиялай? Препараттарҙың мотлаҡ сертификатланыуы һәм теркәлеүе, тәьмин ителештең асыҡлығы, төрлө күҙәтеү органдары тарафынан үткәрелгән даими тикшереүҙәр, лицензиялау процедураһы. Ошондай уҡ эшмәкәрлекте виртуаль аптекала ҡулланыуға нимә ҡамасаулай һуң? Үрҙә телгә алған барлыҡ шарттарҙы ла үтәргә була, әммә Интернет-дарыуханаларҙың эшен көйләүсе закон юҡ. Бәлки, бөгөн тормошобоҙ көндән-көн виртуаль донъяға бәйләнә барғанда депутаттарға был мәсьәләне лә төптән өйрәнергә ваҡыттыр? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Закон менән гарантияланған осраҡта Интернет-дарыуханаларҙың хеҙмәтенән файҙаланыр инегеҙме?