Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тимер ҙә ирей оҫта ҡулында
Тимер ҙә ирей оҫта ҡулында Рәүзәнә үҙенә төбәлгән объективтан “ҡасты”. — Эш барышын күрһәтеп, ҡатындарҙың ире менән бергә фотоға төшөүе яҡшыға түгел, — тип шаяртты ул. — Элек диңгеҙҙә карапҡа ла ҡатын-ҡыҙҙы алмағандар бит…

Юҡ, был ырым-шырымға ышаныу түгел. Үҙе шундай холоҡло. Һөйләшкәндә лә, ирҙәр эше тип, ҡаҙан артына инеп китте.
— Бергә эшләйбеҙ. Кәләш бухгалтер ҙа, тимер-томор йәбештергәндә тотошоп та тора, — ти Айнур.
Булдыҡлы ир ҡапҡа, кәртә-ҡураһынан уҡ билдәле. Хисамовтарҙыҡы әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора: тимерҙән семәрләп яһалған, сәскәләре алтын төҫөн уйната. Хәйер, Яуыш ауылына ингәс тә уның ҡулы яһаған ҡоймалар әллә ҡайҙан уҡ айырылып тора. Үҙенсәлекле эскәмйәләр, балалар өсөн атынмаҡтар — һанап бөткөһөҙ.
Тимер ҙә ирей оҫта ҡулындаАйнурға “тимер ене” бала саҡтан ҡағыла. Ни тапһа ла сүкей, беркетә, тишә, ҡаға. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, сварщикка, беҙҙеңсә әйтһәк, иретеп йәбештереүсегә уҡырға юллана. Ошо һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй. Үҙе әйтмешләй, ҡатын менән һөнәрҙе ғүмерлек итеп һайларға кәрәк.
Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ Себер яғына юллана. Унда өс йыл эшләп, тыуған ауылына ҡайта. Мәсәғүт ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуарҙа тәжрибә туплай. Ана шунда күңелендә: “Бәй, мин үҙаллы ла эшләй алам бит”, — тигән уй тыуа.
Әлбиттә, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгел. Ысынбарлыҡта бер мәшәҡәт артынан икенсеһе тыуып ҡына тора. Сорналған йомғаҡты һүткәндәй, һәр береһен яйлап, берәмләп сисеү мөһим. Быны Айнур тәүге көндәрҙән үк аңлай. Ярай әле ата-әсәһе, кәләше, туғандары ярҙамға килә. Тимерҙе рәүешенә килтереп бөгөү өсөн станогы ла, материалдары ла кәрәк. Эшләгәнеңде һатыу – үҙе үк ҙур мәсьәлә.
Бына ул тәүге заказсы! Тәүге эш, усты йылытыусы тәүге аҡсалар, завод буяуҙары ла кипмәгән тимерлек ҡорамалдары… Оҫталыҡ, тәжрибә бар, ваҡыт ҡына етһен. Эшләнгән ҡапҡа, ҡоймаларың үҙе матурлыҡҡа ынтылыусыларҙы саҡырып, йәлеп итеп тора.
Йәштәргә йорт һалыу өсөн ҡаралған урамдан Хисамовтарға ла урын бүленә. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, улар төҙөлөш башлай. Уҙған йыл августа нигеҙ һалып, быйыл яҙын өй туйлайҙар.
Рәүзәнәнең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Етмәһә, аграр университетта ҡамыр ризыҡтары бешереү буйынса инженер-технолог һөнәрен алған. Тимәк, киләсәктә был йүнәлеш буйынса үҙ эшен асһа ла мөмкин. Әлегә былар уй-хыял ғына, әммә Хисамовтар уларҙы тормошҡа ашырып өйрәнгән. Бының өсөн икеһенең дә йәшлек дәрте, һәләте етә.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Мәсетле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә