Рәүзәнә үҙенә төбәлгән объективтан “ҡасты”. — Эш барышын күрһәтеп, ҡатындарҙың ире менән бергә фотоға төшөүе яҡшыға түгел, — тип шаяртты ул. — Элек диңгеҙҙә карапҡа ла ҡатын-ҡыҙҙы алмағандар бит… Юҡ, был ырым-шырымға ышаныу түгел. Үҙе шундай холоҡло. Һөйләшкәндә лә, ирҙәр эше тип, ҡаҙан артына инеп китте.
— Бергә эшләйбеҙ. Кәләш бухгалтер ҙа, тимер-томор йәбештергәндә тотошоп та тора, — ти Айнур.
Булдыҡлы ир ҡапҡа, кәртә-ҡураһынан уҡ билдәле. Хисамовтарҙыҡы әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора: тимерҙән семәрләп яһалған, сәскәләре алтын төҫөн уйната. Хәйер, Яуыш ауылына ингәс тә уның ҡулы яһаған ҡоймалар әллә ҡайҙан уҡ айырылып тора. Үҙенсәлекле эскәмйәләр, балалар өсөн атынмаҡтар — һанап бөткөһөҙ.
Айнурға “тимер ене” бала саҡтан ҡағыла. Ни тапһа ла сүкей, беркетә, тишә, ҡаға. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, сварщикка, беҙҙеңсә әйтһәк, иретеп йәбештереүсегә уҡырға юллана. Ошо һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй. Үҙе әйтмешләй, ҡатын менән һөнәрҙе ғүмерлек итеп һайларға кәрәк.
Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ Себер яғына юллана. Унда өс йыл эшләп, тыуған ауылына ҡайта. Мәсәғүт ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуарҙа тәжрибә туплай. Ана шунда күңелендә: “Бәй, мин үҙаллы ла эшләй алам бит”, — тигән уй тыуа.
Әлбиттә, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгел. Ысынбарлыҡта бер мәшәҡәт артынан икенсеһе тыуып ҡына тора. Сорналған йомғаҡты һүткәндәй, һәр береһен яйлап, берәмләп сисеү мөһим. Быны Айнур тәүге көндәрҙән үк аңлай. Ярай әле ата-әсәһе, кәләше, туғандары ярҙамға килә. Тимерҙе рәүешенә килтереп бөгөү өсөн станогы ла, материалдары ла кәрәк. Эшләгәнеңде һатыу – үҙе үк ҙур мәсьәлә.
Бына ул тәүге заказсы! Тәүге эш, усты йылытыусы тәүге аҡсалар, завод буяуҙары ла кипмәгән тимерлек ҡорамалдары… Оҫталыҡ, тәжрибә бар, ваҡыт ҡына етһен. Эшләнгән ҡапҡа, ҡоймаларың үҙе матурлыҡҡа ынтылыусыларҙы саҡырып, йәлеп итеп тора.
Йәштәргә йорт һалыу өсөн ҡаралған урамдан Хисамовтарға ла урын бүленә. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, улар төҙөлөш башлай. Уҙған йыл августа нигеҙ һалып, быйыл яҙын өй туйлайҙар.
Рәүзәнәнең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Етмәһә, аграр университетта ҡамыр ризыҡтары бешереү буйынса инженер-технолог һөнәрен алған. Тимәк, киләсәктә был йүнәлеш буйынса үҙ эшен асһа ла мөмкин. Әлегә былар уй-хыял ғына, әммә Хисамовтар уларҙы тормошҡа ашырып өйрәнгән. Бының өсөн икеһенең дә йәшлек дәрте, һәләте етә.