Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәйҙәрҙең аҡ юлынан
Мораҡай, Туйыш, Байым, Рәхмәт, Яңы Балапан ауылдарының ағинәйҙәре Мораҡай мәсетендә халыҡ өсөн күркәм дини байрам уҙғарҙы. Ҡунаҡтарҙы иман йортонда милли ризыҡтар менән ҡаршыланылар.

Байрамды асып, имам-ха­тип Даян Фәтхуллин Ҡөрь­ән аяттары уҡыны, вә­ғәз һөйләне. Халыҡ унан үҙен ҡыҙыҡһындырған һо­рау­ҙарға яуап алды.
Ҡунаҡтар артабан мәсет билә­мәһендә урынлашҡан мәҙрәсә, ашхана, ҡунаҡ­ха­на менән танышып сығып, сикһеҙ һоҡланыуын бел­дерҙе. Ысынлап та, хайран ҡалмалы шул: ауыл халҡының динле булыуы, ғи­лемгә, татыулыҡҡа ынтылыуы һәр урында асыҡ сағыла. Бында, әлбиттә, имам-хатиптың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Байрамда ауылдағы йәш ғаилә башлығы Рус­лан Әхмәҙиндең ҡорбан салдырып, халыҡты һый­лауы айырым иғтибарға лайыҡ. Тимәк, йәштәребеҙ ышаныслы, улар төйәктең, милләттең киләсәген һаҡлаясаҡ, иншаллаһ.
Осрашыуҙа беҙ ҙә, Маг­ни­­тогорск ҡалаһындағы ”Урал ынйылары” яҙыу­сы­лар ойошмаһы вәкил­дәре, үҙебеҙҙе иң ҡәҙерле ҡу­наҡ­тар итеп тойҙоҡ. Ара­быҙ­ҙан Клара Шәм­­сетдинова мөнәжәттәр әйтте, мин иһә “Ожмах асҡысы” тигән китабымдан динебеҙгә ҡа­ғылышлы шиғыр­ҙарымды уҡып ишеттерҙем. Халыҡ билдәле әҙип Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән – шиғри тәржемәләр” тигән китабын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараны, уны ҡайҙа һатып алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Байрам ашҡа, башҡа­рыл­ған изге эштәргә ба­ғышлап аят уҡыу, өйлә на­маҙы менән тамамланды.





Автор: Файза МӘҒӘСҮМОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә