Ағинәйҙәрҙең аҡ юлынан06.11.2015
Мораҡай, Туйыш, Байым, Рәхмәт, Яңы Балапан ауылдарының ағинәйҙәре Мораҡай мәсетендә халыҡ өсөн күркәм дини байрам уҙғарҙы. Ҡунаҡтарҙы иман йортонда милли ризыҡтар менән ҡаршыланылар.
Байрамды асып, имам-хатип Даян Фәтхуллин Ҡөрьән аяттары уҡыны, вәғәз һөйләне. Халыҡ унан үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Ҡунаҡтар артабан мәсет биләмәһендә урынлашҡан мәҙрәсә, ашхана, ҡунаҡхана менән танышып сығып, сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе. Ысынлап та, хайран ҡалмалы шул: ауыл халҡының динле булыуы, ғилемгә, татыулыҡҡа ынтылыуы һәр урында асыҡ сағыла. Бында, әлбиттә, имам-хатиптың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Байрамда ауылдағы йәш ғаилә башлығы Руслан Әхмәҙиндең ҡорбан салдырып, халыҡты һыйлауы айырым иғтибарға лайыҡ. Тимәк, йәштәребеҙ ышаныслы, улар төйәктең, милләттең киләсәген һаҡлаясаҡ, иншаллаһ.
Осрашыуҙа беҙ ҙә, Магнитогорск ҡалаһындағы ”Урал ынйылары” яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре, үҙебеҙҙе иң ҡәҙерле ҡунаҡтар итеп тойҙоҡ. Арабыҙҙан Клара Шәмсетдинова мөнәжәттәр әйтте, мин иһә “Ожмах асҡысы” тигән китабымдан динебеҙгә ҡағылышлы шиғырҙарымды уҡып ишеттерҙем. Халыҡ билдәле әҙип Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән – шиғри тәржемәләр” тигән китабын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараны, уны ҡайҙа һатып алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Байрам ашҡа, башҡарылған изге эштәргә бағышлап аят уҡыу, өйлә намаҙы менән тамамланды.