Гоголдең “Ревизор”ын иҫләйһегеҙме? Иң түбән рангылағы түрә ишараты Хлестаковты, үҙәктән килгән ревизор тип уйлап, нисек һыйлайҙар?! Ә ул бит береһенән дә бер нәмә лә һорамай. Бары тик кәрт уйнап, булған аҡсаһын оттора ла сит ҡалала көн итеү яйын күрергә тырыша. Ҡала етәкселеге иһә, городничийҙан башлап һәр түрә һәм бай быға ришүәт бирә башлай. Тик торғандан. Гонаһтарын йәшерергә, ярарға тырышҡылары килеүҙән. Тегегә нимә, хатта тәүҙә ришүәт икәнлеген аңламаһа ла, бурысҡа икән тип уйлап, ала ғына... Шуныһы ҡыҙыҡ: бөйөк рус классигының әҫәре бөгөн дә заманса яңғырай. Әйтерһең дә, яҙыусы “ваҡыт машинаһы”на ултырып, беҙҙең көндәргә килгән, арабыҙҙа йәшәп, кешеләрҙең йәшәйешен күҙәтеп, ошо хеҙмәтен яҙған. Тормош үҙгәрмәй...Хлестаков “ял итә”Түрәләрҙең ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алыныуҙары, нәфселәрен тыя алмаған төбәк сәйәсмәндәренең эштән бушатылыуы, вазифалы кешеләргә ҡарата асылған яңғырауыҡлы енәйәт эштәре... Һуңғы йылдарҙа бындай яңылыҡтарға өйрәнеп тә киттек, буғай. Ришүәт алып тотолғандарҙың исемлеге, ниндәй суммалар менән эш итеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһына башлаһаң, һушың китер. Иманым камил, Гоголдең Хлестаковы улар янында “ял итә”... Сахалин өлкәһенең экс-губернаторы Александр Хорошавинды күптәр хәтерләйҙер әле. Быға тиклем Рәсәй төбәгенең бер етәксеһен дә бындай оят хәлгә төшөргәндәре юҡ ине. Ни тиһәң дә, 5,6 миллион доллар аҡсаны кеҫәңә һалып ҡуйыу уйын эш түгел шул... Ә оборона, ауыл хужалығы министрҙары Анатолий Сердюков менән Елена Скрынникка, Тула өлкәһе губернаторы Вячеслав Дудка, Новосибирскиҙыҡы Василий Юрченко, Брянск өлкәһенеке Николай Денинға бәйле енәйәт эштәре... Һуңғы яңылыҡтарҙың береһе — эшҡыуар Амиран Георгадзеның дүрт чиновникты атып үлтереүе һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуы. Коррупция береһен дә аямай...
Ғөмүмән, ришүәтселек тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп инде. Элегерәк был “сир” башлыса түрәләргә, етәкселәргә генә ҡағылған кеүек ине. Бөгөн иһә ғәҙәти генә мәсьәләңде хәл итеү өсөн дә “төртөргә” кәрәк. Ришүәтселек балалар баҡсаһынан, улай ғына ла түгел, бала табыу йортонан башлап тормошобоҙҙоң һәр баҫҡысында оҙата килә...
Яңыраҡ республика баҫмаларының береһендә шундай һандарға юлыҡтым: “Ришүәтселек осраҡтарының 24,6 проценты — дәүләт власы һәм идараһы, 29,2 проценты — мәғариф, 45,9 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тура килә”. Уйланырлыҡ һандар. Бәлки, төп сәбәп үҙебеҙҙәлер. Беҙҙән бит берәү ҙә көсләп ришүәт таптырмай. Мәҫәлән, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләп, “гаишник” туҡтата икән, шунда уҡ кеҫәбеҙгә тығылабыҙ, ебәрһен генә; дауаханаға барабыҙ икән, “күстәнәсһеҙ” килмәйбеҙ, мәктәп, балалар баҡсаһы хаҡында һөйләп тораһы түгел — һөнәри байрамдар, тыуған көндәр бүләкһеҙ үтмәй. Әлбиттә, был осраҡтарҙы миллион, миллиардтар менән сағыштырыу урынһыҙ, әммә ҡулыбыҙ “оҫтара” бит...
Ришүәтселеккә дәүләт үҙе
нигеҙ һалғанмы?..XII быуатта батша баярҙарҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ебәрә. Уларға хеҙмәт хаҡы түләнмәһә лә, ҡул аҫтында булған халыҡ иҫәбенә үҙен аҫрау хоҡуғы бирелә. Бынан тыш, мал-тыуарын, хеҙмәтселәрен ҡарар өсөн дә ризыҡ алырға рөхсәт ителә. Ғәҙәттә, ябай халыҡтан яһаҡ Раштыуа, Пасха байрамы, изге Петр менән Павел көндәрендә алынған булған. Оҙаҡламай алыш-бирештең бындай төрө бөтөрөлә, һәм баярға аҡсалата түләй башлайҙар. Урындағы етәкселек был мөмкинлектән оҫта файҙалана. Баяр менән бергә эшләгәндәр күберәк байлыҡ туплап ҡалырға тырыша. XV быуатта кенәздәр был идаралыҡтың һөҙөмтәһеҙ икәнен аңлай һәм урындағы етәкселәрҙе ҡыҫырыҡлай.
Реформалары менән тарихҡа инеп ҡалған Петр I ришүәтселекте тамырынан йолҡоп ташларға ынтыла. Дәүләт аҡсаһын үҙләштергән түрәләрҙе аҫыу тураһында ҡарар әҙерләй. Тик ярандары батшаға был ҡарарын тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Ниңәме? Сөнки ҙур суммала ришүәт алыусылар тап үҙҙәре булған. Петр I ришүәтселекте бөтөрөр өсөн тағы бер мөһим аҙым эшләгән: түрәләрҙең эш хаҡын ярайһы ғына арттырған. Башҡа юл менән аҡса эшләп маташыуҙы енәйәткә тиңләгән. Был фармандың файҙаһы булмауы ғына ҡыҙғаныс.
СССР төҙөлгән ваҡытта ришүәтселек ҡырҡа кәмегән. 1922 йылғы Енәйәт кодексында уны контрреволюцияға тиңләгәндәр һәм был енәйәттә тотолғандарҙы атҡандар. Ә НЭП ваҡытында коррупция йәмғиәткә тағы ла үтеп ингән. Сталин заманында түрәләргә аҡса түгел, әшнәлек, “блат” мөһим булған. Машина, дәүләт дачаһы, Мәскәү үҙәгендәге фатир ҙур байлыҡ һаналған. Шулай ҙа түрәләр дәүләт милкен балаларына ҡалдыра алмаған.
Андропов илгә етәкселек иткән заманда ришүәтселеккә ҡаршы көрәш йәнә көсәйә. Мәҫәлән, партия етәкселәренең өстән бер өлөшө, ришүәтселектә ғәйепләнеп, эшенән ҡыуыла. Брежневтың эске эштәр министры булған кейәүе, Краснодар крайы өлкә комитетының беренсе секретары, Үзбәкстандағы “мамыҡ” мафияһы ағзалары ришүәтселектә ғәйепләнеп төрмәгә ябыла.
Ришүәтселеккә ҡаршы ете быуат буйы барған көрәш тарихынан шуны күрергә була: илдә ниндәй генә закондар, ҡарарҙар сығарылмаһын, еңел аҡса эшләүселәр барыбер табыш артынан ҡыуа, закон боҙоуға бара.
Әҙерәк, әммә мулыраҡ урлашабыҙБөгөн Санкт-Петербургта БМО конвенцияһында ҡатнашҡан дәүләттәрҙең Коррупцияға ҡаршы конференцияһының VI сессияһы тамамлана. Мәртәбәле сарала йөҙҙән ашыу илдең ҡатнашыуы ғына ла – ришүәтселектең ни тиклем көнүҙәк проблемаға әүерелеүенә һәм географияһы яғынан да сикләнмәүенә асыҡ дәлил. Коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә ил, донъя ҡануниәтен камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, ти белгестәр. Әлбиттә, беҙҙә был йәһәттән ярайһы ғына тәжрибә тупланған. Президент ҡарамағында Коррупцияға ҡаршы эш итеүсе совет төҙөлдө, Коррупцияға ҡаршы эш итеүсе Милли план раҫланды, “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында” Закон үҙ көсөнә инде... Һөҙөмтәләргә килгәндә, көлөргәме, иларғамы тигәндәй... Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн илдә ришүәтселек осраҡтары яҡынса биш процентҡа кәмегән. Әммә шул уҡ ваҡытта ришүәттең күләме артҡан.
Ғөмүмән, ришүәтселек — дәүләт идараһы нигеҙен ҡаҡшатыусы, уның абруйын төшөрөүсе, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен боҙоусы енәйәтсел күренеш. Уны булдырмау йәһәтенән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус бүлектәре даими эш алып бара. Ошо көндәрҙә парламент депутаттары ла Дәүләт Думаһына коррупцияға ҡаршы эш итеүгә йүнәлтелгән закон сығарыу инициативаһын индергән. Әммә йәмғиәттәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк әле. Әйтәйек, былтыр ғына республика буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары 800-ҙән ашыу коррупция, йөҙҙән ашыу ришүәт биреү осрағын асыҡлаған.
Ҡайҙа нисек көрәшәләр?Коррупция уты ялмап алмаған ил юҡ. Уға ҡаршы көрәштә һәр дәүләт үҙ ҡанундарына таянып, әүҙем эшмәкәрлек йәйелдергән. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, коррупция кимәлен түбәнәйтеүҙең сараһын язаны көсәйтеүҙә күрәләр. Ришүәт биреп өлгөргәндәрме-юҡмы икәнлегенә ҡарап тормай, ике яҡты ла хөкөмгә тарттыралар. Төрлө бүләктәр алыу ҡәтғи тыйылған.
Сингапурҙа ла ришүәтселеккә яза стратегияһы ҡаты һәм эҙмә-эҙлекле. Үҙаллылыҡ яуларҙан алда, 1965 йылға тиклем, был илдә коррупция көслө була. Көрәш саралары иҫәбендә түрәләрҙең эшен, һәр аҙымын билдәле тәртипкә һалыуҙы, бюрократик процедураларҙы ябайлаштырыуҙы, юғары этик ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотоуҙа күрәләр. Ришүәтселекте тикшереү буйынса автоном бюро асып, унда кешегә дәүләт хеҙмәткәрҙәре өҫтөнән ялыу яҙыу, зыянды ҡаплауҙы талап итеү мөмкинлеге лә бирелә. Бынан тыш, ҡануниәтте ҡәтғиләштерәләр, суд системаһын, судьяның эш хаҡын арттырып, бойондороҡһоҙ итәләр. Чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡы ла күтәрелә.
Коррупцияға ҡаршы әүҙем көрәшкән илдәр исемлегендә Ҡытай тәүге урында килә. Мәҫәлән, нәфсеһенә хужа була алмаған элекке Политбюро ағзаһы Бо Силай ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән. Тимер юлдың элекке башлығы Лю Чжицзюнь ун миллион долларҙы үҙләштергәне өсөн үлем язаһына тарттырылған. Дәүләт милке контроле һәм идаралығы комитеты, полиция һәм махсус хеҙмәттәр етәксеһе лә шундай уҡ яза алған... Ошондай яңғырауыҡлы енәйәттәрҙе фашлап, Ҡытай илдә коррупцияны тамырынан йолҡоп ташламаҡсы. Бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу Политбюроның Үҙәк комитетында эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялға ебәрелгән ағзаларына тейергә ярамай тигән яҙылмаған ҡанун юҡҡа сыҡҡан. Коррупция осраҡтарын кәметеп, был дәүләт иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр башларға ниәтләй, сөнки әлеге бәләнең режимды емерәсәген, үҫеште лә тотҡарларын ил етәкселеге яҡшы аңлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә ҡалыплашҡан ҡараш йәшәп килә: йәнәһе, аҡса төртмәһәң, бер генә мәсьәләне лә хәл итеп булмай. Был көндәлек тормош мәшәҡәттәренән алып етди проблемаларға тиклем ҡағыла. Әлбиттә, коррупцияға ҡаршы көрәшмәйбеҙ түгел, көрәшәбеҙ. Закондарға үҙгәрештәр индерәбеҙ, талаптарҙы арттырабыҙ, тәфтишселәрҙең эшен көйләйбеҙ, әммә быларҙың барыһы ла аңыбыҙға һеңгән хаталы ҡараш янында тормошҡа аша алырмы икән? Бәлки, был яңырыуҙы ла нәҡ үҙебеҙҙән башларға кәрәктер?..