Эшҡыуар Руслан Зарипов йәшәйешен ижтимағи эшмәкәрлектән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Уныңса, илдең иҡтисади һәм сәйәси яҡтан именлеге, киләсәктә тормош теҙгенен үҙ ҡулына аласаҡ йәш быуынды лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләү өсөн һәр кем яуаплы. Әңгәмәбеҙ ошо шәхси ҡараштарҙың нигеҙе хаҡында.– Руслан Булат улы, һеҙҙең ҙур ғына ике фирмағыҙ бар, шул уҡ ваҡытта ике йәмәғәт ойошмаһын да етәкләйһегеҙ. Туранан-тура һорайым: нимәгә кәрәк булды һеҙгә ижтимағи эшмәкәрлек? Предприятиеларҙағы 300-гә яҡын кеше өсөн яуаплылыҡҡа өҫтәп, иңегеҙгә “артыҡ йөк” алырға ниҙәр мәжбүр итте?– Күптәрҙең илдәге проблемаларға битараф булыуы этәрәлер бындай аҙымға. “Артыҡ йөк” тиеүегеҙ менән килешмәйем, миңә йәмғиәт файҙаһына эшләү оҡшай, үҙемде шул рәүешле рухи йәһәттән ҡәнәғәтләндерәм.
Бер мәл, бизнес буйынса барыһы ла яйға һалынып, эш сәғәттәрен дөрөҫ файҙаланырға өйрәнгәс, буш ваҡытым күп ҡала башланы. Тимәк, ниндәйҙер изге ғәмәлдәр башҡарырға була, тигән уйға килдем. Матди хәлем дә етерлек бит инде. Күптән борсоған мәсьәлә – халыҡта илһөйәрлек тойғоһоноң кәмеүе, рухи донъябыҙҙың артҡы планға ҡалып барыуы. Кешеләрҙең үҙ-үҙенә бикләнеүен, йәмғиәтебеҙҙең тарҡаулығын, телевизорҙан һәм компьютерҙарҙан айырыла алмаған йәштәрҙең сит илдәр алып барған мәғлүмәт сәйәсәте йоғонтоһонда Рәсәйҙәге ҡоролошҡа ризаһыҙлыҡ белдереүен бик ауыр кисерәм. Улай дауам итһә, беҙҙе лә бит Украина яҙмышы көтә! Дәүләт, мәктәп барыһы өсөн дә яуап бирә алмай, ватанға һөйөү фәҡәт ғаиләнән, атай-әсәйҙән килергә тейеш. Илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәр кем ҡатнаша ала, һәм бының өсөн барыбыҙ ҙа яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Ҙур эштәр башҡармаған хәлдә лә ата-әсә балаларының аңына үҙе белгән изге төшөнсәләрҙе һеңдерә ала бит.
– Башҡортостандың Ҡатнаш ҡул һуғышы (ММА) федерацияһын етәкләйһегеҙ. Тәрбиә йәһәтенән спортҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ, тимәк?– Беренсенән, үҙем спортсы, Бөрө социаль-педагогия академияһында физик культура буйынса белем алдым, шуға был өлкә күңелемә бик яҡын, спортсы дуҫтарым да күп. Икенсенән, беҙҙең милләттәштәр, яҡташтар араһында донъя кимәлендә дан яулаған баһадирҙар байтаҡ: Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, ағалы-ҡустылы Сөләймәновтар, Венер Ғәлиев, Руслан Яманбаев, Ирек Зарипов... ММА буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы булған, “Һуңғы император” тип нарыҡланған Федор Емельяненконың тренеры Александр Мичков – Ҡариҙелдән, спаринг-партнеры Радмир Ғабдуллин Октябрьскийҙан икәнен күптәребеҙ белмәй әле. Йәштәрҙе бына ошондай заман батырҙары өлгөһөндә тәрбиәләү беҙҙең маҡсатыбыҙ.
Әйткәндәй, һәр эшем холҡом, үҙ иткән шөғөлдәрем менән бәйле. Мәҫәлән, “Тайпан” шәхси һаҡ предприятиеһын асыуға һәр урында тәртип, дисциплина яратыуым этәрҙе. Бәләкәй саҡтан уйлап табыуға әүәҫ булдым, әле лә логотип, лозунг кеүек нәмәләр хаҡында фантазияларым тыуып тора, шуға “Интерсервис” предприятиеһы реклама эшләү менән шөғөлләнә, “ФрешФормат” тигән типографиябыҙ ҙа бар. Ҡатнаш ҡул һуғышы федерацияһына спортсы булыуым килтерҙе, тинек бит инде, “Мин – патриот” гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһының да маҡсатын оҙон-оҙаҡ аңлатып тороу кәрәкмәҫ. Ҡабатлап әйтәм: бер ниндәй ауырлыҡ тоймайым, сөнки һәр эшемде яратам. Һәр береһе миңә ҡиммәт, ҡәҙерле. “Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк”, тиҙәр бит.
– Таянырлыҡ дуҫтарығыҙ күптер, моғайын...– Шулай инде, “Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ”, тиҙәр. Илһөйәрҙәр берләшкәндә, уртаҡ тырышлыҡ һалғанда ғына ҙур көс була ала. Ниәттәремде хуплаған, ярҙамлашҡан спортсылар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр: “Депутат булыу өсөн тырышаһыңмы әллә?” – тип тә ебәрә, әммә үҙ юлымды ҡыуам, сөнки алға барыуыбыҙға ышанам. Хәҙер күптәр буш ваҡытын спорт залында, ғаиләһе менән паркта уҙғарырға өйрәнде, эскәмйәлә һыра һемереп, бәләкәй балаларының уйнағанын күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеп ултырыусылар һирәк осрай. Тимәк, ыңғай үҙгәрештәр бар!
Коллективтарым – теләктәштәр командаһы. Бер ғаилә һымаҡ. “Мин – патриот” ниндәйҙер сара ойошторһа, ә проекттарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, “Тайпан”дыҡылар ҙа, “Интерсервис”тыҡылар ихлас ҡушыла, шуның өсөн хеҙмәткәрҙәремдең барыһына ла рәхмәтлемен.
Предприятиеларымдың да, ижтимағи ойошмаларымдың да офистары бер бинала, шуға байрамдар, тыуған көндәр уртаҡ. Спорт менән бергәләп шөғөлләнәбеҙ, Рәсәйҙә ГТО-ның тергеҙелеүен дәррәү хуплайбыҙ. Коллектив эсендә айырым йолаларыбыҙ бар. Ғөмүмән, бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ, аңлайбыҙ. Эшләгән урыныңды яратыу ҙа илһөйәрлектең бер тармағы түгелме һуң?
– Өйгә һуң ҡайтыуығыҙға, ял көндәрендә лә эшләүегеҙгә ҡатынығыҙ нисек ҡарай?– Светлана тәүҙә аңламағандай ине, аҙаҡ, барлыҡ эштәрҙә үҙе лә ҡатнаша башлағас, ҡыҙыҡһынып китте. Ҡайһы саҡта яңы идеялар биреп ташлай әле ул. Ижтимағи эшмәкәрлек – ҙур әхлаҡи йөк: көнөнә 15 – 20 урында осрашырға тура килгеләй. Шулай ҙа ваҡыт тығыҙлығына һылтанып, ғаиләне иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, мәшәҡәттәрем күп булғанда ҡатыным да, ҡыҙҙарым да минең менән бергә йөрөй, кәрәк мәлдә ярҙамлаша. Аҙаҡ, эш бөткәс, күмәкләп унда-бында барабыҙ, күңел асабыҙ.
Ҡыҙҙарым Эльвина менән Зарина, пианино һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөүҙән тыш, минең менән ниндәйҙер сарала ҡатнашырға ашҡынып ҡына тора. Өйгә ҡайтһам, “Атай, ә бөгөн нимә эшләйбеҙ?” тигән һорау ишетәм. Берәй шөғөл табабыҙ, һис юғында тышҡа сығып, парк буйлап күмәкләп йүгерәбеҙ.
Быйыл йәй “Мин – патриот” ойошмаһы экологик аҙна үткәрҙе, Рәсәй кимәлендәге акцияларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Башта Йүрүҙән буйлап аҡтыҡ, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Бөрйәнгә сәфәр барышында иһә Шүлгәнташты, Инсебикә ҡаяһын ҡараныҡ. Һәр ерҙә, тирә-яҡты йыйыштырыуҙан тыш, кешеләр менән танышабыҙ, аралашабыҙ, тәбиғәтте һаҡларға өндәгән флагтар таратабыҙ. Бер яҡтан, изге эш башҡарһаҡ, икенсенән, ғаиләләребеҙ менән ял итәбеҙ.
Хәләл ефетемә һәр яҡшы ниәтемде хуплап торғаны, аңлап ҡабул иткәне өсөн ныҡ рәхмәтлемен. Өйөбөҙҙә минең һүҙ алдан йөрөй – был да уның аҡыллы ҡатын булыуына дәлил.
– Үҙегеҙҙе нисек тәрбиәләнеләр? Спорт менәнме?– Йүгереү, саңғыла уҙышыу, гер күтәреү менән бәләкәй саҡтан уҡ шөғөлләндем. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә бер ҡасан да спортҡа битараф булманы. Атайымдың Үзбәкстанда йәшәгәндә гер күтәреү буйынса Азия чемпионы титулын яулағанын белмәй ҙә инек әле. Үҙе маһайырға яратмағас. Хәҙер бына ағайым Илдус – данлыҡлы көрәшсе, иң бәләкәй ҡустыбыҙ Илфаттың да таһыллығы бар. Илшат – матбуғат майҙанында көрәшсе (көлә).
Ватансылыҡ ғаиләнән килә. Бик яҡшы тәрбиәләнеләр беҙҙе. Бер туғандарым менән бик татыубыҙ, тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Әрләшмәй, бер-береңә терәк булып йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Үҫкән саҡта алтау инек, хәҙер, үкенескә ҡаршы, бишәүбеҙ, шулай ҙа һәр ҡайһыбыҙ икешәр бала үҫтерә. Тыуған яҡҡа ҡайтып торабыҙ, атай-әсәйебеҙҙе, мәрхүм туғандарҙы иҫкә алабыҙ...
Атайым элек утын ярғанымды ҡарап тора ла: “Вағыраҡ итеп яр”, – тип өйрәтә ине. Эште яратып, еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте. “Икенсе берәйһенә артыңдан төҙәтеп барырға тура килмәһен”, – тигәне лә хәтерҙә. Бына шундай тәрбиә арҡаһында үкенгәнем юҡ: эште тейешенсә үтәйем дә тыныс күңел менән йөрөйөм.
Атайым әйтмешләй, бер ҡорал менән эш итеп булмай ул, ян-яҡлап төрлө һөнәрҙе үҙләштереү мөһим. Ул үҙе беҙҙе кранға, экскаваторға идара итергә лә, иретеп йәбештерергә лә, тимерлектә металл сүкергә лә өйрәтте. Һуңғы ваҡытта психология серҙәренә төшөнәм. Бизнес та, ижтимағи эшмәкәрлек тә кешеләр, йәмғиәт менән бәйле булғас, бик кәрәк миңә ул фән. Тағы ла өйҙә ҡағыҙҙан, ҡатырғанан әйберҙәр яһарға әүәҫләнеп киттем. Уныһы инде – ҡыҙыҡ өсөн. “Интерсервис”тың йүнәлештәрен арттырыу маҡсатында пиар-кампаниялар ойоштороу тәжрибәһе менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Хәйриә эше менән шөғөлләнәһегеҙ, тиҙәр...– Эйе, балалар йорттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, инвалидтар килә. Хәлебеҙгә ҡарап, барыһына ла ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл байтаҡ ҡына пенсионер “Үлемһеҙ полк” акцияһы өсөн яугирҙәрҙең портреттарын бушлай баҫып биреүҙе һораны. Саҡырыу ҡағыҙы, открытка яһатып алғандар ҙа булды. Төрлө акциялар өсөн ижтимағи ойошмаларға махсус яҙыулы кейемдәр, флагтар эшләнек. Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһына ла уйындарын үткәрергә ярҙамлаштыҡ. Әлбиттә, нисәлер мең һумлыҡ сығым менән фирма бөлөп китмәй бит, ә бына кешеләрҙең ҡәнәғәт, рәхмәтле йөҙөн күреү шул тиклем күңелле!
Хәҙер уңға ҡараһаң да, һулға боролһаң да аҡса һорайҙар, “буштың атаһы үлгән” тигәнде йыш ишетергә тура килә, шунлыҡтан күптәр төшөнкөлөккә бирелә, күңелдәрҙә яҡшылыҡҡа өмөт кәмей, ризаһыҙлыҡ арта, хатта нәфрәт тыуа. Һәр кем үҙенә генә ышанып йәшәргә күнегеп бара. Беҙ ошо күренештәрҙе бөтөрөү, йәмғиәтте берләштереү, әүҙемләштереү маҡсатындағы эшкә ниндәйҙер өлөш индерә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Республика әһәмиәтендәге сараларға әҙерлек барғанда беҙҙең типографияға йыш мөрәжәғәт итәләр, логотиплы футболка, бейсболка әҙерләп бирегеҙ тип. Бағыусы булараҡ түләүһеҙ эшләйбеҙ. 9 Май байрамы уңайынан халыҡҡа 40 мең дана Георгий лентаһы таратҡайныҡ быйыл. Яңыраҡ, октябрь урталарында, Өфөлә “Илһөйәрҙәр беҙҙең янда, илһөйәрҙәр – балаларға” тигән сара үткәрҙек. Шунда “Бөйөк Еңеүгә – 70 йыл” тигән 30 дана юбилей тәңкәһен Мәскәүҙән ҙур тырышлыҡ менән юллап алып ҡайтып, тыл ветерандарына бүләк иттек.
Ғөмүмән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнайбыҙ. Бер ниндәй административ ресурсһыҙ патриотик лагерҙар, ярыштар, концерттар, осрашыуҙар ойоштора алыуыбыҙға ғәжәпләнеп ҡараусылар бар. Баш ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт, мәғариф буйынса комитеттары, ветерандар советы менән мөнәсәбәт яйға һалынған, әлбиттә.
Тәүәккәлләһәң, бөтә нәмәне лә булдырырға мөмкиндер ул. Мәҫәлән, ил кимәлендә уҙғарылған “Геройҙар вахтаһы” беҙҙең республикаға ҡағылмай ине. Мәскәүгә барып, ойоштороусыларҙы маршрутты үҙгәртергә күндерҙек. Ни тиһәң дә, “Рәсәй Геройы” исемен алғандар һаны буйынса (24 кеше) Башҡортостан ил төбәктәре араһында беренсе урында бит! Бәхеткә күрә, беҙҙәге сара Өфөләге кадет корпусының ярҙамы менән бик матур ойошторолдо. Эшебеҙгә ыңғай баһа – генерал-полковник Владимир Шамановтан рәхмәт хаты – алып, дәртләндек.
Әйткәндәй, Интернетта шәжәрәләр конкурсы иғлан иттек. Унда, йәшенә ҡарамай, уҡыусы балалар ҙа, үҫмерҙәр, ололар ҙа, төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәр ҙә ҡатнаша ала. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары донъяла киң билдәле бер шәхестең шәжәрәһе һәм тормош юлы хаҡында уникаль китап менән бүләкләнәсәк. Был баҫма бөгөн Башҡортостанда бер кемдә лә юҡтыр, моғайын. Беҙ уны, авторынан рөхсәт һорап, махсус заказ буйынса өҫтәмә тираж менән сығартып алыуға өлгәштек.
Тормошта проблемалар күп. Телевизорҙы, Интернетты асһаң, гәзиттәргә күҙ һалһаң, авария менән һуғыштан, кредит һаҙлығына батыуҙан да мөһимерәк темалар юҡ һымаҡ күренә. Әйҙәгеҙ, ошо ҡараңғылыҡты изге ғәмәлдәр менән йырып сығайыҡ, оптимизмды арттырайыҡ, тип өндәшкем килә барлыҡ замандаштарыма.
Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.