Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Етемдәр өлөшө Ура! Һуғыш бөткән! Ауылда байрам тантанаһы. Донъя шатлыҡ менән тулған. Еңеү ҡыуанысының сиге юҡ. Өлкәндәрҙең күтәренке кәйефе беҙгә лә күсә. Май ямғыры тирә-яҡты сафландырып үтте. Урамдағы соҡорораҡ урындарға күләүек-күләүек ямғыр һыуы йыйылған. Бөтә бала-саға шунда. Мин дә тиҙерәк уларға барып ҡушылам. Өҫтөмдә — тәтәй күлдәк. Иптәштәремә күрһәтеп маҡтанғым килә. Байрам хаҡына тип инәйем уны миңә үҙенең иҫке ебәк күлдәгенән тегеп бирҙе.


Ямғыр һыуы шундай йылы! Беҙ кинәнәбеҙ, һыу сәсрәтеп тәселдәп бейейбеҙ. Һәр кем үҙе­нең шәплеген күрһәтергә тыры­ша: һыңар аяҡлап һике­рәң- ­­ләйбеҙ, кемуҙарҙан йүгерешәбеҙ — мәж киләбеҙ. Йөрөй торғас, мин шап итеп һыуға барып төш­төм. Тәтәй күлдәктең ҡарарлығы ла ҡалманы. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына өйгә ҡайтып барам. Инәйем мине нимә эшләтер инде?
Ҡайтһам, беҙҙең өйгә инәй­ҙәр, апайҙар йыйылған. Байрам хөрмәтенә колхоздан тары яр­ма­һы бүлеп биргәндәр икән. Ҡа­тындар бутҡа бешерергә әҙер­лә- ­нә. Бына ҡайҙа ул шатлыҡ! Кеше күргәнсе тип, тиҙ генә өҫтөмдө алыштырҙым да инәйҙәр янына сыҡтым.
Бөтәһе лә шат, һуғыш бөт­кәнгә ҡыуана. Ирҙәр фронттан ҡайтыр, яңы тормош башланыр тип өмөтләнәләр. Арала Сәбилә исемле ҡыҙыҡай ҙа бар. Яңы­лышмаһам, Стәрлебаш тарафтарынан килгән, тиҙәр ине. Ас­лыҡ касафаты килтергән ул етемде беҙҙең Ырымбур яҡта­рына. Һуғыш заманында Баш­ҡортостан иленән беҙгә аслыҡ­тан ҡасып килгән етем балалар, ҡарт-ҡоро күп була тор­ғайны. Салауат атлы бер үҫ­мер­ҙе хәтерләйем. ”Сарман” йырын беренсе тапҡыр беҙ шул малайҙан ишеттек. Моңло ине тауышы. Өй һайын инеп йырлай. Инәйҙәр уны йәлләп илай, тамағын туй­ҙы­рып сығара, мун­са индерә. Әйткәндәй, беҙҙең Сораҡ буйында урынлашҡан ауылдарҙа халыҡ етемдәрҙе ситкә типмәне, һәр ғаиләлә бе­рәр көн ҡунды­рып, булғанса тә­ғәм бүлешеп, күңе­лен күтәрергә тырышып торҙолар. Бер ауылда өй бе­ренсә йөрөп сыҡҡас, икенсе ауылға оҙатырҙар ине. Был изге йола һаналды. Заманында аслыҡ касафатынан ҡотҡарырға ярҙам иткән дала башҡорт­тары­ның ошо игелеген ул мосафир­ҙар онотмағандыр, моғайын.
...Ҙур ҡаҙанда бутҡа бешә. Танһыҡ еҫ күңелдәрҙе ҡытыҡ­лай. Сәбилә айырыуса шат, юҡ­тан ғына ҡысҡырып көлөп ебәрә, йүгереп йөрөп ярҙамла­ша. “Ба­хыр ҡыҙҙың ҡыуанысы эсенә һыймай”, — тип яратып-яратып ала үҙен ҡатындар.
Бына бутҡа бешеп сыҡты. Бөтәһе лә иҙәнгә йәйелгән кейеҙ өҫтөнә түңәрәк яһап ултырышты. Ашъяулыҡ өҫтөнә ҙур табаҡ менән тары бутҡаһы килеп ҡунаҡланы. Уртаһына май ҙа һалынған. Ләззәтләнеп, ипләп кенә ашай башланылар, Сәбилә лә ашҡа үрелгәйне, бер апай:
— Һин, килмешәк, бутҡаға ҡулыңды һуҙмай тор! Бында һинең өлөшөң юҡ! — тип ҡала­ғын һуғып төшөрҙө. Меҫкен ҡыҙ боролоп ултырҙы ла шым ғына илай башланы. Табын тынып ҡал­ды. Бөтәһе лә ашауҙан туҡ­та­ны. Мәрзиә әбейҙең, ҡалҡына биреп:
— Ғүмерҙә һинең ғорлаң туйманы инде, Зарифа! Ни йөрәгең етеп ҡыуанып йөрөгән етем ба­ланың йәнен яраланың! Бай­рамдың йәмен ебәрҙең. Күпме генә ашай инде ул. Барыбыҙ өсөн дә ошо байрам ашы туйым­лыҡ түгел, күңеллек кенә бит. Етемдәрҙе рәнйетергә, кәмһе­терг­ә ярамай, был бик ҙур гонаһ була, тиелгән Ҡөрьәндә, — тигән һүҙенә Зарифа апай ярһып:
— Кем бында етем, Сәби­ләме, минме? Аталары һуғышта башын һалды, өс балам аслыҡ­тан үлеп бара. Ә һеҙ, Ҡөрьән һүҙе һөйләп, бер килмешәкте яҡлап ултыраһығыҙ. Иртәгә үк үҙегеҙҙе силсәүиткә барып әйтмәһәмме! — тип сәсрәп сыҡты.
Шул саҡ инәйем урынынан то­роп китте лә бәләкәй генә се­үә­тәгә ҡаҙандан бутҡа ҡырын­ды­һын һалып, ҙур табаҡтан да бер-ике ҡалаҡ өҫтәп, май тамы­ҙып, бут­ҡаны Сәбиләнең алдына ҡуйҙы.
— Мә, туғаным, аша! Уның һү­ҙе­нә ҡарама һин! Илама, бында фронтта һәләк булған атайың­дың, аслыҡтан йән биргән әсә­йең­дең өлөшө бар. Үҙеңдеке лә бар: сәүит власы етем­дәрҙе өлөшһөҙ итмәй, – тип Сәби­ләнең арҡа­һы­нан дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйҙы.
Ул һауытын алдына алып, күңелһеҙ генә ашай башланы. Меҫкен, һаман шым ғына илау­ҙан туҡтамай. Сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәре тып-тып ашына тама — бутҡаһын йәшенә ҡушып ашай. Уны йәлләп мин дә эстән генә илайым. Байрам ашы бына шулай күңелһеҙ тамамланды.
Мәжлес таралғас, мин инә­йемдән:
— Ниңә Сәбилә йәшкә ман­сыл­ған бутҡа ашаны? — тип һораным. Инәйем мине алдына ултыртты. Сәстәремдән һыйпай-һыйпай:
— Ҡыҙым, етемдең ризығы әремле була, тигәндәр. Шуны, зинһар, онотма, — тине.
Мин тө­шөнөп етмәнем:
– Әремдең бын­да ни ҡатнашы бар, күҙ йәше ине бит, — тип төпсөндөм.
– Рәнйеү, әрнеү йәштәре әрем һымаҡ әсе була. Бигерәк тә етемдәрҙеке. Мәрзиә әбейең дө­рөҫ әйтә. Етем балаларҙы ҡы­йыр­һытырға, кәмһетергә, улар­ҙан көлөргә ярамай, — тип яуапланы.
Инәйем әйткән һүҙҙәрҙең хаҡ­лығын мин тормошта йәшәй-йәшәй аңланым.



Автор: Мәбрүрә ЙӘНБУХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә