Ура! Һуғыш бөткән! Ауылда байрам тантанаһы. Донъя шатлыҡ менән тулған. Еңеү ҡыуанысының сиге юҡ. Өлкәндәрҙең күтәренке кәйефе беҙгә лә күсә. Май ямғыры тирә-яҡты сафландырып үтте. Урамдағы соҡорораҡ урындарға күләүек-күләүек ямғыр һыуы йыйылған. Бөтә бала-саға шунда. Мин дә тиҙерәк уларға барып ҡушылам. Өҫтөмдә — тәтәй күлдәк. Иптәштәремә күрһәтеп маҡтанғым килә. Байрам хаҡына тип инәйем уны миңә үҙенең иҫке ебәк күлдәгенән тегеп бирҙе.Ямғыр һыуы шундай йылы! Беҙ кинәнәбеҙ, һыу сәсрәтеп тәселдәп бейейбеҙ. Һәр кем үҙенең шәплеген күрһәтергә тырыша: һыңар аяҡлап һикерәң- ләйбеҙ, кемуҙарҙан йүгерешәбеҙ — мәж киләбеҙ. Йөрөй торғас, мин шап итеп һыуға барып төштөм. Тәтәй күлдәктең ҡарарлығы ла ҡалманы. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына өйгә ҡайтып барам. Инәйем мине нимә эшләтер инде?
Ҡайтһам, беҙҙең өйгә инәйҙәр, апайҙар йыйылған. Байрам хөрмәтенә колхоздан тары ярмаһы бүлеп биргәндәр икән. Ҡатындар бутҡа бешерергә әҙерлә- нә. Бына ҡайҙа ул шатлыҡ! Кеше күргәнсе тип, тиҙ генә өҫтөмдө алыштырҙым да инәйҙәр янына сыҡтым.
Бөтәһе лә шат, һуғыш бөткәнгә ҡыуана. Ирҙәр фронттан ҡайтыр, яңы тормош башланыр тип өмөтләнәләр. Арала Сәбилә исемле ҡыҙыҡай ҙа бар. Яңылышмаһам, Стәрлебаш тарафтарынан килгән, тиҙәр ине. Аслыҡ касафаты килтергән ул етемде беҙҙең Ырымбур яҡтарына. Һуғыш заманында Башҡортостан иленән беҙгә аслыҡтан ҡасып килгән етем балалар, ҡарт-ҡоро күп була торғайны. Салауат атлы бер үҫмерҙе хәтерләйем. ”Сарман” йырын беренсе тапҡыр беҙ шул малайҙан ишеттек. Моңло ине тауышы. Өй һайын инеп йырлай. Инәйҙәр уны йәлләп илай, тамағын туйҙырып сығара, мунса индерә. Әйткәндәй, беҙҙең Сораҡ буйында урынлашҡан ауылдарҙа халыҡ етемдәрҙе ситкә типмәне, һәр ғаиләлә берәр көн ҡундырып, булғанса тәғәм бүлешеп, күңелен күтәрергә тырышып торҙолар. Бер ауылда өй беренсә йөрөп сыҡҡас, икенсе ауылға оҙатырҙар ине. Был изге йола һаналды. Заманында аслыҡ касафатынан ҡотҡарырға ярҙам иткән дала башҡорттарының ошо игелеген ул мосафирҙар онотмағандыр, моғайын.
...Ҙур ҡаҙанда бутҡа бешә. Танһыҡ еҫ күңелдәрҙе ҡытыҡлай. Сәбилә айырыуса шат, юҡтан ғына ҡысҡырып көлөп ебәрә, йүгереп йөрөп ярҙамлаша. “Бахыр ҡыҙҙың ҡыуанысы эсенә һыймай”, — тип яратып-яратып ала үҙен ҡатындар.
Бына бутҡа бешеп сыҡты. Бөтәһе лә иҙәнгә йәйелгән кейеҙ өҫтөнә түңәрәк яһап ултырышты. Ашъяулыҡ өҫтөнә ҙур табаҡ менән тары бутҡаһы килеп ҡунаҡланы. Уртаһына май ҙа һалынған. Ләззәтләнеп, ипләп кенә ашай башланылар, Сәбилә лә ашҡа үрелгәйне, бер апай:
— Һин, килмешәк, бутҡаға ҡулыңды һуҙмай тор! Бында һинең өлөшөң юҡ! — тип ҡалағын һуғып төшөрҙө. Меҫкен ҡыҙ боролоп ултырҙы ла шым ғына илай башланы. Табын тынып ҡалды. Бөтәһе лә ашауҙан туҡтаны. Мәрзиә әбейҙең, ҡалҡына биреп:
— Ғүмерҙә һинең ғорлаң туйманы инде, Зарифа! Ни йөрәгең етеп ҡыуанып йөрөгән етем баланың йәнен яраланың! Байрамдың йәмен ебәрҙең. Күпме генә ашай инде ул. Барыбыҙ өсөн дә ошо байрам ашы туйымлыҡ түгел, күңеллек кенә бит. Етемдәрҙе рәнйетергә, кәмһетергә ярамай, был бик ҙур гонаһ була, тиелгән Ҡөрьәндә, — тигән һүҙенә Зарифа апай ярһып:
— Кем бында етем, Сәбиләме, минме? Аталары һуғышта башын һалды, өс балам аслыҡтан үлеп бара. Ә һеҙ, Ҡөрьән һүҙе һөйләп, бер килмешәкте яҡлап ултыраһығыҙ. Иртәгә үк үҙегеҙҙе силсәүиткә барып әйтмәһәмме! — тип сәсрәп сыҡты.
Шул саҡ инәйем урынынан тороп китте лә бәләкәй генә сеүәтәгә ҡаҙандан бутҡа ҡырындыһын һалып, ҙур табаҡтан да бер-ике ҡалаҡ өҫтәп, май тамыҙып, бутҡаны Сәбиләнең алдына ҡуйҙы.
— Мә, туғаным, аша! Уның һүҙенә ҡарама һин! Илама, бында фронтта һәләк булған атайыңдың, аслыҡтан йән биргән әсәйеңдең өлөшө бар. Үҙеңдеке лә бар: сәүит власы етемдәрҙе өлөшһөҙ итмәй, – тип Сәбиләнең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйҙы.
Ул һауытын алдына алып, күңелһеҙ генә ашай башланы. Меҫкен, һаман шым ғына илауҙан туҡтамай. Сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәре тып-тып ашына тама — бутҡаһын йәшенә ҡушып ашай. Уны йәлләп мин дә эстән генә илайым. Байрам ашы бына шулай күңелһеҙ тамамланды.
Мәжлес таралғас, мин инәйемдән:
— Ниңә Сәбилә йәшкә мансылған бутҡа ашаны? — тип һораным. Инәйем мине алдына ултыртты. Сәстәремдән һыйпай-һыйпай:
— Ҡыҙым, етемдең ризығы әремле була, тигәндәр. Шуны, зинһар, онотма, — тине.
Мин төшөнөп етмәнем:
– Әремдең бында ни ҡатнашы бар, күҙ йәше ине бит, — тип төпсөндөм.
– Рәнйеү, әрнеү йәштәре әрем һымаҡ әсе була. Бигерәк тә етемдәрҙеке. Мәрзиә әбейең дөрөҫ әйтә. Етем балаларҙы ҡыйырһытырға, кәмһетергә, уларҙан көлөргә ярамай, — тип яуапланы.
Инәйем әйткән һүҙҙәрҙең хаҡлығын мин тормошта йәшәй-йәшәй аңланым.