Кемгә нисектер, минең өсөн быйылғы йәй бик иҫтәлекле булды. Кескәй ватанымда, йәғни ата-бабаларым төйәгендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын бик матур итеп, ҡорбан салып үткәрҙеләр. Ҙур Арыҫланғол, халыҡ теле менән әйткәндә, Сик — боронғо ауылдарҙың береһе. Был бәләкәй, әммә рухы менән ҙур ауылдың йылъяҙмаһы, әкренләп булһа ла, тулыландырыла бара. Заманында ике мәсетле Сик ауылы ошо тирәлә дини-рухи үҫештә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Уҡымышлылар күп сыҡҡан, улар республиканың төрлө тарафтарында фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Тамырҙарын юллап килгән вариҫтары ла был турала яҡшы белә. Быуындар бәйләнеше, тарихи хәтер беҙҙе башҡорт итеп тойорға, шуның менән ғорурланып йәшәргә ярҙам итә.
Ҙур Арыҫланғол ауылында бына тигән яңы мәсет балҡып ултыра. Бағыусыһы Азат Базиҡовҡа яҡташтары бик рәхмәтле. Изге йорт дини тәрбиә биреүгә, рухты сәләмәтләндереүгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер.
Һәр оло эште башлап ебәреүсе була. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ҙы үткәреү өсөн ошо ауыл егете, хәҙрәт Буранбай Асҡаров күптән янып йөрөнө. Эше уң килде ойоштороусы егеттең, халыҡ күп булды. Сығыш яһаусылар беҙҙе тарихҡа ла алып ҡайтты, бөгөнгөнө лә нығыраҡ аңларға, туғанлыҡ, яҡташлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытырға, йолаларыбыҙҙы баһаларға ярҙам итте.
Тәрән тамырҙар
Башҡортостанда, дөйөм алғанда, ямғырлы булды йәй. Ләкин Хәйбулла яҡтарында тәбиғәт шарттары икенсерәк. Улар, киреһенсә, ҡоролоҡтан интекте. Байрамға йыйылған саҡта күк күкрәп, ямғыр ҡойоп ебәрҙе. Тәбиғәт үҙе төрлө тарафтан йыйылған ауыл халҡын бына шулай йомарт сәләмләне.
Минең ата-бабаларым — Ҙур Арыҫланғол ауылына нигеҙ һалыусылар. Күскилде ҡартатам хәрби кеше булған. Уларҙың артабанғы вариҫтары ла хәрбиҙәр.
Иҡтисади, сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашып йәшәгән ауыл халҡы. Изге маҡсат уларҙы ҙур эштәргә әйҙәгән. Мәсетле, мәҙрәсәле ауылдар, ғөмүмән, прогрестың бер күрһәткесе бит. Октябрь революцияһынан һуң заман һулышын ҡабул итеп, минең дә ҡартатайҙар тәүгеләрҙән яңы ауыл төҙөргә ҡарар итә. Бүтәндәргә үрнәк булһын, тигән улар. Атайым да, мин үҙем дә, туғандарым да Үрнәк ауылында тыуһаҡ та, тамырҙарыбыҙ Сик менән бәйле булыуын яҡшы тоябыҙ. Был яҡтарға тулҡынланып ҡайтабыҙ.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” Ошо саҡырыуҙы ҡабул итеп ҡайтҡан һәр кемдең тойғолары яңырғандыр. Туған-тыумасалар, бауырҙаштар менән күрешеү шулай уҡ онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Хатта бер туғандары менән осрашырға ваҡыт тапмай бәғзеләр. Беҙ бында тотош ауыл халҡы бер туғандай тупландыҡ. Күңел яҙылды, хистәр яңырҙы. “Рухи терапия” тигәне шул булалыр. Борондан халҡыбыҙ буштан-бушҡа ғына йыйындар яһамаған. “Туғанлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә рәхмәт күҙе менән ҡарамаҫ”. – Ошо хәҙисте иҫтә тоторға тырышайыҡ. Ата-улдар борон-борондан ауылдарҙы нығытҡан, туғанлыҡты, ғәҙеллекте юғары ҡуйған. Эйе, туғанлыҡ ептәре менән халыҡ берҙәм һәм көслө булған. Совет осоронда синфилыҡ һәм коллективизм иң оло идея итеп ҡуйылғас, туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә ниндәйҙер кимәлдә кире йоғонто яһаны шикелле. Был дөйөмлөк хәҙер шырпы ҡабы һымаҡ бер иш йорттар, бер иш тәҙрәләр булып та күҙ алдына баҫа. Ә ауыл өйҙәрендә үҙенсәлек сағыла. Ауылда, хозур тәбиғәттә осрашыу, үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшеү- аралашыу. Бына ошо бәхетте татымаясаҡ ҡырҙа тыуып үҫкән быуын.
Ауылдар тарихы беҙҙең яҙмыштан айырылғыһыҙ. Башҡортостан, райондың, ауылдың үткәне... Һәр береһендә беҙ барбыҙ. Бер бөтөн, бер организм булып ойошоп күпме эш атҡарырға була. Ҡараңғы өңгә бикләнеп, яҡты донъянан ҡасып көн иткән һуҡыр сысҡан хәлендә ҡалмайыҡ, битараф йәшәргә тейеш түгелбеҙ, берҙәмлек тойғоһо ҙур көс ул. Аҙ һанлы халыҡмы, күп һанлымы, барыһы ла берҙәмлекте таный, шуға ынтыла. Киҫкен мәсьәләләрҙе халыҡ ойошоп, кәңәш ҡороп, бергә хәл иткән. Бөгөн дә заман һынауҙар ҡуйып тора, шундай мәлдә бер-беребеҙгә терәк булһаҡ ине.
Йәмғиәт һәм әҙәбиәт
Тыуған төйәктә үҙеңде кеше итеп тойоп йәшәү: ҡайһындай бәхет. Һәр тау, ҡая-таш – бөтәһе лә уртаҡ хазина. “Ата-бабаларыбыҙҙың рухы бында беҙҙең менән” тигән уй килде күңелгә. Халыҡ йырҙары ла шулар тураһында. Ғөмүмән, нәфис әҙәбиәттә ватансыллыҡ төп тема булып тора. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның трилогияһындағы ватанға, тыуған ергә ҡағылышлы ҡайһы бер фекерҙәрен, уртаҡ һәм яҡын булғанлыҡтан, үҙемә теркәп ҡуйғанмын.
“– Күрәһеңме, Байрас! – ти ул тағы ла ярһыбыраҡ. Үҙе, ҡуйы керпектәрен ҡыҫып, ҡояшҡа йылмайып ҡарай. – Күрәһеңме?! Ҡояшты… Даланы… Шыңғырҙап ятҡан икһеҙ-сикһеҙ юлды… – тип ҡыуанып теҙә Емеш. – Донъяның матурлығын!”
Беҙ ярһыу кисерештәр аша бөтә барлыҡты танырға өйрәнәбеҙ. Беҙҙе һәр саҡ көткән, беҙ тыуып, тәүге ауаз биреү менән үҙенә ҡабул иткән, үҙ матурлығы менән солғаған донъя менән. Беҙ киткәс тә беҙҙе хәтерләйәсәк, һәр яңы быуынды ҡыуанып ҡаршы аласаҡ донъяның матурлығын, бөйөклөгөн... Һауа, һыу, урман-тауҙар – саф һөйөү сағылышы. Беҙҙе үҙ ҡосағына алған тәбиғәтебеҙ китаптарҙа телгә килеп һөйләшкәндәй.
“Йылға бит ҡайҙандыр бер ерҙән тағы ла өҫкә ҡалҡып сығасаҡ! Тағы-тағы үҙен саҡырып торған оло диңгеҙгә барып ҡушылырға, уның һис юғы бер кескәй генә көмөш тамсыһы булып йәшәп ҡалырға, шуның менән йәшәүҙең матурлығын, мәңгелеген тағы ла бер раҫлап ҡыуанырға тип, ҡаялар ярып, донъяға тыуған бит ул тау йылғаһы! Халыҡ өсөн йәшәп, халыҡ өсөн көрәшеп үлгән батырҙарҙың ғүмере лә, тап шул тау йылғаһы кеүек, тормоштоң үҙе, халыҡтың рухы кеүек үлемһеҙ бит ул…” Кешене бөйөк иткән нәмәләр тураһында бик асыҡ әйтә ижадсы. Әҙәбиәт тыуған ил, ватан, кеше төшөнсәләре менән эш итә. Һ. Дәүләтшина, З. Биишева шундай рухтағы әҫәрҙәр ҡалдырҙы. Бөгөн дә әҙәбиәт көсөн инҡар итеп булмай. Юҡҡамы ни системалар идеологик ҡорал итеп нәфис һүҙҙе файҙаланырға тырыша.
Был өлкәләге яңылыҡтарға йәмәғәтселек битараф түгел, хәбәр тиҙ килеп етә. Ана шундай ҙур яңылыҡтарҙың береһе Светлана Алексиевичтың Нобель премияһы алыуы менән бүләкләнеүенә бәйле. Нисек иғтибар итмәйһең, СССР тарҡалғандан һуң урыҫ телендә яҙыусылар араһынан Нобель премияһына лайыҡ булған тәүге ижадсы ул. “Күп тауышлы ижады – беҙҙең замандың һыҙланыуына һәм батырлығына һәйкәл”, тиелә уның ижады тураһында. Әҫәрҙәре художестволылыҡтан бигерәк публицистикаға тартым, бында сәйәси ишара эҙләргә кәрәк, тигәнерәк ҡапма-ҡаршы фекерҙәр, бәхәстәр булды. Баһалама ағзалары дөйөм фекергә килгән икән, минеңсә, нимәгәлер бәйләнеү урынһыҙ. Ә былай китап һөйөүселәр швед әҙәбиәтенең гуманистик идеяны алға һөрөүен билдәләй. Шведтар әҙәбиәттәге “бәләкәй кешенең” донъяһына диҡҡәт итә. Етмәһә, Алексиевичтың барлыҡ китаптары швед телендә лә нәшерләнгән. 1996 йылда уҡ уға шведтар Пен-үҙәк стипендияһын тапшыра. Алексиевичтың әҫәрҙәре Европаның бик күп илдәрендә тәржемә ителгән. Был йәһәттән ул, ысынлап та, бәхетле. Көнбайыш илдәре уның әҫәрҙәре аша Чечен һуғышы, Чернобыль, СССР тарҡалған осор тураһында мәғлүмәт ала алды. Ә Алексиевичты белгәндәр иһә уны ҡырмыҫҡа менән сағыштыра. “Цинковые мальчики” тигән китабын яҙғанда ғына ла ул йөҙләгән һалдат һәм офицер ҡатындары, әсәләре, дуҫтары менән әңгәмәләшә, шул ваҡ ҡына сюжеттарҙан киң панорама тыуҙырыуға өлгәшә.
Яҙыусының совет уҡыусыһына ”У войны не женское лицо” тигән китабы киң билдәле. Эйе, беҙ бит бер ил граждандары, ватандаштар инек. Бөйөк Ватан һуғышының ҡатын-ҡыҙ яҙмышында нисегерәк ҡаҡлығыуын һүрәтләп, С. Алексиевич шанлы, данлы йылдарҙың билдәһеҙ биттәрен тулыландырҙы, ябай кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштерҙе. Тап ошо әҫәре ҡайһы бер башҡорт яҙыусыларына ла илһам бирҙе. Ниндәй генә сәйәсәт алып барылмаһын, бөтөн ваҡиғалар ҙа ҡатын-ҡыҙ йөрәге аша үтә. Әҙәбиәт идеологик ҡорал түгел, тип тә булмай. Уға совет осоронда ла айырым талаптар ҡуйылды. Әҙәбиәттең үҫеш юлы бер төрлө генә бармай. Ләкин сәйәсәт барыбер төп нигеҙ түгел, ысын әҙәбиәт художестволылығы, кеше күңеленә мөрәжәғәт итеүе, уны үҙенсә асыуы менән уҡымлы һәм әһәмиәтле. Мәңгелек ҡиммәттәр халыҡ рухын, заман һулышын биреүе менән баһалы. Совет осоронда милли китаптар урыҫ теленә тәржемә ителеп, ҙур тираж менән баҫыла торғайны. Был, ысынлап та, рухи ҡаҙаныш булды.
Тираж тигәндән, әҙәбиәт аша халыҡ йөрәгенә үтеп ингән тағы ла бер әҙибәгә туҡталыр инем. Фин яҙыусыһы Һирвисаари Лайланың тамырҙары Рәсәй ерендә. Буласаҡ яҙыусы Карелияла тыуа, тик яҙмыш уны Финляндияға алып китә. 1972 йылда “Йүкәләр ҡалаһы” тигән китабы сыға, был әҫәр ете романдан торған ҙур шәлкемгә юл аса. 2004 йылда етенсе киҫәге баҫыла. Ете романын ижад иткән осорҙа егәрле ханым йәнә ике роман, биш китап яҙырға өлгөрә. Алты әҫәрҙән торған “Ладога” шәлкемендә Беломор Карелияһын, Рәсәйҙәге революцияны тасуирлай. “Соня” шәлкемендә – Рәсәй империяһының юғары синыфы, “Анни” трилогияһында һуғышҡа тиклемге Выборг ваҡиғалары һүрәтләнә. “Буран алдынан” тигән аҙаҡҡы романында ҡатын-ҡыҙҙың ХХ быуат баштарында һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн алып барған көрәше бәйән ителә. Бөгөн Һирвисаари Лайла – аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 34 роман авторы. Әйткәндәй, Финляндияла иң уҡымлы автор иҫәпләнә. Дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ почетлы профессор исемен йөрөтә. Әҫәрҙәре буйынса кинолар төшөрөлә.
Әҙәбиәт мәңгелек ҡиммәттәргә, кешенең эске донъяһына мөрәжәғәт итеп, бөгөнгө көн һорауҙарына ла яуап эҙләй, тигәйнек. Был йәһәттән алда атаған ижадсыларҙың китаптары халыҡтарға оҙаҡ хеҙмәт итер тигән уйҙабыҙ.
Тормош тулылығы
Ҡатын-ҡыҙ биләгән даирәнең киңәйә барыуын кире ҡағып булмай. Әгәр ҙә биләгән вазифа сәйәсәткә бәйле икән, был осраҡта яуаплылыҡ арта ғына төшә. Эстонияның сит ил эштәре министры Марина Кальюранд – бөгөн тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереү йүнәлешендә эш алып барған шәхестәрҙең береһе. Был бәләкәй илдә Рәсәй менән бәйләнештәрҙе үҫтереү, телдәрҙе уҡытыу йүнәлешендә бәхәстәр бара. М. Кальюранд күптән түгел шулай тип белдерҙе: “Демократияның ҡиммәте шунда: йәмғиәттә төрлө ҡараштар һәм аңлауҙар бар. Барлыҡ сәйәсмәндәр ҙә, бөтә министрҙар ҙа кешеләрҙең нимә тураһында уйланыуы менән ҡыҙыҡһыналыр тип уйлайым. Әлбиттә, бүтән мәсьәләләргә, бүтән позицияларға ла әҙермен, шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡарашты, дәүләт позицияһын да яҡларға әҙермен”. Күршеләр менән мәҙәни-ғилми өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарурлығын да әйтте министр. Ысынлап та, әҙәби-мәҙәни бағланыштар элек-электән халыҡтарҙың аңлашыу “теле” лә булып торған. Ошо йүнәлешкә иғтибар нығыраҡ бүленһә, СССР-ҙа йыш ҡабатланған “халыҡтар дуҫлығы”на реаль аҙым яһалыр ине.
Дәүләттең киләсәген яҡшыраҡ итеү, тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереү, хеҙмәттәшлекте нығытыу. Бәләкәй генә дәүләт тә ҙур бурыстар үтәргә тырыша. Шулай ҙа был яҙмала мин сәйәсмән түгел, ә үҙенең миһырбанлы күңеле менән йәмғиәткә хеҙмәт иткән, шунда үҙ бәхетен тапҡан күркәм заттарға туҡталыр инем. Әҙәбиәттә уларҙы “бәләкәй кешеләр” тигән термин менән атайҙар. Ләкин улар – яуаплылыҡ тойғоһо көслө булыуы менән ҙур кешеләр. Финдарға ҡарата, ғәҙәттә, бүтән халыҡтарға бик асыҡ түгел, күптәр өсөн ябыҡ ил, тигән фекер ишетергә тура килә. Ләкин тап унда иммигранттарҙың маҡтаулы исемдәр алыуы был ҡалыпты емерә лә инде.
Яңыраҡ ҡына Финляндияның “Йыл өләсәйе” тигән маҡтаулы исеменә оло йәштәге ике ханым лайыҡ булды. Конгонан килеп балалар бағыусы Челестин Вита-Буба һәм эстон Тииу Холаппа – икеһе лә иммигрант. “Өләсәй” был осраҡта шартлы исем. Өлкән кешеләргә ярҙам күрһәтеү ойошмалары ассоциацияһы тап уларҙы иғтибарға лайыҡ шәхес тип баһалай. Сөнки ошо икәү үҙҙәренең өлгөһөндә ҡарт кешеләрҙең хәстәрлек күреү объекты түгеллеген, ә балалар менән эшләй белеүсе тәрбиәселәр икәнен раҫлай. “Улар беҙҙең йәмғиәттә өлкәндәрҙең “сығымдар статьяһы” түгел, йәмғиәттәге көс һәм мөмкинлек сығанағы икәнен күрһәтә”, – ти ойошма вәкилдәре. Фин ҡарттары был яңылыҡты бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Улар, ғәҙәттә, хаҡлы ялға сығыу менән оҙайлы сәйәхәткә китә, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Шуны ла әйтергә кәрәк: Финляндияла пенсияға 63–68 йәштән сығалар. Теләгәндәр артабан да эшләй ала. Улар өсөн яҡшы шарттар булдырылған – тулы булмаған мәшғүллек, йәғни өс көнлөк эшкә күсә алалар. Ә былай өлкәндәр өсөн бөтөн шарттар булдырылған, айына 1210 евро пенсия, беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә – 88 мең һум самаһы. Бындай мул дәүләт ярҙамы уларға йәш саҡта өлгөрмәгән эштәрен атҡарырға, өҫтәмә белем алырға мөмкинлек бирә.
Шуныһы мөһим: финдар донъяла иң уҡый торған халыҡтар иҫәбенән. Статистика буйынса халыҡтың 87 проценты көн дә матбуғат уҡый. Суоми ҡалаһының үҙендә генә лә йылына 14 мең исемдә китап сыға. Яңы әҙәбиәт китапханаларға көн һайын килеп тора. Йылына уртаса бер фин кешеһе ун китап һатып ала. Улар араһында тәржемә әҫәрҙәре ҙур урын биләй. Мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшөнә бына ошондай мөнәсәбәт. Кешелеклелек идеялары илдәр, ҡитғалар өсөн берҙәй аңлайышлы.
Бөгөн тормоштоң кире яҡтары тураһында үҙәк матбуғат сараларында күп яҙалар. Ысынлап та, донъяла тыныс түгел: тегендә-бында ут ғәрәсәте, ҡасҡындар проблемаһы... Шул уҡ ваҡытта Ер шарының именлеген, һиллеген тәьмин иткән күпме эш атҡарыла – шул юлдар һәм саралар тураһында ла күберәк һөйләргә ине. Яҡтылыҡҡа, гуманизмға ынтылыш мәҙәниәттән тыш юҡ. Күңел сафлығына, ғилемгә, тыныслыҡҡа, изге маҡсатҡа хеҙмәт иткән һүҙ сәнғәтенә кеше мөрәжәғәт иткән һәм артабан да шулай буласаҡ. Әҙәм күңелен, рухи донъяһын үҙгәртеүҙә әҙәбиәттән дә көслөрәк ниндәй ҡорал булһын?! Бәләкәй генә кешенең тормошон, күңел эҙләнеүҙәрен күрһәткәндә лә әҙәбиәт ысынбарлыҡта уның оло һәм бөйөк донъя икәнен аса. Сит-ят балаларҙы тәрбиәгә алған, йөрәк йылыһын биргән, хәлһеҙҙәргә-ауырыуҙарға ярҙам иткән ябай кешеләрҙең фиҙакәрлеге – тотош донъяла именлекте нығытыуға бер мая. Бәләкәй генә шишмәне лә тамсылар бар итә бит әле. Улар тураһында һөйләгән ижадсыларҙың әҫәрҙәре лә һәр халыҡҡа берҙәй аңлайышлы.