Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡуш йөрәкле егет
Ҡуш йөрәкле егет Фельетон
– Мин бер нәмәнән дә ҡурҡ­майым, бөтәһе лә пүстәк, бөтәһе лә тәк сибә!
Шайтан һыуын саҡ ҡына кәгеп алһа, Ришат Ейәнғоловтың шулай кәперенә торған холҡо бар. Бер ҡа­раһаң, уның былай тип күкрәк һуғы­уында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ кеүек. Киреһенсә, хупларға ғына. Ана бит арыҫлан кеүек ажғыр ир-азаматтарҙы маҡтап, халыҡ әллә күпме йыр, шиғыр ижад иткән. Егет тә булһын, ҡуш йөрәкле лә булмаһын, имеш. Шәп! Һүҙ юҡ!
Замана бөркөтөнә теүәл 25 йәш. Йылайыр районында йәшәй. Халыҡ әйтмешләй, типһә тимер өҙөрҙәй, баҫһа баҡыр иҙерҙәй са­ғы. Юл ҡағиҙәләре үҙгәреп, һал­мыш килеш машинаға ул­тыр­ған­дарға ҡарата закон көн­дән-көн ҡатыланып торһа ла, Ришат кеүек шәп егеттәр өсөн ике тин бер аҡса. Шуға ла ул теге шайтан һыуын мул ғына уртлаһа ла, еңел машинаһын ҡыҙҙырып, гөжләтеп сы­ға ла китә. Хатта бер мәл танышына: мин һине барыбер дөмөктөрәм, бына ошоноң менән ҡаҡ маңлайыңа берҙе сәпәһәм, теге донъяға китәһең бит, тип пистолеттан да тоҫҡай.
Туғандарының, таныштарының:
– Ниңә улайтаһың? Бәлә-ҡазаға тарыуың бар, берәйһен тапатып ки­терһең дә, – тип киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй.
– Кит әле, өйрәтмә, үҙем белә-ә-ә-әм!
– Улай тимә әле, хәҙер закон ҡаты!
– Бөтәһе лә пүстәк, бөтәһе лә тәк сибә! Бында үҙ еремдә ҡурҡып торорға ни, килмешәк түгелмен дәһә!
Бер мәл мул ғына уртлап алған Ришатты юлда полиция инспекторы туҡтата. Ауыҙынан борхолған еҫтән уның “гатауай” икәнлеген тоҫмаллау өсөн әүлиәлек кәрәкмәй. Әммә батыр егет:
– Юҡ, билләһи, ауыҙыма тамсы ла йотманым, – тип ҡырталаша. – Бына әсәйем, әпәкәй менән ант итәм.
– Телеңә һалышма! Әйҙә, өр әле, тикшерәйек.
– Юҡ! Һеҙ нимә, әллә мине алкаш тип уйлайһығыҙмы?! Алдашһам, бына ошо урында ер йотһон!
Медицина тикшереүенә ҡаршы булғаны өсөн “батыр егеттең” водитель танытмаһын тартып алып, ҡаты иҫкәртәләр.
– Башҡаса бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә!
Әммә ҡуш йөрәкле Ришатҡа был киҫәтеү нимә генә! Тәгәрмәсле дуҫын йәнә ҡыҙҙыра ла тырылдатып сығып китә. Артынан туҙан ғына борҡоп ҡала. Юлында тап булған кешеләр, мал-тыуар саҡ ситкә тайшанып ҡотола.
Көндәрҙең береһендә уны тағы полиция инспекторы эләктереп ала. Бер аҙҙан суд була. Ҡуш йөрәкле егет хәҙер машинаһынан да, пистолетынан да ҡолаҡ ҡаға – тартып алалар. Уны 320 сәғәткә мәжбүри эшкә ҡушалар.
Хөкөм ҡарарын уҡығанда ҡуш йөрәкле егет ҡуян хәлендә дер-дер ҡалтырай ине.



Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә