Фельетон
– Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, бөтәһе лә пүстәк, бөтәһе лә тәк сибә!
Шайтан һыуын саҡ ҡына кәгеп алһа, Ришат Ейәнғоловтың шулай кәперенә торған холҡо бар. Бер ҡараһаң, уның былай тип күкрәк һуғыуында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ кеүек. Киреһенсә, хупларға ғына. Ана бит арыҫлан кеүек ажғыр ир-азаматтарҙы маҡтап, халыҡ әллә күпме йыр, шиғыр ижад иткән. Егет тә булһын, ҡуш йөрәкле лә булмаһын, имеш. Шәп! Һүҙ юҡ!
Замана бөркөтөнә теүәл 25 йәш. Йылайыр районында йәшәй. Халыҡ әйтмешләй, типһә тимер өҙөрҙәй, баҫһа баҡыр иҙерҙәй сағы. Юл ҡағиҙәләре үҙгәреп, һалмыш килеш машинаға ултырғандарға ҡарата закон көндән-көн ҡатыланып торһа ла, Ришат кеүек шәп егеттәр өсөн ике тин бер аҡса. Шуға ла ул теге шайтан һыуын мул ғына уртлаһа ла, еңел машинаһын ҡыҙҙырып, гөжләтеп сыға ла китә. Хатта бер мәл танышына: мин һине барыбер дөмөктөрәм, бына ошоноң менән ҡаҡ маңлайыңа берҙе сәпәһәм, теге донъяға китәһең бит, тип пистолеттан да тоҫҡай.
Туғандарының, таныштарының:
– Ниңә улайтаһың? Бәлә-ҡазаға тарыуың бар, берәйһен тапатып китерһең дә, – тип киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй.
– Кит әле, өйрәтмә, үҙем белә-ә-ә-әм!
– Улай тимә әле, хәҙер закон ҡаты!
– Бөтәһе лә пүстәк, бөтәһе лә тәк сибә! Бында үҙ еремдә ҡурҡып торорға ни, килмешәк түгелмен дәһә!
Бер мәл мул ғына уртлап алған Ришатты юлда полиция инспекторы туҡтата. Ауыҙынан борхолған еҫтән уның “гатауай” икәнлеген тоҫмаллау өсөн әүлиәлек кәрәкмәй. Әммә батыр егет:
– Юҡ, билләһи, ауыҙыма тамсы ла йотманым, – тип ҡырталаша. – Бына әсәйем, әпәкәй менән ант итәм.
– Телеңә һалышма! Әйҙә, өр әле, тикшерәйек.
– Юҡ! Һеҙ нимә, әллә мине алкаш тип уйлайһығыҙмы?! Алдашһам, бына ошо урында ер йотһон!
Медицина тикшереүенә ҡаршы булғаны өсөн “батыр егеттең” водитель танытмаһын тартып алып, ҡаты иҫкәртәләр.
– Башҡаса бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә!
Әммә ҡуш йөрәкле Ришатҡа был киҫәтеү нимә генә! Тәгәрмәсле дуҫын йәнә ҡыҙҙыра ла тырылдатып сығып китә. Артынан туҙан ғына борҡоп ҡала. Юлында тап булған кешеләр, мал-тыуар саҡ ситкә тайшанып ҡотола.
Көндәрҙең береһендә уны тағы полиция инспекторы эләктереп ала. Бер аҙҙан суд була. Ҡуш йөрәкле егет хәҙер машинаһынан да, пистолетынан да ҡолаҡ ҡаға – тартып алалар. Уны 320 сәғәткә мәжбүри эшкә ҡушалар.
Хөкөм ҡарарын уҡығанда ҡуш йөрәкле егет ҡуян хәлендә дер-дер ҡалтырай ине.