Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттән ял таба йөрәк
Хеҙмәттән ял таба йөрәк “Мирзәйет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар районда. Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай ул. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы уңайынан ойошторолған тантанала иң күп бүләк ошо ойошма вәкилдәренә тапшырыла икән.

Хужалыҡ уңғандары менән дан тота. Хәйер, хеҙмәткәр­ҙәр­ҙең йорттары ла төҙөк, ихаталары ла тәр­тип­тә. Шулай бул­­ғас, һәр береһе өлгөр һәм егәрле, тип әйтергә нигеҙ бар.
– Тәртип тупһанан башлана, – тип башланы һүҙен “Мир­зә­йет” хужалығы рәйесе Рәфис Хурамшин. – Шулай булмай ни, хәҙер бит артта һөйрәлеүселәр юҡ беҙҙә, “иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” принцибы менән берәү ҙә йәшәмәй.
Йәмғиәттең өҫтөнлөклө йү­нә­леше – малсылыҡ һәм үҫем­лек­се­лек. Етәкселек йыл­­дан-йыл һыйыр малын арт­тырыуҙы маҡсат иткән. Бында дүрт йөҙ башҡа яҡын мал иҫәпләнә, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры. Һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмай. Әйт­кән­дәй, аҡты “Баҡалыһөт” йәм­ғиә­тенә тапшыралар.
Хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңе­ләйтеү өсөн яна хужа. Улар күп­тән инде заманса яңы алымға күскән. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, һөтсөлөк фермаларында әллә күп­ме ремонт эштәре башҡа­рылған.
Киләсәккә пландары тура­һында ла һораштыҡ. Рә­фис Фазыл улы билдәләүенсә, бер нисә йүнәлештә эш итеү хуж­а­лыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, тор­мош менән бергә ат­ларға өйрәтә, халыҡҡа эш урындарын арттырыу мөмкин­леген бирә. Көндәлек һауым бөтәһе 1 120 литр­ҙан ашыу икән, был улар өсөн сик тү­гел, шул уҡ ваҡытта сәсеүлек май­­ҙанын да киңәйтеп баралар. Йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты әңгәмәсем: быйыл мал аҙы­ғы ифрат күп әҙерләнгән. Ғә­ҙәт­тәгесә, һәр кем тырышлыҡ күрһәткән.
Алдынғылар исемлеген ту­лы­ландырған ферма мөдире Николай Васильцов, һауын­сылар Зәнәфиә Бәҙретдинова, Зөлфиә Вәлиева, Гөлсәсәк Миң­леханова, малсылар Рә­фис Сафуанов, Наил Ибраһи­мов, Йәмил Ғәйнетдинов, шу­лай уҡ ком­байнсылар Ринат Йосопов, Зөлфәт Хужин, Рәил Ғәбдрәүпов, Айрат Гәрәев, Ра­дик Нәбиуллин, Радик Шәкү­ров, Айҙар Исмәғилев һәм бү­тәндәр – хужалыҡтың төп көсө.
Рәфис Хурамшин, “хеҙмәт­тән ял таба йөрәк”, тип ихлас йылмайҙы беҙҙең менән хуш­лашҡанда. Ысынлап та уның менән тулыһынса килешергә мөмкин.





Автор: Г. ӘҮӘЛБАЕВА. Район: Баҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә