“Мирзәйет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар районда. Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай ул. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы уңайынан ойошторолған тантанала иң күп бүләк ошо ойошма вәкилдәренә тапшырыла икән.Хужалыҡ уңғандары менән дан тота. Хәйер, хеҙмәткәрҙәрҙең йорттары ла төҙөк, ихаталары ла тәртиптә. Шулай булғас, һәр береһе өлгөр һәм егәрле, тип әйтергә нигеҙ бар.
– Тәртип тупһанан башлана, – тип башланы һүҙен “Мирзәйет” хужалығы рәйесе Рәфис Хурамшин. – Шулай булмай ни, хәҙер бит артта һөйрәлеүселәр юҡ беҙҙә, “иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” принцибы менән берәү ҙә йәшәмәй.
Йәмғиәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – малсылыҡ һәм үҫемлекселек. Етәкселек йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы маҡсат иткән. Бында дүрт йөҙ башҡа яҡын мал иҫәпләнә, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры. Һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмай. Әйткәндәй, аҡты “Баҡалыһөт” йәмғиәтенә тапшыралар.
Хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү өсөн яна хужа. Улар күптән инде заманса яңы алымға күскән. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, һөтсөлөк фермаларында әллә күпме ремонт эштәре башҡарылған.
Киләсәккә пландары тураһында ла һораштыҡ. Рәфис Фазыл улы билдәләүенсә, бер нисә йүнәлештә эш итеү хужалыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, тормош менән бергә атларға өйрәтә, халыҡҡа эш урындарын арттырыу мөмкинлеген бирә. Көндәлек һауым бөтәһе 1 120 литрҙан ашыу икән, был улар өсөн сик түгел, шул уҡ ваҡытта сәсеүлек майҙанын да киңәйтеп баралар. Йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡлашты әңгәмәсем: быйыл мал аҙығы ифрат күп әҙерләнгән. Ғәҙәттәгесә, һәр кем тырышлыҡ күрһәткән.
Алдынғылар исемлеген тулыландырған ферма мөдире Николай Васильцов, һауынсылар Зәнәфиә Бәҙретдинова, Зөлфиә Вәлиева, Гөлсәсәк Миңлеханова, малсылар Рәфис Сафуанов, Наил Ибраһимов, Йәмил Ғәйнетдинов, шулай уҡ комбайнсылар Ринат Йосопов, Зөлфәт Хужин, Рәил Ғәбдрәүпов, Айрат Гәрәев, Радик Нәбиуллин, Радик Шәкүров, Айҙар Исмәғилев һәм бүтәндәр – хужалыҡтың төп көсө.
Рәфис Хурамшин, “хеҙмәттән ял таба йөрәк”, тип ихлас йылмайҙы беҙҙең менән хушлашҡанда. Ысынлап та уның менән тулыһынса килешергә мөмкин.