Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Арбала юлға сыҡһаң, санаңды һалып ал
Ноябрь айының исеме (November) боронғо римдар телендә “туғыҙынсы” тигәнде аңлата. Беҙҙең эраға тиклем етенсе быуатта ул 29 көндән торған. Ә инде бер быуаттан һуң боронғо Римдың икенсе легендар батшаһы Нума Помпилийҙың реформаһына ярашлы уға тағы ла бер көн өҫтәлә, һәм ошо ваҡыттан бөгөнгә тиклем был ай 30 көндән тора.
Ноябрь, башҡа айҙар һымаҡ, төрлө ваҡиғаларға бай, сөнки ике миҙгелде бер-береһенә бәйләй. Шунлыҡтан унда көҙ миҙгеле ваҡиғаларының дауамын һәм ҡыш миҙгеле ваҡиғаларының башланыуын күрәбеҙ. Ошо күренештәрҙе халыҡ хәтере түбәндәге әйтемдәр менән бирә:
•lНоябрь – сентябрҙең ейәне, октябр­ҙең улы һәм ҡыштың олатаһы;
•lНоябрҙә көҙ менән ҡыш алыша;
l•Ноябрь крәҫтиәнде арбанан төшө­рөп, санаға ултырта;
•lНоябрҙә иң ҡараңғы төндәр;
•lНоябрь октябрь һалҡынын һыуыҡҡа әйләндерә;
•lНоябрҙә иртәнге таң яҡтыһы киске эңер менән көн уртаһында осраша;
•lНоябрҙә бер сәғәт эсендә ҡойма, мыжыҡ, ҡарлы ямғыр һәм һалҡын ҡар ҙа яуа;
•lНоябрҙә төн көндән ике тапҡырға оҙонораҡ (яҡынса 22 ноябргә тура килә);
l•Тере һыу һуңғы тапҡыр ноябрҙә күренә;
•lНоябрь боҙо, йоҡа булһа ла, ышаныслы;
l•Ноябрҙә арбала юлға сыҡһаң, санаңды һалып ал;
•lНоябрь ҡуянға аҡыл өҫтәй, төлкөнө йүгерергә өндәй, ә сысҡанды телһеҙгә әйләндерә һ.б.
Ноябрҙә күҙәтелгән күп кенә ваҡи­ғалар ысынбарлыҡҡа йыш тура килә:
– ҡар ҡоро тупраҡҡа ятһа, яҙғы таш­ҡын кәмерәк булыр;
– ҡàð ÿòûð àëäûíàí һûóûҡòàð òîðһà, àðûø óңûð;
– ноябрҙә буранлап яуған ҡар ер йылыһын һаҡлар;
– ноябрь ҡары төньяҡ-көнбайыштан килә;
– һыуыҡ батшаһы тәхетенә бары 20 ноябрҙән һуң ғына ултыра.
Ноябрь байрамдарға ла бай. Был ай­ҙа көҙгө эштәр тамамлана, ҡышҡы сатлама һыуыҡтар көтөлә, шул уҡ ваҡытта крәҫтиән яҙҙы ла онотмай. Тәбиғәттә бергә йәшәгән, тормошобоҙға ниндәйҙер күләмдә йәм өҫтәгән ҡәрҙәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалмай, уларға ла ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Ошоларҙы иҫкә алып, халыҡ үҙенә тормош календары төҙөгән.
Айҙың беренсе өс көнө – уйланыуҙар, үткән ваҡытҡа баһа биреү, йорт мәшә­ҡәттәрен тормошҡа ашырыуға пландар төҙөү ваҡыты.
4 ноябрь – ҡаҙан көнө. Ошо датаға тиклем ситтә эшләп аҡса туплаған кеше­ләр көҙҙө оҙата һәм ҡышҡы осорҙо күҙаллау менән мәшғүл:
– был көн көҙ ҙә, ҡыш та түгел;
– иртәнге ямғыр кискә ҡар менән алышынһа, ҡыш тыныс һәм мәшәҡәтһеҙ буласаҡ;
– ошо көндө йыйылған балан-миләш­тәр тәмле һәм файҙалы.
8 ноябрь – Дмитрий көнө. Әруахтарҙы иҫкә алыу, уларға был тормошта күр­һәткән ҡәҙер-хөрмәттәре өсөн рәхмәт әйтеү көнө. Көн йылы, ҡояшлы булһа, улар үҙҙәрен иҫкә алған тереләргә тыныс ҡыш бүләк итә. Әгәр ҡар яуһа, яҙ һуңлап килә. Тик был файҙаға ғына, сөнки ҡар һыуҙары күбеһенсә ергә һеңеп уны дымға туйындыра.
10 ноябрь – етен көнө. Көн ҡоро бул­һа, етен сифатлы була.
11 ноябрь – һарыҡ көтөүсе Анастасия көнө. Һарыҡтар юғалмайынса ҡураға керә, тиреләренең сифаты яҡшыра башлай. Һарыҡ тиреһе ҙур әһәмиәткә эйә – ул тун тегеү өсөн берҙән-бер йылы, ныҡ материал.
12 ноябрь – Зиновий йәки буҙ турғай (беснәк) көнө. Ошо ваҡытҡа тиклем улар урмандарҙан кеше торлаҡтарына килә. Ҡоштарға ярҙам йөҙөнән ағастарға таға­раҡтар эленә, уларҙы ашатырға ашлыҡ бөртөктәре, дегәнәк орлоҡтары әҙер­ләнә. Буҙ турғай яҙ ағастар уянғансы кеше эргәһенән китмәй. Ҡыш буйына үҙенең йыры менән хатта бер нисә көн алдан һауа торошон да “һайрап” бирә.
14 ноябрь – ҡышты ҡаршылау көнө (Кузьма-Демьян көнө). Күлдәрҙә, йылға­ларҙа боҙ тотола башлай. Шулай ҙа яҡын арала һыуыҡтар көтөлмәй. Сана юлы төшөү, боҙ тотолоу – ҡыҙҙарҙың иң көтөп алған мәле.
15 ноябрь ашлыҡ һуғыу башлана. Ирҙәр ашлыҡ һуға, егеттәр уларға ярҙам итә, ҡатындар етен таҙарта, ә ҡыҙҙар йыр-бейеүҙәр, бәйләү эштәре менән шөғөлләнә, туйҙарға ҡайылған бүләктәр әҙерләйҙәр.
19 ноябрь – йылға-күл боҙо көнө. Ошо ваҡытҡа улар боҙ менән ҡаплана. Ҡыш­ҡы юлдар асыла, ҡоҙалашыу осоро башлана. Буласаҡ йәш ғаиләләр бөтә­һе­нә лә хөрмәт күрһәтә. Бигерәк тә ҡышты ауыр­лыҡ менән кисерә торған ваҡ ҡырағай хайуандарға, ҡоштарға иғтибар арта. Уларға ярҙам ҡулы һуҙыла.
20 ноябрь – Федот көнө. Ҡышҡы миҙ­гел­гә күҙаллауҙар. Тик был көндә күҙә­тел­гән юрауҙар күп осраҡта ысын­барлыҡҡа тура килмәй, шуға ла “Федот-алдаҡсы” тигән ҡушамат та бар.
21 ноябрь – боҙҙан күпер һалыусы Михайло көнө. Ошо көнгә тиклем һыуҙар боҙ менән ҡаплана, улар инде йөрөүгә ҡурҡыныс түгел. Боҙ юлдары һалына башлай, балыҡсылар күлдәргә ашыға.
22 ноябрь – ысын һыуыҡтар башланыу көнө. Ҡыш Матренаһы ныҡлап аяҡҡа баҫа.
23 ноябрь – ҡар өҫтөнә боҙлауыҡтар һалыусы Ераст көнө. Ошо датанан һуң епшек көндәр бөтөнләй булмай тиерлек.
25 ноябрь – уҫал һыуыҡтар башланыу көнө. Ҡайһы бер йылдарҙа һауа темпе­ратураһы -25 -30°С-ҡа тиклем тө­шә. Ас бүреләр юлға сыға башлай.
28 ноябрь – ала бейәле Гурьян көнө. Ҡайһы бер йылдарҙа ошо ваҡытта ҡар ирей башлай, һәм асыҡ урындарҙа ҡара ер күренә. Көн аяҙ, һалҡын булһа, яҙғы ташҡынға тиклем епшек көндәр булмай.
29 ноябрь – Матвей көнө. Ваҡ ҡош­тарға иғтибар итеү кәрәк, сөнки һауа температураһының кинәт үҙгәреүе һәм аҙыҡтың аҙ булыуы ҡоштарҙың хәлен ҡатмарлаштыра.
Шулай итеп, ноябрь етте. Был айҙа алынған күҙәтеү мәғлүмәттәре ҙур әһә­миәткә эйә. Ысынлап та, “ноябрь яҙҙы күҙәтә” тигән әйтем буш­тан ғына тыу­­ған.

Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә