Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, һуңғы осорҙағы бер уҡыу йылында Рәсәйҙә репетиторлыҡ хеҙмәте өсөн 30 миллиард һум самаһы аҡса түләнгән. Был сумманың һигеҙ миллиард һумы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлеккә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт үҙендәге педагогтар тәжрибә туплаһын тигән маҡсатта ситтән белгестәрҙе күпләп саҡырып, бихисап аҡса түгә.Төрлө яҡҡа һибелгәс...Ошо кире күренештәрҙең нигеҙендә нимә ята? Билдәле, мәктәптәрҙәге уҡытыу сифаты. Уҙған уҡыу йылындағы математиканан БДИ һөҙөмтәһен иҫкә төшөргәндә лә, бәғзе педагогтарҙың тейешле кимәлдә ғилем биреүе шик тыуҙыра.
– Барлыҡ уҡытыусылар бер төрлө эшмәкәрлек алып бара алмай, – тигәйне бер мәғариф учреждениеһының директоры. – Улар үҙҙәре мәктәптә, махсус йәки юғары уҡыу йортонда төрлө остаздан ғилем туплай. Хеҙмәт юлын башлағас иһә, эшмәкәрлеген урындағы үҙенсәлектәргә бәйле ойоштора. Өҫтәүенә хәҙер дәреслектәр ҙә, уҡытыу программалары ла төрлө. Шунлыҡтан уртаҡлыҡ юғала бара кеүек.
Юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан да ошондай уҡ фекерҙе ишетергә тура килә. Әйтеүҙәренсә, төрлө тарафтан килгән йәштәр бер үк теманы үҙҙәренсә өйрәнгән була. Һөҙөмтәлә педагогка мәктәп программаһын яңынан төшөндөрөп, “һәр яҡҡа һибелгән” студенттарҙы бергә тупларға тура килә. Быға, әлбиттә, уҡытыусы бихисап ваҡытын, көсөн сарыф итә, дәрес программаһынан артта ҡалырға мәжбүр була.
Һанап үтелгән ошо проблемаларҙың төп сәбәбе – һәр мәғариф учреждениеһы өсөн уртаҡ уҡытыу алымының булмауы. Тармаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың да күбеһе тап шул мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. Уларҙың иң мөһиме – электрон белем биреү. Билдәле, яңылыҡтарҙың күбеһе йәмғиәт тарафынан тиҙ арала хуплау тапмай. Башланғыс һәр яҡлап өйрәнелә, ҡайһы берҙәре ҡаты тәнҡит утына ла тотола, ғөмүмән, ҙур һынау үтә. Электрон белем биреү ҙә әле ошондай юлда.
Был алымдың барлыҡҡа килеү тарихы уҙған быуат башына тура килә: АҠШ самолеттарында осоуҙы симуляциялау өсөн компьютер эшләнә. Артабан иһә заман техникаһының эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында төрлө программалар төҙөлә башлай. Был хеҙмәт менән шөғөлләнгән компаниялар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә быуат аҙағында донъяла компьютер программалары мең самаһына етә. Башҡалар менән сағыштырғанда, Рәсәй күпкә ҡалыша.
Уҙған дәүерҙең 90-сы йылдары уртаһында илебеҙҙә студенттар менән уҡытыусылар араһында бәйләнеш булдырған тәүге программалар барлыҡҡа килә. Тап ошо осорҙа дистанцияла белем биреү концепцияһы ҡабул ителеп, бер нисә юғары уҡыу йортонда уға ярашлы эш тормошҡа ашырыла башлай. Ләкин Рәсәй башҡа илдәр менән ярышыу кимәленә етә алмай, компьютерлаштырыу йәһәтенән дә донъяла иң артта бара.
Артабан бизнес-уҡытыу баҙары барлыҡҡа килеп, электрон белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Бындай хеҙмәт күрһәткән ойошмалар, яңы алымдың һөҙөмтәлеле- ген баһалап, электрон вариантҡа күсә башлай. Әле, мәғлүм булыуынса, был йәһәттән үҫеш йылдам бара. Шулай ҙа башҡа илдәрҙән биш-алты йылға артҡа ҡалабыҙ. Сағыштырып ҡарағанда, мәҫәлән, Америкалағы мәғариф учреждениеларының 90 процентында уҡытыу электрон формала ойошторола.
Техника барыбер кешеһеҙ эшләй алмайБелгестәр билдәләүенсә, бизнеста электрон уҡытыуға ҙур өҫтөнлөк бирелә. Тәжрибәһе булмаған хеҙмәткәрҙе һөнәр үҙенсәлектәренә онлайн технологияһы ярҙамында төшөндөрөү сығымды 50 – 60 процентҡа кәметеүгә килтерә. Бындай компанияларҙа хеҙмәт һөҙөмтәлелеге лә күпкә юғары. Тимәк, электрон белем биреүҙең башҡа тармаҡтарға ла ныҡлы үтеп инеүе зарур. Әлбиттә, эш мәктәптән башланырға тейеш.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән бик яй ҡуҙғалабыҙ, – тине электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың күсмә ултырышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Төп сәбәп – яңыса уҡытыуҙы ойоштора белмәү, ҡануниәттә был йүнәлеш буйынса айырым ҡағиҙәләрҙең булмауы, ресурстарҙың аҙлығы, ҡалыпҡа һалынған мөхитте үҙгәртә алмау... Ошо айырым мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында махсус эш төркөмө булдырырға кәрәк. Беҙҙә бит электрон белем биреүҙе киң йәйелдереү өсөн бөтөн уңайлыҡтар бар, мәктәптәрҙе заманса йыһазландырыу йәһәтенән бихисап эш башҡарылды. Башҡаһы үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа бәйле. Барыһы ла яйланыр тип көтөп ултырһаҡ, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ.
Рөстәм Зәки улы мәктәптәргә электрон белем биреү йәһәтенән башланғыс ярҙам күрһәтерлек махсус үҙәк булдырыу, методик эште көсәйтеү, лекция, семинар һәм башҡа саралар аша алдынғы тәжрибәләрҙе киң таратыу мөһимлеген билдәләне.
– Шул уҡ ваҡытта уҡытыуға заманса алым индереү мәғариф тармағының ғына бурысы түгел, бергәләп эшләү зарур, – тине республика Башлығы. – Мәктәптә беҙҙең киләсәк тәрбиәләнгәнен оноторға ярамай. Сәнәғәт, бизнес һәм башҡа барлыҡ өлкәләрҙең дөйөм тырышлыҡ һалыуы мөһим. Юғиһә хәҙер күптәр: “Һалым түләйем, миңә ҡыҫылмағыҙ”, – тигәндәй, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Ә уларҙың эшен артабан кем дауам итер?
Республика етәксеһе мәғариф тармағындағы бөгөнгө һөҙөмтәһеҙ сараларҙы бөтөрөп, уларға киткән сығымды электрон белем биреүҙе ойоштороуға, шулай уҡ уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәренә, ижади мөхит булдырыуға йүнәлтергә ҡушты. Ауылдарҙа ғына түгел, Өфөлә лә тейешле үҫеш юҡлығын билдәләне. Баш ҡалабыҙҙағы 129 мәктәптең ун процентында ғына электрон белем биреү ойошторолған икән, был уйланырға мәжбүр итә. Мәғарифта энтузиастар аҙмы? Бәлки, ҡағыҙға “күмелеп” ултырыуҙы хуп күрәләрҙер? Әллә финанс яғы аҡһаймы?
Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың барлыҡ мәктәптәре дистанцияла белем биреү системаһына тоташтырылған. Шуға ҡарамаҫтан, уның менән уҡытыусыларҙың 17 проценты ғына даими файҙалана, 13 проценты иһә бөтөнләй битараф. Ҡалғандары кәрәк ваҡытта ғына ҡуллана. Тимәк, яңы алымдың киң йәйелдерелә алмауында педагогтарҙың да ғәйебе бар тип әйтергә нигеҙ бар.
Электрон уҡытыуҙың төп маҡсаты нимә һуң? Һәр урында тигеҙ белем биреү. Уҡыусы, ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, тиңдәштәре менән бер үк кимәлдәге ғилем туплауға хоҡуҡлы. Педагог был йәһәттән үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Электрон белем биреү уҡытыусыны эштән ситләтеү тигән һүҙ түгел бит. Улар икеһе бер-береһен тулыландыра, көсәйтә, камиллаштыра. Ысынбарлыҡ шул: бер ниндәй заман техникаһы ла кешенән тыш булдырыла ла, эшләй ҙә алмай. Тимәк, яңы алымды индереү йәһәтенән ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булыу зарур.
* * *
Инглиз телен ныҡлап өйрәнгем килә. Минең генә түгел, күптәрҙең хыялы был. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә төрлө онлайн-курстарҙан 7,2 миллион кеше файҙалана. Уларҙың 78 проценты инглиз телен өйрәнергә теләй. Интернетта тәҡдим ителгән контенттар иһә ифрат күп. Эштең, йәшәү торошоноң үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың ҡайһыһын һайларға? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йәһәттән ярҙам итерлек эксперт ойошмалары юҡ. Һөҙөмтәлә дәресте һәр кем төрлөсә ала, һәм мәктәптәрҙәге хәл – белем кимәлендәге тигеҙһеҙлек – килеп тыуа. Тимәк, мәғариф учреждениеларында ғына түгел, Интернет селтәрендә лә уртаҡ майҙансыҡ, үҙәкләштерелгән программа булдырыу кәрәктер.