Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ
Балаларҙы ғилем донъяһына наҙлы ла, хәстәрлекле лә уҡытыусы алып инә. Уларҙы юҡҡа ғына икенсе ата-әсә тип йөрөтмәйҙәр. Нәҡ мәктәптә балаларҙың холоҡ-фиғеле, ғәҙәттәре формалаша, улар үҙҙәрен шәхес булараҡ тоя башлай. Бәләкәс кенә кешеләр киләсәктә төрлө һөнәр эйәләре булыр, уларҙың белем нигеҙе, фекер йөрөтөү ҡеүәһе мәктәптең дөрөҫ йүнәлеш биреүенә, уҡытыусыларҙың булдыҡлылығына бәйле.


Тормош һынауҙарына биреш­мәгән, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем үҙ һөнәренә тоғро булған уҡы­тыусы Зыя Һаҙый улы Моталов та күптәрҙең күңелендә яҡты эҙ ҡал­дырҙы. Ул 1928 йылда Хәй­бул­ла районының Йәнтеш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1938 йылда ғаиләһе менән Әбү­бәкер ауылына күсәләр. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 1943 йылда ете йыллыҡ мәк­тәпте тамамлаған егеткә, ауылда эшсе көс етешмәү сәбәпле, колхозда тир түгергә тура килә. Тик һуғыш бөткәс кенә уҡыуын тамам­ларға насип була.
Аҡъяр урта мәктәбендә белем эстәп, ҡулына аттестат алғас та, Сәғит (Ҡалтай) башланғыс мәктә­бендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай ул. Бында бер йыл тәжрибә туплағандан һуң, 1949 йыл­да Әбүбәкер ете йыллыҡ мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Педагог эшенең белемде даими камиллаштырыуҙы талап иткәнен яҡшы аңлаған Зыя Һаҙый улы Мәсәғүт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1955 йылда тамамлай.
Дипломлы егетте Әбүбәкер ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ижади эҙләнгән уҡы­тыу­сы үҙенең педагогик оҫта­лығын үҫтереүҙән туҡтамай, 1963 — 1966 йылдарҙа Ырымбур өлкә­һендәге Чкалов исемендәге педагогия институтында уҡып, фи­зи­к-математик һөнәрен үҙ­ләш­терә.
Эшен дәртләнеп-илһамланып, еренә еткереп башҡарған, коллективта абруй ҡаҙанған белгесте район етәкселәре лә күреп тора. Тырыш хеҙмәте юғары баһалана: Зыя Һаҙый улына “Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған уҡытыу­сы­һы” тигән исем бирелә. Маҡтау ҡағыҙҙарының иһә иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа — белем биргән уҡыу­сыларының тормошта үҙ юлын табып, үҙҙәрен шәхес итеп танытыуы, уларҙың ихлас рәхмәте. Араларында уның юлын дауам итеү­се­ләр ҙә, ауыл хужалығы бел­гестәре лә, механизаторҙар ҙа, алдынғы малсылар ҙа бар.
Тынғыһыҙ уҡытыусы бер ваҡыт­та ла мәктәп менән генә сикләнеп ҡалманы, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәне. Бер нисә йыл рәттән Федоровка ауыл Советына депутат итеп һайланды, үҙен оҫта етәксе итеп танытты. “Красный доброволец” колхозының партия ойошмаһы секретары булып эшлә­гән осорҙа Федоровка һәм Әбү­бәкер ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл төҙөтөүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Шулай уҡ уны район халҡы әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе булараҡ та яҡшы белде.
Зыя Моталов тырыш педагог ҡына түгел, ғаиләһендә һөйөклө атай ҙа булды. Аҡназар ауылы ҡыҙы Ғәшүрә Байсурина менән 35 йыл татыу ғүмер итеп, өс бала тәр­биәләп үҫтерҙеләр. Улдары Урал, Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлап, инженер-электромеханик һөнәрен үҙләштерҙе, Мейәс ҡа­ла­һында эшләгәндән һуң Хәйбулла район типографияһы директоры булып, хаҡлы ялға сыҡты. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл, Сибай медицина училищеһын тамамлап, оҙаҡ йылдар Аҡъяр үҙәк дауаханаһында тир түкте, әле Өфө ҡалаһында Республика кардиология үҙәге белгесе. Икенсе ҡыҙҙары Зифа — Баш­ҡорт дәүләт педагогия инс­ти­ту­тының физика-математика факультетын тамамлап, Аҡъярҙағы балалар баҡсаһында өлкән методист. Зыя Һаҙый улы иҫән булһа, уларҙың уңыштарына бик һөйөнөр ине. Уның вафат булыуына 28 йыл да булып китте.
Икенсе уҡытыусыбыҙ Әми­нә Һибәтулла ҡыҙы Лоҡ­ма­нова Бүздәк ра­йо­ны­ның Һыртлан ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә 1927 йылда донъяға килгән. Ҡыҙ бик үткер, зирәк булып үҫә. 1936 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ ра­й­о­ны­ның Түбә руднигына күсеп килә. Әминә Түбә урта мәктәбенең VII класын тамамлағас, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә һәм, 1945 йылда ҡулына уҡытыусы дипломын алып, йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районының Әбү­бә­кер ете йыллыҡ мәктәбендә хеҙ­мәт юлын башлай. 1954 йылға тиклем географиянан балаларға белем бирә. Шунан Аҡъяр урта мәктәбенә эшкә күсерелеп, 1956 йылға тиклем сит телдән уҡыта. Артабан Аҡназар башланғыс мәк­тә­бенә мөдир итеп тәғәйенләнә. Ике йыл эшләгәндән һуң, Әбеш урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерелә. 1977 йылда иһә ауыл Советы рәйесе итеп һайлана һәм ете йыл ошо вазифаны башҡарып, хаҡлы ялға сыға.
Әминә Лоҡманова мәктәптәрҙә эшләгәндә үҙен оло йөрәкле, абруйлы уҡытыусы итеп күрһәтте. Ул белем биргән уҡыусыларҙың бары­һы ла тормошта үҙ урынын тапты. Беренсе уҡытыусы­ларына сикһеҙ рәхмәтле улар. Хеҙмәт эш­мә­кәрлеге дәүерендә Лоҡма­новаға “Башҡортостандың халыҡ мәғари­фы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Баш­ҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмә­те өсөн”, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләре, республика Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнде. Ике тапҡыр Башҡортостан уҡытыу­сылары съезында, СССР Ҡулла­ныу­сылар кооперацияһы съезында ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Әбүбәкер ауылында эшләгән осорҙа ул һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡан Хәмитйән Сынбулатовты осратып, ғаилә ҡора. Өс ул тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫ­тыралар. Төрлө йылдарҙа эшләү осоронда Әминә Һибәтулла ҡыҙы иптәштәре, хеҙмәттәштәре өсөн өлгө булды, уҡыусылары уны яратты, ауылдаштары һәм район етәкселеге ихтирам итте. Ул 2008 йылда 81 йәшендә вафат булды.
Өсөнсө уҡытыусыбыҙ Вәсилә Ғилман ҡыҙы Сынбулатова 1923 йыл­да Хәйбулла районының Әбү­бәкер ауылында крәҫтиән ғаилә­һендә донъяға килә. 1930 йылда ғаиләһе менән Аҡъяр ауылына күсенәләр. Һигеҙ йәшендә I класҡа уҡырға бара. Ғилман олатай ат ҡараусы булып эшләй, әсәһе Шәрифә инәй балалар тәрбиәләй. Ғаилә бик ишле, ете бала була. Шуға күрә Вәсилә апайға үҙаллы хеҙмәт юлын бик иртә башларға тура килә. 1941 йылда Аҡъяр урта мәктә­бенең IX класын тамамла­ғанда Бөйөк Ватан һуғы­шы башлана, ир-егеттәрҙе әрмегә оҙата­лар.
Рәхимә Нураева, Мәликә Богдановалар ҙа фронтҡа китә. Вәсилә апай ҙа һуғышҡа барырға теләк белдерә, ләкин уның һорауын ҡәнәғәтләндермәйҙәр һәм район­дың төпкөл ауылы Ибраһимға уҡы­тыусы итеп ебәрәләр. 1947 йылда ул Темәс педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай. Фронтҡа киткән Х. Мөхәмәтовтың урынында 1947 йылға тиклем ба­лаларға белем бирә. Йәш мөғәл­лимәне район үҙәгенән алыҫта, тауҙар араһында урынлашҡан “Та­на­лыҡ” совхозының 14 өйлө бәлә­кәй генә Әҙел ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Унда барғас, Вә­си­лә апайға бер тәҙрәһе лә булмаған ташландыҡ өйҙө күрһәтәләр. Күп уйланып торорға ваҡыт булмай, мәк­тәп­кә тип тәғәйенләнгән бәлә­кәй бинаны тәртипкә килтерергә, ремонт эштәрен башҡарырға, урам­ды, ихатаны баҫып алған әремдән таҙартырға тура килә уға.
Йәш уҡытыусы яңы уҡыу йылын ауыл балалары менән яңынан тергеҙелгән мәктәптә башлап ебә­рә. Утынын да хәстәрләй, ауыл йәштәре менән берлектә төрлө кисәләр ҙә ойоштора. Мәктәптең бәләкәй булыуы, балаларға төплө белем биреү өсөн шарттарҙың етешмәүе Вәсилә Сынбулатоваға тынғы бирмәй. Ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, яңы бина төҙөү тура­һындағы мәсьәләне совхоз, район етәкселәре алдына ҡуйып, самандан яңы мәктәп һалдырыуға өлгәшә. Уның тирәһендәге майҙан­да балалар менән баҡса ултырта, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә.
Әҙел башланғыс мәктәбендә Вәсилә апай 20 йыл уҡытыусы булып эшләй. Шунан һуң өс бала­һы менән тыуған ауылы Әбүбә­кергә ҡайтып, мөғәллимлек эшен дауам итә. 1978 йылда уны мәктәп коллективы хаҡлы ялға оҙата. Уның уҡыусылары тормошта үҙ урынын, бәхетен тапҡан. Танылған малсылар, механиза­торҙар, уҡы­тыу­сылар, лайыҡлы етәкселәр бар араларында: Йофар Кәлимуллина, Таңһылыу Мәмбә­това, Фәниә Яҡ­шы­ғолова, Салауат Рәсембәтов, Йомағужа Ҡарабаев һәм башҡа күптәр.
Өлкән ҡыҙы Гүзәл дә әсәһенең тынғыһыҙ, әммә маҡтаулы һөнәрен һайлап, Әбүбәкер урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Хәҙер хаҡлы ялда. Вәсилә апай Сынбулатованың балаларҙы уҡы­тыуҙағы, тәрбиәләүҙәге хеҙмә­те юғары баһаланып, уға “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да уны уҡыусылары онотмай, байрам һайын ҡотлау хаттары ебәреп торҙолар, осрашыуға саҡырҙылар. Вәсилә апай күптән мәрхүмә инде, ләкин уның изгелеген, көс-ҡөҙрәтен, сабырлығын тойоп үҫкән быуын хөрмәтле уҡытыусыларын онотмай.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлнур
    Гөлнур от 08.11.2015, 12:06
    Марат Мәмбәтов төп һөнәре буйынса ветеринар булһа ла, ғүмере буйы матбуғатҡа яҙыша. Арымай-талмай эҙләнә, мәғлүмәттәр туплай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ тураһында китап сығарҙы. Хәйбулла районының энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнашты. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Марат олатай, был мәҡәләгеҙ өсөн дә. Күптән баҡыйлыҡҡа күскән өләсәйем Вәсилә Ғилман ҡыҙының тырыш хеҙмәтен уҡыусылары, ауылдаштарыбыҙ хәтерләй икән.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885