Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрше ғәйепле булһа ла, һин өшөйһөң
Ҡалабыҙҙа өс көнгә күп фатирлы өс йорттоң газын һүндергәндәр. Сәбәбе ябай — “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн түләмәгәндәр. “Потенциал” идаралыҡ компанияһына күп фатирлы 13 йорт ҡарай. Әлеге өсәүһендә йәшәгәндәр газ буйынса ҙур бурысҡа батҡан. Күңелһеҙ хәл шул арҡала килеп сыҡҡан да инде. Йәмғеһе 93 мең һум бурыс йыйылған. Ҡала прокуратураһы идара­лыҡ компанияһынан аҡса тү­ләү­ҙе талап иткән. Әлеге ва­ҡыт­та бурыс ҡапланған һәм йорттарҙа йәшәүселәр йәнә ашарға газда бешерә башлаған.
Әлбиттә, был йорттарҙа һәр фатир хужаһы газ буйынса бу­рысҡа батҡан, тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы, ғәмәлдә иғәнәләрен, һалымдарын, коммуналь сығымдарын ваҡы­тын­да түләп барған намыҫлы граж­дандар яуапһыҙҙар арҡа­һында газ-һыу-электр­һыҙ ул­тырырға мәжбүр. Кем ғәйепле, кем хаҡлы икәнлеген шунда уҡ билдәләп тә булмай. Түләүҙән ҡасыусыларҙы ғәйепләргәме, әллә идаралыҡ компания­һынмы — бел­мәҫһең. Шулай ҙа беткә үс итеп тунды утҡа ла яғырға ярамай. Йүнһеҙ күршеһе арҡаһында бер кем дә өшөп тә, ас та ултырырға тейеш түгел. Проб­леманы нисек хәл итергә? Хәтерләй­һегеҙҙер, Торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ­ты үҙгәртеп ҡороуға булыш­лыҡ итеү фон­дының Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин Стәрлета­маҡ­та март айында үткән “Тор­лаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары” Бөтә Рәсәй конференцияһында торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса хоҡуҡи күренештең аҡһағанын белдергәйне. Хәйер, ил хөкүмәтенең элекке рәйесе шул уҡ сарала белдереүенсә, бурыстар һәм башҡа мәсьәләләрҙе көйләү өлкәһендә был етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барыла.
Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Хә­митов белдереүенсә, 1 июнгә ҡарата республикала торлаҡ-коммуналь ху­жа­лыҡ өлкәһендәге түләүҙәр буйынса йыйылған бурыс 4 миллиард 160 миллион һум тәшкил иткән. Йыл эсендә ул 1,5 миллиард һумға артҡан.
— Әлбиттә, иҡтисади көрсөк һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында түләүҙәр ваҡытында килеп етмәй йә иһә бөтөн­ләй баш­ҡа­рыл­май. Уның ҡарауы, был проб­лема үҙ сиратында күп ауырлыҡ тыуҙыра, — тине ул саҡта Рөстәм Зәки улы.
Мәҫәлән, көҙгө-ҡышҡы миҙ­гел­гә әҙерлек эштәре башҡа­рылғанда ла, ҡорамалдарҙы ал­маштырыу йәһә­те­нән дә, шу­лай уҡ ремонтты ваҡы­тында үтәү буйынса ла ҡапланмаған бурыс аяҡ сала. Түләмәүселәр араһында хужалыҡ-предприятие һәм ойошмалар ҙа, шәхси ҡулланыу­сылар ҙа күп.
Эйе, тәртәнән бер сыҡҡан проблема сылбыр буйынса китә лә китә. Шуның өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарып барыу зарур. Әлбиттә, бурыс та буш урында барлыҡҡа килмәй, яуапһыҙҙар менән бер рәттән, мохтажлыҡ кисергән граждандар арҡаһында ла үҫә ул. Быныһы ла уйландырмай ҡалмай...





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә