Күрше ғәйепле булһа ла, һин өшөйһөң31.10.2015
Ҡалабыҙҙа өс көнгә күп фатирлы өс йорттоң газын һүндергәндәр. Сәбәбе ябай — “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн түләмәгәндәр. “Потенциал” идаралыҡ компанияһына күп фатирлы 13 йорт ҡарай. Әлеге өсәүһендә йәшәгәндәр газ буйынса ҙур бурысҡа батҡан. Күңелһеҙ хәл шул арҡала килеп сыҡҡан да инде. Йәмғеһе 93 мең һум бурыс йыйылған. Ҡала прокуратураһы идаралыҡ компанияһынан аҡса түләүҙе талап иткән. Әлеге ваҡытта бурыс ҡапланған һәм йорттарҙа йәшәүселәр йәнә ашарға газда бешерә башлаған.
Әлбиттә, был йорттарҙа һәр фатир хужаһы газ буйынса бурысҡа батҡан, тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы, ғәмәлдә иғәнәләрен, һалымдарын, коммуналь сығымдарын ваҡытында түләп барған намыҫлы граждандар яуапһыҙҙар арҡаһында газ-һыу-электрһыҙ ултырырға мәжбүр. Кем ғәйепле, кем хаҡлы икәнлеген шунда уҡ билдәләп тә булмай. Түләүҙән ҡасыусыларҙы ғәйепләргәме, әллә идаралыҡ компанияһынмы — белмәҫһең. Шулай ҙа беткә үс итеп тунды утҡа ла яғырға ярамай. Йүнһеҙ күршеһе арҡаһында бер кем дә өшөп тә, ас та ултырырға тейеш түгел. Проблеманы нисек хәл итергә? Хәтерләйһегеҙҙер, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондының Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин Стәрлетамаҡта март айында үткән “Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары” Бөтә Рәсәй конференцияһында торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса хоҡуҡи күренештең аҡһағанын белдергәйне. Хәйер, ил хөкүмәтенең элекке рәйесе шул уҡ сарала белдереүенсә, бурыстар һәм башҡа мәсьәләләрҙе көйләү өлкәһендә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барыла.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, 1 июнгә ҡарата республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге түләүҙәр буйынса йыйылған бурыс 4 миллиард 160 миллион һум тәшкил иткән. Йыл эсендә ул 1,5 миллиард һумға артҡан.
— Әлбиттә, иҡтисади көрсөк һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында түләүҙәр ваҡытында килеп етмәй йә иһә бөтөнләй башҡарылмай. Уның ҡарауы, был проблема үҙ сиратында күп ауырлыҡ тыуҙыра, — тине ул саҡта Рөстәм Зәки улы.
Мәҫәлән, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәре башҡарылғанда ла, ҡорамалдарҙы алмаштырыу йәһәтенән дә, шулай уҡ ремонтты ваҡытында үтәү буйынса ла ҡапланмаған бурыс аяҡ сала. Түләмәүселәр араһында хужалыҡ-предприятие һәм ойошмалар ҙа, шәхси ҡулланыусылар ҙа күп.
Эйе, тәртәнән бер сыҡҡан проблема сылбыр буйынса китә лә китә. Шуның өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарып барыу зарур. Әлбиттә, бурыс та буш урында барлыҡҡа килмәй, яуапһыҙҙар менән бер рәттән, мохтажлыҡ кисергән граждандар арҡаһында ла үҫә ул. Быныһы ла уйландырмай ҡалмай...