Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше ғүмере – асылмаған һандыҡ
Кеше ғүмере –  асылмаған һандыҡ Яҙмыш, әсе яҙмыш... Әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ул, башына ниндәй генә ҡайғы-ғазап төшөрмәй. Берәүгә өйөп-өйөп шатлыҡ бирһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт-һағышҡа сорнай. Аллаһ Тәғәлә кешегә йәшәү бүләк итә, яҙмышын һәм тормош һуҡмағын иһә һәр кем үҙе һайлай. Берәүҙәргә уның киңе һәм тигеҙе насип, әммә ул – хаҡлыҡ, дөрөҫлөк юлы түгел, ә бихисаптар тапаған ялғанлыҡ һәм яуызлыҡ юлы; икенселәрҙеке иһә – тар ғына, бормалы-бормалы һәм һикәлтәле, бер бейеккә үрләтә, бер түбәнгә ҡолата торған юл — батыр йөрәклеләр юлы. Уның буйлап барыусыларға донъяла булған иң ауыр ғазаптар һәм бер үк ваҡытта оло ҡыуаныстар менән шатлыҡтар биреләлер. Ләкин улары ла мотлаҡ ҡайғыға төрөлгән була, шул “ҡара” төргәкте һүтмәй тороп, бәндә шатлығын да күрә алмай икән…
Дөлә Ғәлекәй ҡыҙы 1930 йылда Ҡал­тасы районының Яңы Аткүл ауылында ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Шул заманда тыуғандарға тор­моштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татырға тура килә: сәйәси золом-йәбер, һуғыш йылдарындағы аслыҡ-ялан­ғаслыҡ…
«Халыҡ дошманы» мөһөрө тағылып ҡулға алынған атаһын бөтөнләй хәтер­лә­мәй ул саҡта ни бары ике йәштә булған ҡыҙыҡай. Әсәһе дүрт бала менән (өсәүһе бәләкәй саҡтарында уҡ үлә) яңғы­ҙы тороп ҡала. Ҡатын балаларын ас-яланғас итмәҫ, уларҙы аяҡҡа баҫты­рыр өсөн бөтә көсөн һала. «Әсәйемдең тырышлығы, эш һөйөүе арҡаһын­далыр­мы, ас йөрөгәнемде, башҡалар кеүек серек бәрәңге ашағанымды хәтерләмә­йем», – ти Дөлә инәй.
Сәйәси золом ҡорбандарының һәм уларҙың яҡындарының башынан үткән­дәрҙе тыңлауы ғына ла иҫ китерлек. Нахаҡҡа ғәйепләнгән Ғәлекәй Минәжев тә тап шуларҙың береһе була. Ауылда­рын­дағы «Яңы тормош» колхозын ойош­тороуҙа ҡатнаша, уның рәйесе ва­зифаһын йөкмәй. Өйөндәге итәк тулы балаға ҡарамай, мөлкәтен, мал-тыуа­рын тәүгеләрҙән күмәк хужалыҡҡа тапшыра. “Ғәҙел етәксе, кеше хәлен аңлай белә”, – тип әйтер булған ауылдаштары уның тураһында. Әммә… Улар араһын­да ҡара эслеләр һәм көнсөлдәр ҙә табыла. Бер түгел, ете ҡултамға ҡуйылған яла-ошаҡ нигеҙендә совет власына ҡар­шы өгөт-ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына Ғәлекәй Минәжев. Нахаҡ бәлә яғылып, 10 йылға хөкөм ителә колхоз рәйесе.
– Бәләкәй булғанлыҡтан, ата­йым­дың ни өсөн ҡулға алыныуын да, «ха­лыҡ дошманы» ғаиләһе икәнебеҙҙе лә, ул ваҡытта, әлбиттә, бөтөнләй аңла­маған­мын. Бар кәмһетеү-мыҫҡыл­лауҙар әсә­йем иңенә төшкән. Хәҙер, быларҙың бөтәһен дә белгәс, уйҙарымда ғына ла ул хәтәр замандарға ҡайтһам да, күҙ йәшемде тыя алмайым. Әсәйем­дең түҙемлегенә, аҡылына хайран ҡалам. Ул, беҙгә етемлекте һиҙҙертмәҫкә тырышыуы менән бергә, “балаларыма һүҙ әйтмәһендәр, уларҙы ҡыйырһыт­маһын­дар” тип тә тырышҡан. Уның йөрәге әрнеүҙәрен, оҙон төндәрҙә түккән күҙ йәштәрен үҙенән башҡа берәү ҙә бел­мәгән. Беҙ әсәйемдең зарланыуын һәм һыҡтаныуын ишетмәнек, ила­ға­нын да күрмәнек. Мөләйемлеге, кешелеклелеге, йомартлығы һәм намыҫлы булыуы менән ул күптәргә үрнәк булды, – тип күҙ йәштәрен һөртөп ала Дөлә инәй хәтер йомғағын һүткәндә.
…Билдәләнгән ун йылды тулыһынса төрмәлә ултырып үткәрә Минәжев. Иң ҡыҙғанысы – уға тыуған яҡтарына, һө­йөклө ҡатыны һәм ғаиләһе янына башҡаса әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Шулай ҙа был аяныслы яҙмыш Ғә­лекәй Минәжевте бөгә алмағанына, көс­лө рухлы шәхес­тең йәшәүҙән өмөтөн өҙмәгәненә иманым камил! Ул 1942 йыл­да иреккә сығарыла, әммә өйөнә ҡайтыр юлы өҙөлә — һуғышҡа оҙатыла. Үкенескә ҡаршы, ҡасан һәм ҡайһы фронтҡа барып эләккәне, нисек вафат булғаны билдәһеҙ.
Ғүмере буйы атаһының ғәҙел исемен кире ҡайтарыу теләге менән йәшәй Дөлә Ғәлекәй ҡыҙы. Уның ошо маҡсатта төрлө инстанцияларға яҙған хаттарына яуаптарҙы ҡарайым. Беренсе­һендә: «Яуапҡа тарттырылған Минәжев Ғ.М. 1940 йылдың 21 сентябрендә «Бур­лаг»­ка (Алыҫ Көнсығыш тимер юлы­ның “Известковая” станцияһы) эшкә күсе­релгән. Уның артабанғы яҙмышы бил­дә­һеҙ. Был һорауығыҙ буйынса Хабаровск крайының Эске эштәр идара­лығына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ», – тиелгән.
Атаһына ҡағылышлы мәғлү­мәт йом­ғағының осона тотонған Дөлә инәй тәҡдим ителгән ергә лә хат яҙып ебәрә. Хабаровскиҙан килгән яуап хатына күҙ һалам: «Атайығыҙ 1942 йылдың 17 но­яб­рендә азат ителгән. Уның тура­һында башҡа мәғлүмә­те­беҙ юҡ. Ул ваҡытта төрмәнән сығарылғандарҙы хәрби комис­сариатҡа алып барып тормай, тура фронтҡа ебәргәндәр. Уның артабанғы яҙмышын асыҡ­лар өсөн Оборона ми­нистрлығының Мәскәү өл­кә­һе­нең Подольск ҡалаһында урын­­лаш­ҡан Үҙәк архивҡа мөрәжәғәт итегеҙ». Был учреждениенан килгән хатта ла фай­ҙа­һыҙ хәбәр: «Минәжев Ғ.М. хәбәр­һеҙ юғал­ғандар, һуғышта яраланып үлгән­дәр исемлегендә юҡ».
Бына шулай, ниндәйҙер яла яғыуҙар, бәндәләрҙең бәғерһеҙ­леге, көнсөллөгө арҡаһында кеше ғүмере таплана, ул үҙе бөтөнләй юҡҡа сығарыла…
Башҡорт АССР-ының Дәүләт именлеге комитеты хәбәр ите­үен­сә, СССР Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 16 ғинуарындағы Указы ниге­ҙендә Ғәлекәй Минәж улы Минәжев ту­лыһынса аҡланған. Ошо уҡ рәсми хатта: «Минәжев Ғ.М. дәлилһеҙ, ялған ғәйеп нигеҙендә ҡулға алынған. Ата­йы­ғыҙҙың ике айлыҡ эш хаҡына (аҡланған көнгә ҡарата айлыҡ окладына) хоҡу­ғығыҙ бар», — тип әйтелә...
Бер нисә тиҫтә йыл да­уамындағы күңел һыҙланыуҙа­рын, әсенеүҙәрҙе бер указ менән шулай еңел генә юйып ташлап буламы? Хатта нигеҙһеҙ ғәйеп­лән­гән өсөн аҡса тәҡдим итәләр. Әйтерһең, кеше ғүмерҙәрен, емерелгән яҙмыш­тарҙы һумдар менән үлсәп була…
Ваҡыт аҡҡан һыуға тиң: бик тиҙ үтә лә кире әйләнеп ҡайтмай. Дөлә Ғәлекәй ҡыҙы ла быйыл апрелдә 85 йәшен тул­тырҙы. Бала сағын ярым етемлек ҡап­лаһа ла, артабанғы тормошо бәхетле булған уның. Оҙайлы яу юлдарын үтеп, дошманды Берлиндың үҙендә дөмөк­төрөп ҡайтҡан яугир Нурулла Шәй­ҙул­лин менән 1951 йылда ғаилә ҡорғандар. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, 60 йыл ғүмер иткәндәр, бер ҡыҙ һәм ике малайға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар.
Кешенең уй-хәтере иҫ киткес инде: әле генә ҡайғылы мәлдәр күңелен тыр­наһа, күҙ асып-йомғансы ҡыуаныслы, матур саҡтар йөҙөн йылмайыу менән нурлай.
— Аллаға шөкөр, яҡындарым­дың барыһы ла иҫән-һау, һәр ҡайһыһының ғаиләһе, йорто, бала-сағаһы, яратҡан эше, донъя көтөргә иштәре бар, үҙ-ара татыуҙар. Күҙ генә теймәһен үҙҙәренә! – ти Дөлә инәй, ҡәнәғәт йылмайып, ҡыҙы һәм улдары хаҡында.
Сабыр холоҡло, аҡыллы кәңәштәр бирә белеүсе, йор һүҙле, тырыш һәм ғәҙел хеҙмәт ветераны, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гәзит-журнал­дар­ҙы күҙлекһеҙ уҡый. Бөгөн алты ейәне һәм һигеҙ бүлә-бүләсәһе өсөн һөйөклө өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.
Нефтекама ҡалаһы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә