Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ЕҢЕҮГӘ ИЛТЕҮСЕ ҺҮҘҘӘР
Октябрь башында Өфөлә, республиканың башҡа төбәктәрендә лә инде, беҙ әллә ни күреп өйрәнмәгән хәтәр дауыл булғанын иҫләйбеҙ. Сахалинда самаһыҙ шашынған тайфундың, хәйер, сағыштырмаса алғанда, хәлһеҙләнгән инде, ул ғынамы — арыуҙан аяғында саҡ баҫып торған, ә, бәлки беҙҙең тауҙар алдында баҙап ҡалған, ихтирам йөҙөнән ярһыуын кәметкән осо килеп етте шикелле.

— О-о-о, тышта бер тоҡ бейеп йөрө-ө-й! — Етенселә уҡыған Таңсулпан ҡыҙым шулай тип һөрән һалды. “Бейей” һүҙен нисектер наҙлы итеп, яҡын күреп әйтте. Үҙе лә иҫ киткес бейеүсе ул, яратып әйтеүе шунандыр.
Ә тәҙрә янына ул форточканы ябырға тип йүгергәйне. Юғиһә унан ҡапыл шул хәтлем көслө ел өрөп ебәрҙе. Шап итеп зал ишеге ябылып китте, быжыр быялаһы шаурап төшә яҙҙы. Үрелгән сағында яман урам бейеүен күреп ҡалған балаҡай. Өйҙәгеләр тиҙ генә тәҙрә янына эркелеште.
Тышта, ҡаршы йорт менән магазин мөйөшөндә, ысынлап та, бейеүҙең ҡыҙған мәле. Күмәк бейеү был. Пакеттар, буш плас­тик шешәләр, реклама ҡағыҙ­ҙары, тағы әллә күпме нәмәләр ҡымйыша. Ләкин улар үҙ урынын белә, эргәләтеп кенә һикерге­ләшә. Уртала ҙур картуф тоғо сәхнә тота! Кәбән һалғанда етеҙ малайҙар күбәләрҙе уратып ултыртып бөтәләр бит, шундағы һымаҡ күренеш. Айырым ғына бер бейеү түгел был, ә ҡырҡ әҫәрҙең ғәләмәт ҡуйы ҡатнаш­маһы. Ул ғына ла түгелдер әле, ҡайһы бер хәрәкәттәрҙе тоҡ үҙе лә уйлап сығарғандай. Музыкаға ҡарап. Уныһы ла — бер бутҡа, ҡот осҡос йылдам музыканың кәре Алыҫ Көнсығыштан беҙгә килеп еткәнсе, әйтә биреүемсә, кәмегән. Ябыҡҡан, туҡ йорттан ас иреккә сығып киткән бесәй ише һурыҡҡан ул һәм хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, өҙөк-йолҡоҡ ваҡ-төйәктән генә ғибәрәт. Ауып ятҡан сүп һауытынан түгелгән ҡый кеүек. Ел ҡыйҙы бергә йы­йып, нисектер тәртипкә һалырға, хәлде үҙенсә төҙәтергә тырыша былай: иҫкән ыңғайы көй уйлап сығара һәм шуны үҙе үк һыҙғыра ла. Тик килеп сығыңҡырамай, камиллыҡ юҡ инде, юҡ.
Тоҡ, минең уйымса, төрлө дәрт­ле хәрәкәттәрҙе, үҙе лә һиҙ­мәҫтән, урлай. Ә бына ялҡын­лы башҡорт халыҡ бейеүҙәре өҙөк­тәрен ипләп кенә, ҡырын ғына, Таңсулпандан ҡабатлай. Ул бит баянан бирле тәҙрә янында, хәйер, һәр ерҙәге, һәр саҡтағы һымаҡ уҡ инде, тыпырлығы сыға.
Ҡайһы мәл салҡатан ятып уҡ ала тоҡ. Ләкин ритмды ташламай. Туйҙа артығыраҡ һелтәп ташлаған ҡоҙа түгел бит ул, бауһыҙ аумай. Шунан йәһәт кенә әйләнә лә, брэйк-данста зыр өйөрөлөргә керешә. Артабан ҡапыл аяғүрә баҫа һәм, биле һына яҙғансы, сәс ҡыҫтырғыс кәкре рәүешенәсә бөгөлөп, та­машасыларға баш эйә. Шулай тора бирә. Хәйләкәр ул, күп­тәр­ҙең был ваҡытта ябыҡ тәҙрәләр янында ҡарап торғандарын, тура мәғәнәһендә булмаһа ла, эстән, күңелдән ҡул сапҡандарын күрмәһә лә, һиҙә.
Был бәләкәй майҙансыҡты донъя сәхнәһендәй күреп, һис арыуһыҙ бейегән тоҡҡа оҙаҡ ҡа­рап торҙоҡ. Ҡайһы ваҡыт ул майҙандан сығып китергә лә уй­ла­ғандай итте, хатта ерҙән айырыла биреп тә алды, беҙҙең яҡ­ҡа һағышлы ҡараш ташланы, әммә, ҡабатлап бейеү һораған сәпәкәйҙәрҙе ишетепме, һыу­һы­ны ҡанмаймы, гел кире төштө…
Икенсе көн иртәһендә дауыл­дың ҡалала, көтөлөүенсә, бай­таҡ эш боҙғанын ишеттек. Ҡайҙалыр ҡыйыҡты һөйрәп тө­шөр­гән, ҡайҙалыр балкон суҡы­шын бырағытҡан, ҡайҙалыр бик затлы автомобиль өҫтөнә олоғайған ағасты һуҙып һалған.
Интернетта берәү: “Машиналар үрсене — ағасҡа ҡолар урын юҡ”, — тип яҙған. Үҙе уйлап сығармаған, әлбиттә, бынан ал­да ла ҡайҙалыр күҙгә салынғаны булды. Ләкин кемдер, ҡасандыр шуны әйткән дәһә! Уға, глобаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, респект һәм хөрмәт. Төшөр урын тап­маған алмаға бәйле әйтемде шулай ифрат урынлы үҙгәрткәне өсөн. Ысынлап та бар ҡаланы тараҡандай баҫып алған авто­мобилдәр тураһындағы хаҡ һүҙе өсөн. Комменттар күп кенә ине, шул иҫәптән әлеге суҡыштарҙың туҡһанынсы йылдарҙа уҡ әле ағастан ғына ҡуйылғаны, бөгөнгә ныҡ ҡына серегәне, артабан да яңыртмағанда, тотош балкон­дарҙың гөрһөлдәп ауа башлары тураһындағы аҡыллылары ла. Ләкин улар хәтергә бик һеңмәне, сөнки ғәҙәти һуҡраныу инеләр, аҡыллы, уҡымышлы булып күренергә тырышыу ҙа булмаған түгелдер. Ә быныһы иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте шулай. Ҡыҫҡалыҡ та үҙенекен иткәндер инде.
Һәм бына, ошо юлдарҙы яҙып ҡына ултыра инем, телеви­зор­ҙан Мәскәү каналы хоккей хәбәрсеһенең әйткәне ҡолаҡты ҡарпайтты:
— Ә юҡ, шайба инергә лә те­йеш түгел ине, сөнки голкипер һөжүм булырын күптән белде, шуға ҡапҡаның ошо нөктәһендә ҡасандан бирле намыҫлы дежур итте, — тине ул.
Һәм мин тағы ҙур ҡәнәғәтлек менән урынлы ҡулланылған һәр һүҙҙең бик күркәм яңғырағаны, телмәрҙе, эсендә ут тоҡандыр­ғандай балҡытып ебәргәне хаҡындағы һығымтамды яһа­ным. Әлеге “киҙеү тороу” ҙа бит, ниндәйҙер бер өҫтәмә эшме-нимә, ҡыҫҡаһы, ғәҙәти мәғәнәлә әйтелһә, әлегесә ялтлап китмәҫ ине. Хәбәрсенең, бәлки, ҡабат­ларға яратҡан һүҙелер ҙә был, кемдәндер отоп алыуы ла ихтимал, әммә был мөһим түгел, һәм мин, беҙгә гол инмәүенән дә бигерәк, ғәфү итегеҙ, әлеге һүҙ өсөн ҡыуандым шикелле. Һәм ниңәлер ҡапыл бөгөн мотлаҡ еңеребеҙ айырым-асыҡ күҙ алдында баҫты. Балкондар, су­ҡыш­тар, ағастар ҡабат бер ҡасан да ҡоламаҫ төҫлө тойол­до. Күңелле бейеүҙәр булыр, әммә улар камил булыр, көйҙәр өҙөк-мөҙөк булмаҫ тигән ышаныс нығыны.
Һүҙгә хөрмәттең барыбер ҙә барлығы шулайтты.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә