Октябрь башында Өфөлә, республиканың башҡа төбәктәрендә лә инде, беҙ әллә ни күреп өйрәнмәгән хәтәр дауыл булғанын иҫләйбеҙ. Сахалинда самаһыҙ шашынған тайфундың, хәйер, сағыштырмаса алғанда, хәлһеҙләнгән инде, ул ғынамы — арыуҙан аяғында саҡ баҫып торған, ә, бәлки беҙҙең тауҙар алдында баҙап ҡалған, ихтирам йөҙөнән ярһыуын кәметкән осо килеп етте шикелле. — О-о-о, тышта бер тоҡ бейеп йөрө-ө-й! — Етенселә уҡыған Таңсулпан ҡыҙым шулай тип һөрән һалды. “Бейей” һүҙен нисектер наҙлы итеп, яҡын күреп әйтте. Үҙе лә иҫ киткес бейеүсе ул, яратып әйтеүе шунандыр.
Ә тәҙрә янына ул форточканы ябырға тип йүгергәйне. Юғиһә унан ҡапыл шул хәтлем көслө ел өрөп ебәрҙе. Шап итеп зал ишеге ябылып китте, быжыр быялаһы шаурап төшә яҙҙы. Үрелгән сағында яман урам бейеүен күреп ҡалған балаҡай. Өйҙәгеләр тиҙ генә тәҙрә янына эркелеште.
Тышта, ҡаршы йорт менән магазин мөйөшөндә, ысынлап та, бейеүҙең ҡыҙған мәле. Күмәк бейеү был. Пакеттар, буш пластик шешәләр, реклама ҡағыҙҙары, тағы әллә күпме нәмәләр ҡымйыша. Ләкин улар үҙ урынын белә, эргәләтеп кенә һикергеләшә. Уртала ҙур картуф тоғо сәхнә тота! Кәбән һалғанда етеҙ малайҙар күбәләрҙе уратып ултыртып бөтәләр бит, шундағы һымаҡ күренеш. Айырым ғына бер бейеү түгел был, ә ҡырҡ әҫәрҙең ғәләмәт ҡуйы ҡатнашмаһы. Ул ғына ла түгелдер әле, ҡайһы бер хәрәкәттәрҙе тоҡ үҙе лә уйлап сығарғандай. Музыкаға ҡарап. Уныһы ла — бер бутҡа, ҡот осҡос йылдам музыканың кәре Алыҫ Көнсығыштан беҙгә килеп еткәнсе, әйтә биреүемсә, кәмегән. Ябыҡҡан, туҡ йорттан ас иреккә сығып киткән бесәй ише һурыҡҡан ул һәм хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, өҙөк-йолҡоҡ ваҡ-төйәктән генә ғибәрәт. Ауып ятҡан сүп һауытынан түгелгән ҡый кеүек. Ел ҡыйҙы бергә йыйып, нисектер тәртипкә һалырға, хәлде үҙенсә төҙәтергә тырыша былай: иҫкән ыңғайы көй уйлап сығара һәм шуны үҙе үк һыҙғыра ла. Тик килеп сығыңҡырамай, камиллыҡ юҡ инде, юҡ.
Тоҡ, минең уйымса, төрлө дәртле хәрәкәттәрҙе, үҙе лә һиҙмәҫтән, урлай. Ә бына ялҡынлы башҡорт халыҡ бейеүҙәре өҙөктәрен ипләп кенә, ҡырын ғына, Таңсулпандан ҡабатлай. Ул бит баянан бирле тәҙрә янында, хәйер, һәр ерҙәге, һәр саҡтағы һымаҡ уҡ инде, тыпырлығы сыға.
Ҡайһы мәл салҡатан ятып уҡ ала тоҡ. Ләкин ритмды ташламай. Туйҙа артығыраҡ һелтәп ташлаған ҡоҙа түгел бит ул, бауһыҙ аумай. Шунан йәһәт кенә әйләнә лә, брэйк-данста зыр өйөрөлөргә керешә. Артабан ҡапыл аяғүрә баҫа һәм, биле һына яҙғансы, сәс ҡыҫтырғыс кәкре рәүешенәсә бөгөлөп, тамашасыларға баш эйә. Шулай тора бирә. Хәйләкәр ул, күптәрҙең был ваҡытта ябыҡ тәҙрәләр янында ҡарап торғандарын, тура мәғәнәһендә булмаһа ла, эстән, күңелдән ҡул сапҡандарын күрмәһә лә, һиҙә.
Был бәләкәй майҙансыҡты донъя сәхнәһендәй күреп, һис арыуһыҙ бейегән тоҡҡа оҙаҡ ҡарап торҙоҡ. Ҡайһы ваҡыт ул майҙандан сығып китергә лә уйлағандай итте, хатта ерҙән айырыла биреп тә алды, беҙҙең яҡҡа һағышлы ҡараш ташланы, әммә, ҡабатлап бейеү һораған сәпәкәйҙәрҙе ишетепме, һыуһыны ҡанмаймы, гел кире төштө…
Икенсе көн иртәһендә дауылдың ҡалала, көтөлөүенсә, байтаҡ эш боҙғанын ишеттек. Ҡайҙалыр ҡыйыҡты һөйрәп төшөргән, ҡайҙалыр балкон суҡышын бырағытҡан, ҡайҙалыр бик затлы автомобиль өҫтөнә олоғайған ағасты һуҙып һалған.
Интернетта берәү: “Машиналар үрсене — ағасҡа ҡолар урын юҡ”, — тип яҙған. Үҙе уйлап сығармаған, әлбиттә, бынан алда ла ҡайҙалыр күҙгә салынғаны булды. Ләкин кемдер, ҡасандыр шуны әйткән дәһә! Уға, глобаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, респект һәм хөрмәт. Төшөр урын тапмаған алмаға бәйле әйтемде шулай ифрат урынлы үҙгәрткәне өсөн. Ысынлап та бар ҡаланы тараҡандай баҫып алған автомобилдәр тураһындағы хаҡ һүҙе өсөн. Комменттар күп кенә ине, шул иҫәптән әлеге суҡыштарҙың туҡһанынсы йылдарҙа уҡ әле ағастан ғына ҡуйылғаны, бөгөнгә ныҡ ҡына серегәне, артабан да яңыртмағанда, тотош балкондарҙың гөрһөлдәп ауа башлары тураһындағы аҡыллылары ла. Ләкин улар хәтергә бик һеңмәне, сөнки ғәҙәти һуҡраныу инеләр, аҡыллы, уҡымышлы булып күренергә тырышыу ҙа булмаған түгелдер. Ә быныһы иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте шулай. Ҡыҫҡалыҡ та үҙенекен иткәндер инде.
Һәм бына, ошо юлдарҙы яҙып ҡына ултыра инем, телевизорҙан Мәскәү каналы хоккей хәбәрсеһенең әйткәне ҡолаҡты ҡарпайтты:
— Ә юҡ, шайба инергә лә тейеш түгел ине, сөнки голкипер һөжүм булырын күптән белде, шуға ҡапҡаның ошо нөктәһендә ҡасандан бирле намыҫлы дежур итте, — тине ул.
Һәм мин тағы ҙур ҡәнәғәтлек менән урынлы ҡулланылған һәр һүҙҙең бик күркәм яңғырағаны, телмәрҙе, эсендә ут тоҡандырғандай балҡытып ебәргәне хаҡындағы һығымтамды яһаным. Әлеге “киҙеү тороу” ҙа бит, ниндәйҙер бер өҫтәмә эшме-нимә, ҡыҫҡаһы, ғәҙәти мәғәнәлә әйтелһә, әлегесә ялтлап китмәҫ ине. Хәбәрсенең, бәлки, ҡабатларға яратҡан һүҙелер ҙә был, кемдәндер отоп алыуы ла ихтимал, әммә был мөһим түгел, һәм мин, беҙгә гол инмәүенән дә бигерәк, ғәфү итегеҙ, әлеге һүҙ өсөн ҡыуандым шикелле. Һәм ниңәлер ҡапыл бөгөн мотлаҡ еңеребеҙ айырым-асыҡ күҙ алдында баҫты. Балкондар, суҡыштар, ағастар ҡабат бер ҡасан да ҡоламаҫ төҫлө тойолдо. Күңелле бейеүҙәр булыр, әммә улар камил булыр, көйҙәр өҙөк-мөҙөк булмаҫ тигән ышаныс нығыны.
Һүҙгә хөрмәттең барыбер ҙә барлығы шулайтты.
Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы.