“Төпкөл” тигәс, шайтан аяғын һындырырлыҡ юлһыҙ, түрә-маҙар күреп хәлдәрен белмәгән халыҡ йәшәгән ҡарауһыҙ ауыл күҙ алдына килеп баҫалыр. Ысынлап та, үҙәктәрҙән алыҫта ята улар. Ҡайһыһы иһә бынан быуат элгәреге бүленеш буйынса Башҡортостан сигендә үк ҡалған. Сирбай менән Аҫылғужа ла Силәбе өлкәһенә терәлеп үк ята. Әй йылғаһы, тауҙар ғына айырып тора. Хәйер, ҡайһы саҡ улары ла уртаҡ: аҫаба ата-бабаларыбыҙҙың бер үк ерҙәре бит…
“Балаларымдың атаһы уға оҡшаһын, тинем”Сирбай. Көҙгө һалҡын, үҙәккә үтерлек шыя ямғыр ҡатыш ҡар яуып торһа ла, күтәртелгән юл уның урамдары менән таныштырырлыҡ. Өйҙәр төҙөк. Һәр ҡайһыһы зауыҡ менән биҙәлгән. Хужаларының оҫталығын, кемлеген күрһәтеп тора. Йортта ниндәй ир-ат йәшәгәнлеген ҡапҡаһына ҡарап бел, тиҙәр. Бында бар ҡаралты өй эсенә үк үтергә саҡырып тора. Хәйер, ана, хужа ла, күптәнге таныштар һымаҡ, ҡоласын йәйеп ҡаршы ала: “Әйҙә, уҙып китегеҙ”. Күрештек. Таныштыҡ.
Нуриман Мөхәмәтдинов һүҙ эҙләп “кеҫә”гә кермәй торған кеше булып сыҡты. Атаһы Нурулла ағай менән әсәһе Зәрә апай уны донъяға килтереүенә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һис кенә ундай йәште бирмәҫһең.
— Йырлап, бар нәмәне яҡшыға юрап йөрөйөм бит мин, — тип көлә Нуриман.
Юҡҡа ғына уның “йырлап йөрөүе” Дыуан техникумында зоотехник һөнәрен алғас, өс йыл колхозда эшләтеп, Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһына алып китмәгәндер. Һуңынан инде ауылда мәҙәниәт усағына “утын” өҫтәткән. Күрше (ул яҡтарҙа 12 саҡрым ара – арамы ни?) Ҡолбаҡ ауылы ҡыҙы Гүзәлдең дә башын ошо “әртислек” ғәләмәте әйләндергән тиер инең… Юҡ. Был осраҡта егетлегелер.
– Мин автобустан төштөм, бер ҡыҙ ултырырға тора. Һүҙ ҡушмайынса ике-өс минут ҡарашып алғанбыҙҙыр ҙа, шуның менән вәссәләм. Бер нисә көн үткәс, Ҡолбаҡҡа барып, кашауай санаға ултыртып алып ҡайттым да киттем, – ти Нуриман. – Бына 20 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ…
Гүзәл дә, көлөп, уға ҡушыла:
– Өфөгә эшкә йөрөгәндә Арҫлан ауылынан автобус китә торғайны. Нуриман килеп төштө. Уға ҡараным да, үҙ-үҙемә: “Минең балаларҙың атаһы шуға оҡшаһын”, – тинем. Бына, Хоҙай ишетте. Утыҙҙан һуң кейәүгә сығырға ине иҫәбем. Шулай ҙа ошо йәште тултырҙым. Нуриман өйгә килеп тә керҙе, тәҡдим дә яһаны. Осрашып-аралашып йөрөмәнек тә. Риза булдым да ҡуйҙым…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гүзәлдең ата-әсәһе ҡыҙҙарының бәхетен күрә алмай. Баҡыйлыҡҡа күскән була. Ике йәш йөрәк иһә донъя көтә башлай. Бер-бер артлы Нурзиҙә, Нурания исемле ҡыҙҙары тыуа.
Мөхәмәтдиновтар үҙ көстәренә ышанып, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарына таянып, мул тормошта көн күрә.
– Элек шәхси хужалығыңда йәшәү тигән нәмә юҡ ине. Малды ишәйттек, ҡорт тота башланым. Был 94-се йылдарҙа булды. Ул саҡта ҡаймаҡ, һөт, ит һатыу ситен ине бит. Районда беренселәрҙән булып йөрөй башлағанмындыр, – тип хәтер төйөнөн сисә Нуриман Нурулла улы. – Был яҡлап юлды астым. Башлағанда ике ҡулға сумкалар күтәреп, 12 саҡрымдағы Арҫлан ауылына йәйәүләп сығам, һуңынан автобуста Һатҡы ҡалаһына юлланам…
– Ике сумка ҡаймаҡ, һөтөңдөң аҡсаһы әйләнеп ҡайтырға етә инеме һуң? – тип шаяртам.
– Ул саҡта һатҡаны бер телевизорға етә торғайны. Эйе, ике ҡулға тотҡан тауар хаҡы шулай ине. Ике йылдан машина алдым. Өйләнмәгәйнем әле, аҙаҡ инде Гүзәлде алып ҡайттым.
Мөхәмәтдиновтар әйтеүенсә, бөгөн күптәр “шәхси хужалыҡҡа ғына өмөтләнеп йәшәп булмай” тип үҙҙәрен алдай. Тырышһаң, бигерәк тә ғаиләң өсөн эшләһәң, етеш көн күреп була икән ул.
– Май айынан бәшмәк башлана, көҙгә тиклем килә. Ҡайын, ер еләге өлгөрә, көртмәле лә бар беҙҙә. Һуңынан ҡайын, имән миндеге бәйләйбеҙ. Ямғыр йыш яуа, бәшмәк шәп үҫә. Һатҡы беҙҙән 80 саҡрым, машинала алып барып, таныштарға таратып ҡына сығам. Һеперткегә заказды ҡыштан уҡ биреп ҡуялар, меңәрҙе бәйләйбеҙ. Егерме йылдан ашыу һатҡас, бөтәһе танып бөткән. Килеп төшөү менән машинаны һырып алалар…
Малдары ла ишле Мөхәмәтдиновтарҙың. Биш һауын һыйыры, шунса уҡ тана-үгеҙ, быҙау, ҡош-ҡорто ла бихисап. Картуф күп үҫтерәләр, һис фәстереү түгел, быйыл ғына ла мең ярым биҙрә уңыш алғандар. Бер биҙрәһен 8 килоға һалһаң да 12 мең килограмм (12 тонна) килеп сыға. Быларға 20 башҡа яҡын бал ҡорто ғаиләһен өҫтәргә кәрәк. Эйе, бөтәһе лә ваҡыт, көс талап итә. Бесәнен генә лә 20-шәр эҫкерт әҙерләйҙәр. Техника яғынан МТЗ-80 тракторы, сапҡыс, һабан, арба – барыһын хәстәрләгән хужа. Депутат икәнен дә өҫтәргә кәрәк.
Арҫлан ауыл биләмәһе башлығы Рим Вәлиуллин әйтеүенсә, Сирбай – халҡы тик үҙ көстәренә генә ышанып донъя көткән һирәк ауылдарҙың береһе.
– Йәштәрҙең һәр ҡайһыһы 5-8 баш мал тота. Һәр бер өйҙә машина, трактор бар. Барыһы ла етеш йәшәй. Ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай. Иң күп йәштәр бында ҡала. Себер, башҡа тарафтарға бик аҙҙар ғына китә, – ти Рим Насир улы. Сирбай халҡы “ауылда эш юҡ” тип йәшәмәй. Уларҙан ундай һүҙҙе бик теләһәң дә ишетмәҫһең. Тағы бер әһәмиәтле күренеш: халыҡ үҙе теләп “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнашты…
Алты айҙай ғына алтмыш йыл Ауыл биләмәһе башлығының был һүҙҙәрен 60 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән Шәмсинур инәй менән Ғилемхан ағай Хисбуллиндарҙан да ишеттем.
– Беҙҙең ауыл халҡы һымаҡ тырыш, бер-береһенә ярҙамсылдар бик һирәк ерҙә булалыр ул, – ти хужа, өҫтәлгә һыуы шажлап ҡайнаған самауырын ултыртып. – Әйҙә, башҡорт тәүҙә сәйләп ашап, һуңынан ғына эш тураһында һөйләшә…
“Эш” хаҡында һөйләшеү тигәндән, алты тиҫтә йыл бергә татыу ғүмер кисергән, алты бала (биш ҡыҙ, бер ул ) үҫтергән, бөгөн 14 ейән-ейәнсәрҙәре, бер бүләләре булған ғаиләне йәштәргә өлгө итеп күрһәтеү ине ниәтем. Йәшермәйем, кемгәлер ялҡытҡыс һымаҡ тойолһа ла, ундайҙар тураһында әленән-әле яҙыр, тормошобоҙҙан “гражданлыҡ никахы”, “килешеп йәшәү” һәм башҡа шундай ят күренештәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыр инем. Нәҡ Хисбуллиндар һымаҡ меңдәрсә ғаиләнән тора бит ул ил-күсебеҙ көсө, тотороҡло йәшәйеше. Ундайҙар йылы һүҙгә лә, хөрмәткә лә лайыҡ. Тураһын әйтергә кәрәк, хәҙер беҙ күпселектә үҙебеҙҙең йүнһеҙлекте “ауыр заманда-а…” тигән аҡланыу менән алмаштыра, уйлап сығарылған нәмәләргә ышыҡлана барабыҙ. Тотоп ҡына аныҡ эштәр атҡарыр урынға күңелде зар менән тултырабыҙ. Иң ҡурҡынысы: балаларыбыҙҙың – киләсәк быуындың ташып торған дәртен һүндерәбеҙ.
Оло быуын. Күпте кисергән быуын. Ғилемхан ағай атаһы Әмирхан ағайҙы һуғышҡа оҙатҡанда туғыҙ ғына йәшлек булған.
– Иң өлкәне инем. Йылға күперен сыҡҡансы оҙатып барҙыҡ. “Инәйеңдең һүҙен тыңлап тор”, – тигән булды. Шулай китеп барҙы. 1943 йылдың 13 сентябрендә һәләк булды. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында ине. Хатығыҙҙы алдым, ат эйәрләп торғанда. Тиҙ генә уҡып, яуап яҙа һалам. Фронтҡа керәбеҙ”, – тигәйне һуңғы хәбәрендә…
Шулай итеп, Мөғлифә апай өс балаһы менән тол ҡала. Ғилемхан ағай — иң өлкәне. Ун йәшендә йорт эштәрендә атаһын алмаштыра.
Шәмсинур апай ҙа ошо ауылдыҡы. Ҡара диңгеҙ фронтынан ҡайтҡан Ғилемхан уйынға сығыу менән ҡыҙҙың да күңеле шунда тартыла. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр оҙаҡ осрашып йөрөмәй, үҙаллы тормош ҡороп ебәрәләр.
Бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш осорона тура килгәндәр, унан һуңғы йылдарҙа тыуғандар менән һөйләшкәндә, йыш ҡына улар: “Ил күргәнде күрҙек инде”, — ти. Шуның менән барыһы аңлашыла. Тормош юлдары ла оҡшаш һымаҡ.
“Ғүмер эш менән уҙҙы, сирләргә ваҡыт ҡалманы”Төпкөлдә ятҡан икенсе ауыл – Аҫылғужаға ингәс тә Абдрафиҡовтар өйө алдында туҡтайбыҙ. Әбдрәҡит ағай менән Ғәзимә апайҙың ғүмер юлы ла башҡаларҙан бер нимәһе менән айырылмай төҫлө. Тик һәр ғаилә уны үҙенсә үткән, үҙенсә балалар тәрбиәләгән.
– Бергә йәшәгәнгә 60 йылдан ашыу, Аллаға шөкөр. Һаулыҡҡа зарланған юҡ, – тип йылмая Әбдрәҡит Халиҡ улы. – Ғүмер эш менән уҙҙы, сирләргә ваҡыт ҡалманы. Барыһы бергә булды: ҡыйынлыҡтарҙы ла кисерҙек, шатлыҡтарҙы ла, тигәндәй…
– Зарланмайбыҙ. Дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтерҙек, – тип һүҙгә ҡушыла Ғәзимә Ахун ҡыҙы. Ҡаршыла ғына төпсөк улыбыҙ Рәйес өй һалып сыҡты. Себер китәм, тип яр һалғайны ла, ебәрмәйбеҙ. Ике бала үҫтерҙеләр. Киленем Сулпан бик уңған. Мал-тыуар тоталар. Бында ла бынамын тигән иркен тормошта йәшәп була.
Аҫылғужала халыҡ тәүҙә колхозда, һуңынан совхозда эшләгән. Һуңғы йылдар үҙ көстәренә таянып, шәхси хужалыҡтарын алып баралар. Сирбайҙан айырмалы рәүештә, бында ситтә эшләгәндәр күберәк. Шулай ҙа…
Спорт мастеры… һарыҡ аҫрай! Шулай ҙа йәнтөйәккә ҡайтыусылар бар. Мәҫәлән, Земфира Хәбирова улы менән ҡайтып, шәхси эшҡыуар булып теркәлгән – үҙ эшен асҡан. Асылда хужалыҡ менән улы Артур Хөснөтдинов шөғөлләнә. Һарыҡсылыҡ тармағын һайлау ҙа Артурҙың теләге булған. Ире Альберт, ҡыҙы Оксана менән кейәүе Марселдең үҙ эше — Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында “Хәләл” тип аталған магазин тоталар. Ҡыҫҡаһы, ғаилә ауыл хужалығы тауарын етештереп, үҙҙәре һатып алыусыға туранан-тура сығыу юлын тапҡан.
— Һатҡы ҡалаһында бик күп мосолман йәшәй. Улар хәләл ит ризығы һатып ала алмай ине, — ти Артур. — Мин Аҫылғужала тыуғанмын. Ҡайтҡас та бында тоҡомло һарыҡтар үрсетергә булдым. Урын да матур, бесәнлек-көтөүлек етә. “Хәләл” магазинын тәьмин итерлек, Ҡорбан байрамдарына етерлек мал аҫрарға ине иҫәп…
Хөснөтдинов – ҡалала үҫкән егет. Шуға ла тәүҙә компьютер аша һарыҡ тоҡомдарын өйрәнә. Һуңынан романовтыҡына туҡтала. Улар беҙҙең шарттарға тиҙ яраҡлаша, ауырыуҙарға бик бирешмәй. Тағы бер өҫтөнлөгө – икешәр-өсәр бәрәс килтерә. Шулай итеп, Шишмә районынан 19 орғас, бер тәкә алып ҡайталар. Быларынан тыш, һыйыр, таналар үҫтереп, һимертер өсөн үгеҙ быҙауҙар алғандар.
Артур Альберт улы яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Һис кенә лә ауыл хужалығына яҡын кеше түгел ул. Һөнәре буйынса — юрист. Эске эштәр министрлығының Силәбе юридик институтын тамамлаған. Ләкин гелән үҙ эшен асыу теләге менән янып йәшәй. Шулай итеп, элекке юрист ғаилә кәсебе булырлыҡ эшкә тотона. Тағы бер һоҡланғыс сифатын әйтке килә: ул каратэ буйынса спорт мастеры, кикбоксингта спорт мастерлығына кандидат. Ике төрҙән дә Рәсәй кимәлендә күп тапҡыр призлы урындар яулаған. Ауылға ҡайтҡас, аҫылғужалар уны биләмәләренең депутаты итеп тә һайлаған. Быларҙан тыш, Артур үҙ ауылында спорт секцияһы ойоштора, 12 баланы көнсығыш көрәш төрҙәренә өйрәтә. Район үҙәгендә иһә ете йәштән алып 17 йәшкә саҡлы 70 уҡыусы йөрөй. Хатта бәләкәстәрен килтергән ата-әсәләр ҙә улар рәтенә баҫа.
Хужалыҡ асып, үҙаллы шөғөлләнә башлағас, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай Хөснөтдинов. Ә улар етерлек була: беренсенән, ауылда үҫмәгән — тәжрибә яғы юҡ; икенсенән, мал тотоу өсөн урынын ваҡытлыса ғына яһағандар. Бөгөн иһә улар ҙур аҙбар төҙөгән, һарыҡтарын бәрәсләтеү өсөн йылыһын һалалар. Бына шулай, тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Ауылына ҡайтып, Земфира Сәйфулла ҡыҙы улының артабанғы яҙмышын да хәстәрләй. Ата-баба еренә нигеҙ ҡороу — изге эш. Яҡташтарының хәстәрлектәре менән йәшәү тағы ла мәртәбә…
Сәфәр тамам Был ике төпкөл ауылда проблемалар юҡмы икән ни, тиер уҡыусы. Әлбиттә, бар. Ул бәләкәйҙәрҙә генә түгел, ҙурҙарында ла етерлек. Ләкин Сирбай менән Аҫылғужала иң мөһиме — халыҡтың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, дәрт, эшкә булған сәм, киләһе көнгә ышаныс. Тағы ла урындағы, район етәкселегенең уларға ярҙам итеү теләге, тип тә өҫтәргә кәрәктер. Үҙҙәре ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышҡандарға ғына ҡулдарҙы һуҙғы килә бит ул.